logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

А

Арғынбаев Ғәбит Бикмөхәмәт улы (1856 – 1921) — сәсән-импровизатор, ҡурайсы, башҡорт фольклорын йыйыусы. 1856 йылда Ырымбур губернаһы Үрге Урал өйәҙенең Иҙрис ауылында (Башҡортостандың Баймаҡ районы, Түбәнге Иҙрис ауылы) тыуған. Ҡурай һәм хикәйәләү оҫталығына Ишмөхәмәт сәсәндән өйрәнә. Уны 1907 йылдан бирле күреп белгән Мөхәммәтша Буранғолов былай тип яҙа: “Ғәбит сәсән нәҙек оҙон буйлы, арҡаһы бер аҙ көмөрәйгән булһа ла, йөрөгәндә төҙ һәм баҙыҡ итеп, һәлмәк кенә баҫып йөрөр ине. Ул атаҡлы ҡурайсы, йырсы-сәсән булараҡ ниндәй генә көйҙө уйнаһа ла, тәүҙә уның легендаһын һөйләп, һәр төрлө вариантта уйнап, ҡайһы ырыуға хас икәнен әйтеп, йырын йырлап тамамлар ине. Көйҙәр, легендалар, эпостарҙы өйрәнеүҙә остазы тип Ишмөхәммәт сәсән Мырҙаҡаевты телгә ала торғайны”. Ҡурайын ул һәр ваҡыт үҙе менән алып йөрөр булған, берәй хәл-ваҡиғаға ҡарата арнап тиҙ генә көй сығарып уйнар булған. Уның сығарған көйҙәренең күбеһе беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған. Ул халыҡтың көнкүрешен, йәшәйәшен сағылдырған көйҙәр ижад иткән. Быға аныҡ миҫал булып “Сыуаш” көйө тора. Бер ҡурайсы йылға буйында йөрөгәндә, арғы ярҙа тауыш ишетеп, талдарҙы ярып ҡараһа, сыуаш ҡатынының кер сайҡап торғанын күрә. Еңенән ҡурайын сығарып, уға арнап көй ҙә уйнап ебәрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был көй ҙә онтолоп бөтөп бара. Элегерәк был көйҙө ҡурайсылар уйнаған булған.

 Ғәбит сәсән Икенсе Этҡол ауылында йәшәүсе билдәле Хәмит сәсән Әлмөхәмәтов менән дуҫ булғандар. Улар һәр саҡ осрашып торғандар. Яҡын-тирә ауылда йәшәүсе халыҡ был ике сәсәндең осрашыуын ҡыҙыҡһынып көтөп алған. Ололар һөйләүенсә, Көнтөшмәҫ тауы эргәһендә ике сәсән осрашып һүҙ ҡойошҡан, ҡурай уйнаған, бер-береһенә йөрөшөр булғандар. Ғәбит сәсәндең Икенсе Этҡолдан ҡайтҡанын Ҡолсора, Муллаҡай, Иҙрис ауыл халҡы Һынташ (Һеңташ) эргәһендә йыйылып көтөп торор булған. Уның ҡайтып килгәнен әллә ҡайҙан белгәндәр, сөнки ҡурай моңо әллә ҡайҙан ишетелер булған. Сәмән Һынташ янында туҡтап ҡурай уйнап, бәйет әйтеп, йыйылған халыҡтың күңелен күтәргән.

Ғәбит Арғынбаев йыйындарҙа йырсы, әйтештәрҙә алдынғылыҡты бирмәҫ сәсән булған. Мәҫәлән, ул 1912 йылда Ырымбурҙа 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә 100 йыл тулыуға арналған ҙур йыйында, 1920 йылда Стәрлетамаҡта Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан ойошторолған конкурста беренсе урындарҙы ала. “Унар табаҡлы эпостарҙы һис туҡтауһыҙ яттан һөйләй ине, шул саҡта үҙен-үҙе онотоп, көлөр ерҙә көлөп, илар урында илап, әҫәрләнеп торор ине. Уртала туҡтап ҡалып бүленһә, шул ерҙән ялғап китә алмай, яңынан башлай ине”, — тип хәтирәләр ҡалдырған уның хаҡында Мөхәммәтша Буранғолов.

Ғәбит сәсән Арғынбаевтан “Урал батыр”, “Күсәкбей”, “Иҙел менән Яйыҡ”, “Ҡараһаҡал”, “Юлай менән Салауат”, “Байыҡ Айҙар сәсән” кеүек ҡобайырҙар, йөҙәрләгән йыр, риүәйәт, легендалар яҙып алынған.

1921 йылғы йотлоҡ Ғәбит сәсәндең ғүмерен өҙә. Ошоға тиклем Ғәбит сәсәндең ҡайҙа ерләнгәнен аныҡ ҡына берәү ҙә әйтә алғаны булманы. Хеҙмәт һәм һуғыш ветераны Йыһанур Маннапов һөйләүенсә, Ғәбит сәсәндең нигеҙендә бөгөнгө көндә Маннапова Мәзүнә Мөхитдин ҡыҙы йәшәй.