Ф
Фәйзуллин Камил Рәмил улы 1990 йылдың 21 декабрь Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған.
Темәс урта мәктәбен 2006 йылда тамамлай . Тәүге ҡурай дәресен Әбсәләмов Рәмзин Рәфҡәт улынан ала Темәс музыка мәктәбенә ҡурай түңәрәгенә йөрөй . 2006 йылда Октябрьский музыка училищеһына (хәҙер колледж) халыҡ инструменттары бүлегенә ҡурай буйынса уҡырға инә.Етәксеһе Әбсәләмов Рәмзин Рәфҡәт улы була . 2010 йылда уны уңышлы тамамлай. 2010 йылда Өфө Дәүләт сәнғәт академияһына (хәҙер институт) башҡорт музыкаһы факультетына, традицион музыкаль башҡарыу һәм этномузыкология кафедраһына көндөҙгө бүлегенә урынлаша. Уҡытыусһы Йылҡыбаев Венер Рәжәп улы була. 2013 йылда Туймазы ҡалаһына күсеп килә. 2016 йылда ситтән тороп уҡыуын дауам итә.
Ҡаҙаныштары:
2006 йылдың 14-15 февралендә И. Иванович исемендәге призға халыҡ таланттары
- конкурсында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Ғата Сөләймәнов исемендәге дипломға лайыҡ була.
- 8 сентября 2006 г. Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте. Республика ҡурай байрамында ҡатнашҡан Дипломант исеме бирелә. ( Октябрский ҡалаһы)
- 2007 йылдың сентябрь айында Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы Республика халыҡ ижады үҙәге Октябрьский ҡалаһы, ҡала округы хакимиәте Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар берлеге. Республика ҡурайсылар байрамында ҡатнашҡан Камил Файзуллинға 3- сө дәрәжә дипломы бирелә. (Октябрьский ҡалаһы)
- 2008 йылда Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте һәм милли сәйәсәт министрлығы Республика халыҡ ижады үҙәге Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы муниципаль районы хакимиәте Республика ҡурайсылар бәйгеһендә ҡатнашып Дипломант исемен ала.
- 2008 йылдың 16-28 мартында, йәш музыканттарҙың асыҡ төбәк конкурсында «Башҡорт халыҡ инструменттары» номинацияһына лайыҡ була. Дипломант. (Өфө ҡалаһы)
- 2008 йылдың июнь айында Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар берлеге үткәргән Республика ҡурай байрамы ҡурайсылар бәйгеһендә ҡатнаша. Дипломант исеме бирелә.
- 2009 йылда Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы Республика халыҡ ижады үҙәге Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте Башҡортостан Республика ҡурайсылар байрамында ҡатнашып 2 дәрәжә дипломына лайыҡ була.
- 2009 йылдың 8 декабрендә Бр мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы “Балалар сәнғәт мәктәптәре һәм урта махсус уҡыу йорттары” уҡытыусыларының республика башҡарыу оҫталығы конкурсында Соло – башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары номинацияһында Дипломант.
- 2010 йылдың 14-31 мартында Еңеүҙең 65 йыллығына бағышланған йәш музыканттарҙың асыҡ төбәк конкурсында «Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары» номинацияһы, 3-сө дәрәжә Лауреат исемдәрен яулай.
- 2019 йылда ТУЙМАЗЫ ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте БР ТУЙМАЗЫ районы МР Туймазы ҠАЛАҺЫНЫҢ «ДМШ» ДО ҡурай МАУ класы буйынса уҡытыусыһын Туймазы ҡалаһының мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны һәм үҫеп килгән быуынды уҡытыу, тәрбиәләү буйынса күп йыллыҡ намыҫлы эше өсөн Почет грамотаһы менән бүләкләнә. (Постановление no 252 от 28.05.2019 г.)
12.2019 йыл йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы(конгессы)» Башҡарма комитеты. Маҡтау грамотаһы. Туймазы ҡалаһы Балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы. Бөтә донъя башҡорттары ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуҙа, йәш быуында башҡорт көйөнә, милли мәҙәниәткә, гөрүф-ғәҙәттәргә ихтирам тәрбиәләгәне өсөн.(Нигеҙ-Бойороҡ №Н-18 от 08.04.2019).
- 2020 год. Рәхмәт хаты. Туймазы районы муниципаль районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты. Башҡорт телен, мәҙәниәттен һаҡлауҙа ҙур өлөш индергән өсөн. (г. Туймазы)
- 2020 йыл. ТУЙМАЗЫ ҠАЛАҺЫНЫҢ «ДМШ» ДО МАУ уҡытыусыһына ҠУРАЙ класы буйынса юғары квалификация категорияһындағы РӘХМӘТ хаты
Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика “Ҡурай байрамында”
- 2009 йыл 2 дәрәжә Диплом
- 2015 йыл 3 дәрәжә Диплом
- 2016 йыл 1 дәрәжә Диплом
- 2017 йыл Диплом3 дәрәжә
- 2018 Йыл Дипломант
- 2019 Йыл Дипломант
Туймазы ҡалаһының “Тылсымлы ҡурай моңо” асыҡ ҡурайсылар конкурсы:
- 2015 йыл 3 дәрәжә Диплом
- 2017 йыл 2 дәрәжә Дипло
- 2019 йыл 3 дәрәжә Диплом
- 2021 йыл 3 дәрәжә Диплом
- 2024 йылда – БР МР Хәйбулла районы “Мәҙәниәт идаралығы” муниципаль ҡаҙна учрежденияһы. Дәүләтҡәле Хәсәнов исеменә үткәрелгән төбәк ҡурайсылар бәйгеһе еңеүсеһе 1 урын. Әбеш ауылы-2024
Проснувшись однажды утром после беспокойного сна, Грегор Замза обнаружил, что он у себя в постели превратился в страшное насекомое.