logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Ғ

(1963 – 2025)

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Әхиәт Ғиниәт улы Ғәйетбаев 1963 йылдың 5 декабрендә Буранбай ауылында тыуған. 1983 йылда Өфө сәнғәт училищеһының «Ҡурай» класын тамамлай. Атаҡлы ҡурайсы Ғата Сөләймәнов класында уҡый. Ошо уҡ йылда Сыңғыҙ ауыл мәҙәниәт йортоноң директоры булып эшләй. 1985 – 1997 йылдарҙа Баймаҡ музыка мәктәбендә ҡурай класында уҡыта. 1997 йылда Әхиәт Ғәйетбаев Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалы директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2001 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. 2007 йылдан Әҙеһәм Исҡужин исемендәге Өфөнөң 9-сы музыка мәктәбен етәкләй. 2013 йылда 9-сы балалар музыка мәктәбе «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе» конкурсы еңеүселәре иҫәбенә инһә, 2017 йылда «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 предприятиеһы һәм ойошмаһы» конкурсы номинацияларының береһендә еңеү яулай.

Талантлы педагог һәм етәксе Әхиәт Ғәйетбаев республикала билдәле шәхес булды. Үҙ тәжрибәһенә һәм Кәрим Дияров, Ришат Рәхимов кеүек билдәле ҡурайсыларҙың методикаларына таянып ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү буйынса халыҡ йырҙары традицияларына нигеҙләнгән  үҙ методикаһын булдырҙы. Мәғариф һәм ижад өлкәһендә күп йыллыҡ һәм уңышлы хеҙмәте өсөн ул Салауат Юлаев орденына, Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең рәхмәт хаттарына, шулай уҡ Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Өфө ҡалаһы һәм Ленин районы хакимиәттәренең маҡтау грамоталарына лайыҡ булды.

1987 йылда ижади ҡаҙаныштары һәм сәнғәтте әүҙем пропагандалағаны өсөн I Бөтә Союз халыҡ ижады фестиваленең миҙалы һәм дипломы менән бүләкләнә, ә 1995 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған «Ҡурай-байрам» фестиваленең III премияһы лауреаты була. Әхиәт Ғәйетбаев бер нисә тапҡыр Италия, Бельгияла үткән халыҡ фольклор коллективтарының халыҡ-ара фестивалдәрендә, шулай уҡ «Славян базар» байрамында һәм Мәскәүҙең 850 йыллығына арналған концертта ҡатнаша. Ике тапҡыр «Ирәндек» халыҡ ансамбле менән Кремлдең Съездар һарайында сығыш яһай, Өфө ҡалаһында IV Халыҡ-ара фольклор коллективтары фестивалендә ҡатнаша, «Яҙғы моңдар-95» Республика конкурсының III премияһы лауреаты була.

2007 йылда Николай Инякин исемендәге I Халыҡ музыка ҡоралдары фестиваленең ойоштороу комитеты тарафынан Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. 2008 йылда ул Ә. Искужин исемендәге I асыҡ ҡала йырсылар һәм ҡурайсылар конкурсында II дәрәжә дипломы лауреаты була.

Ғәлин (Ғәзизов) Шәкирйән Фәйзрахман улы 1933 йылдың 13 февралендә Баймаҡ районы Байым ауылында тыуған. Ун ике баланан тере ҡалған Әлифә апайы менән Шәкирйәнгә әсәләре Ғәзизәгә донъя көткәндә иң төп ярҙамсы булырға тура килә, сөнки атаһы Фәйзрахман Ғәзизов 1937 йылғы шәхес культында репрессия ҡорбаны була. Шәкирйәндең ике ағаһы иһә Бөйөк Ватан һуғышында баш һалған.

Малай ғына саҡтан Шәкирйән утынын да ташып яра, мал ҡараша, бәләкәй генә булһа ла әсәһенә кәбән дә һалыша. Ул бала саҡтан көрәш менән мауыға. Йылдың йылы һабантуйҙарҙа ҡатнашып, Шәкирйән оҫта көрәшсе булып таныла, һәр саҡ призлы урындар яулай. Ул саҡта колхозда, күрше колхоздарҙа үткән һабантуйҙарҙа уға тиңдәр табылмай. 1982 йылда, 49 йәшендә, Ш.Ф. Ғәлин Баймаҡ районы кимәлендә башҡорт милли көрәше буйынса иң юғары ауырлыҡ категорияһында район чемпионы исемен яуланы. Байым ауылында Шәкирйән-көрәшсенең кимәленә етеүселәр әлегә юҡ тиерлек.

Көрәшсе лә булды Шәкирйән Ғәлин, мәшһүр ҡурайсы булып та дан яуланы.
Ҡурайҙа ҡасан уйнай башлағандыр Шәкирйән, үҙе лә аныҡ ҡына әйтеп бирә алмай ине. Ҡурай уйнау тын өрөү генә түгеллеген тойоп, үҫмер малай бейеү көйҙәре сығара, апай-инәйҙәр уның көйөнә бейешкән булалар, малайҙы маҡтайҙар. Еңелерәк йырҙарҙы уйнап өйрәнә башлай, ололарҙың йырҙарын тыңлап, отоп ала. Таҫыллана барған һайын оҙон көйҙәр, тарихи йырҙарға батырсылыҡ итә. Шәкирйән ана шулай итеп һәләтен үҫтерә, оҫталығын шымарта, камиллаштыра бара. Төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша башлай. Ҡурай оҫталары Шәкирйәндең һәләтен, талантын баһалайҙар, лайыҡлы ҡурайсы булыуын таныйҙар.

Шәкирйән Ғәлин үҙенең ҡурайы менән Башҡортостан ҡурайсылары ансамбле составында илебеҙҙең төрлө ҡалаларында сығыш яһауға ирешә. Башҡорт ҡурайының данын донъяға тарата улар. Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар, Екатеринбург ҡалалары тамашасыларын ҡурай моңо менән әсир итәләр башҡорт ҡурайсылары. Шәкирйән башҡорт йыр-көйҙәрен бөтә нескәлектәрен тойоп, урын-еренә еткереп уйнауы, башҡарыу оҫталығы менән айырылып тора һәр саҡ. Күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар, ҡиммәтле бүләктәре ошо хаҡта һөйләй. Художество үҙешмәкәр коллективтары сығыштарында ла ул һәр саҡ ҡурай моңо аша иленә, тыуған еренә, милләтенә дан йырлай.

Атаҡлы ҡурайсы Кәрим Дияров призына 1989, 1994 йылдарҙа Ш. Ғәлин 3 – сө дәрәжә дипломға лайыҡ була. 1993 йылдың июнендә Ғата Сөләймәнов призына үткәрелгән ҡурай бәйгеһендә 2-се урын яулай. 1991 йылда башҡорт халҡының мәшһүр ҡурайсыһы Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған республика ҡурайсылары бәйгеһендә 2-се урынға эйә була. 1995 йылда Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайында Шәкирйән Ғәлин 100 ҡурайсы араһында Ҡоролтай делегаттарын мәшһүр “Урал” йырын уйнап ҡаршы ала. Уның өсөн был иң ҙур баһа була.
Шәкирйән Ғәлиндың тағы бер ғорурлығы – уның улы Айнур яҡшы уҡыуы, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн 1984 йылдың ноябрендә Бөтә Союз пионер лагеры “Артек” ка путевка менән бүләкләнә. Айнур лагерҙә ҡурай уйнап, 1-се дәрәжә диплом менән бүләкләнә.

Ғәлин Динислам Ғоссам улы 1954 йылда Байым ауылында тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. 5-10 кластарҙы Баймаҡ интернат-мәктәптә уҡый. Ҡурайҙы тәүге тапҡыр интернатта ҡулына ала. Бында ул ҡурай түңәрәгендә шөғөлләнә.

Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, 1971-1972 йылдарҙа Нуриман районы Павловка ауылында урман белгесе буйынса белем ала. Артабан Өфө ҡалаһында уҡыуын дауам итә. Төрлө үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә ҡатнаша. 1975 йылда Мәскәү ҡалаһында ҡурайсылар ансамблендә уйнай.

1977 йылда Икенсе Этҡол урман хужалығына эшкә ҡайта. Хаҡлы ялға сыҡҡансы намыҫлы эшләй.

Районда ойошторолған ярыштарҙа, урман һәм ауыл хужалыҡтары концерттарында йыш ҡатнаша.