logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Х

Зыя Ишбулды улы Хәлилов Икенсе Этҡол ауылында 1953 йылдың 13 июнендә тыуған. Атаһы Ишбулды Кәлимулла улы мал ҡараусыһы була, әсәһе — йорт хужабикәһе. Ғаиләлә биш малай һәм бер ҡыҙ үҫә, Зыя улар араһында өсөнсө бала була. Ата-әсәһе йор һүҙле, ихлас кешеләр булғаны билдәле. Атаһы бик шәп ҡурайсы була, шуға күрә бөтә балалары ла йыр-моңға әүәҫ булып үҫә. Етенсе класҡа тиклем Икенсе Этҡол урта мәктәбендә уҡый, артабан бер йыл Баймаҡ интернат-мәктәбендә, ә 1967 – 1970 йылдарҙа Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге мәктәп-интернатында белем ала. Зыя бала саҡтан үҙ алдына маҡсаттар ҡуя белә, тырышып уҡый. Ата йортонда да уҡ ҡурайҙа уйнап өйрәнгән үҫмер төрлө конкурстарҙа, бәйгеләрҙә ҡатнаша.

Өфөлә уҡыған йылдарҙа ныҡлап сәнғәткә ылыға, атаҡлы ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужиндан ҡурайҙа уйнау оҫталығын арттыра. 1976 йылда ул Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеген тамамлай һәм Башҡорт дәүләт филармонияһында йырсы-солист һәм ҡурайсы булып хеҙмәт юлын башлай. Ишмулла Дилмөхәмәтов төркөмө менән йөрөп, халыҡҡа ҡурай моңон еткерә.

1984 йылда Хәйбулла районында үткәрелгән Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсында беренсе урынды яулай. Был уның ҡурай буйынса тәүге ҙур уңышы булһа, йырсы булараҡ Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге йәш йырсылар конкурсында ла беренсе урынға эйә була.

1991 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.

Ҡурайсылар династияһын дауам итеүсе Зыя Хәлилов республикаға бик күп ҡурайсылар, ҡумыҙсылар әҙерләгән кеше, өҫтәүенә ул үҙе шәхсән ҡурай, ҡумыҙҙар эшләй. Уҡытыусыһы Әҙеһәм Исҡужин менән бергә бөтә республика буйлап йөрөп, 100 ҡурайсыны баш ҡала сәхнәһенә сығара. 1981 йылда Күмертау ҡалаһында башҡорт фольклор ансамблен ойоштора һәм күп йылдар уның алмаштырғыһыҙ етәксеһе була. Моңло тауышҡа эйә булған Зыя Хәлиловтың башҡарыуындағы йырҙарҙы халыҡ яратып тыңлай, ул эстрада йырҙарын да («Кил һин, кил», «Һин ҡайтманың», «Аҡҡош күле»), халыҡ йырҙарын да («Ҡара юрға», «Уралым», «Илсе Ғайса», «Шәүрә») берҙәй оҫталыҡ һәм зауыҡ менән башҡара.

Республикала күренекле ҡурайсылар рәтенә ингән музыканттың улы Салауат Хәлилов та ҡурайсылар династияһын дауам итә, ул да сәнғәт юлын һайлай, хәҙерге көндә Башҡорт дәүләт филармонияһында ҡурайсы-солист.

Зыя Хәлилов 2009 йылдың 10 апрелендә Күмертау ҡалаһында йөрәк ауырыуынан вафат була.

(1996)

Хәлилов Ильяс Мораҙым улы 1996 йылдың 10 сентябрендә Икенсе Этҡол ауылында тыуа. 2003-2014 йылдарҙа туған мәктәбендә урта белем ала. Мәктәптә уҡыған осорҙа ҡурай түңәрәгендә шөғөлләнә, район кимәлендә үткәрелгән ҡурай бәйгеләрендә ҡатнашып призлы урындар яулай.

Мәктәпте тамамлағас, 2014 йылда Сибай сәнғәт колледжының ҡурай бүлегенә уҡырға инә. Хәрби хеҙмәт бурысын Мәскәү өлкәһендә үтәй. 2016-2019 йылдарҙа Баймаҡ филиалының Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында белем ала.

Ҡаҙаныштары:

–        Кәрим Дияров исемендәге Баймаҡ йәш ҡурайсылар бәйгеһендә 1-се урын (2009)

–        Зыя Хәлилов исемендәге ҡурайсылар бәйгеһендә 2-се урын (2013)

–        Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған «Ҡурайсыһын данлай Туғажман» бәйгеһендә 2-се урын (2022)

–        Ғата Сөләймәнов исемендәге Октябрьский ҡалаһында ХХІІ республика Ҡурай байрамында І дәрәжәле диплом (2023)

–        Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, мәҙәниәт хеҙмәткәре Ришат Рәхимов исеменә «Эх, ҡурай моңдары” район ҡурайсылар бәйгеһендә ІІ-сe урын (2023).

2017 йылдан алып Илнур Аслаев етәкселегендәге Буранбай сәсән исемендәге район ҡурайсылары ансамбле ағзаһы булып тора һәм улар менән берлектә район, республика күләмендә үткәрелгән төрлө ҡурай бәйгеләрендә ҡатнашып, призлы урындар яулап торалар.

Хәлилов Мораҙым Ишбулды улы 1965 йылдың 27 июль айында Икенсе Этҡол ауылында донъяға килә. 1972-1982 йылдарҙа тыуған ауылы мәктәбендә белем ала. Сибай ҡалаһында өс айлыҡ уҡыу курсында шофёр һөнәрен үҙләштерә. 1983-1985 йылдарҙа Германияла хеҙмәт итә.

1986-1989 йылдарҙа Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумында аккомпаниатор-баянист һөнәренә уҡый һәм, ауылға ҡайтып, Икенсе Этҡол мәктәбендә йыр дәресен уҡыта, ҡурай түңәрәген асып ебәрә. Уҡыусылары район, республика ҡурайсылар бәйгеләрендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Кәрим Дияров исемендәге ҡурайсылар бәйгеһендә Юнир Ишмырҙин (1999 й.) һәм Салауат Ишморатов (2001 й.) Гран-при яулай. Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге республика ҡурайсылар бәйгеһендә Юнир Ишмырҙин 2-сe урынға лайыҡ була. Октябрьский ҡалаһында үткән Ҡурай байрамында Ильяс Хәлилов 1-се урын ала.

2002-2008 йылдарҙа ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай һәм мәктәптә тарих фәненән уҡыта. Тарихсы булараҡ, онотолоп барған шәхестәрҙең исемен тергеҙеү, тарихы урындарҙы өйрәнеү һәм уларҙы билдәләп халыҡҡа еткереү менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, 1910 йылда Хәмит Әлмөхәмәтов менән Ғәбит Арғынбаев сәсәндәрҙең М.Буранғоловҡа «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү урынын билдәләү маҡсатында эҙләнеү эшен алып бара. 2006 йылда «Һәйкәлгә лайыҡ урын» тигән тема буйынса фәнни-эҙләнеү эшен яҙа һәм был иҫтәлекле урынға стела ултыртып, мәнгеләштереп ҡуйҙыртырға өлгәшә.

2008 йылда Байым ауылы эргәһендәге Көрәй тауының тарихын өйрәнеп, был урында Көрәй тигән батыр нигеҙ ҡороп йәшәгәнлеген, уның ҡайҙа ерләнгәнен асыҡлай. Әбйәлил районы ерендәге Әбдрәш ауылына барып шәжәрәһен өйрәнә, нәҫелдәре менән таныша, күп мәғлүмәттәр йыя.

Мораҙым Ишбулды улы урта быуат ваҡытынан һаҡланып ҡалған, халыҡ телендә «Үлектәр» тип аталған ҡорғанды кәртәләп алды. Уҡыусыһы Айҙар Арыҫланов 2009 йылда «Тарихи ҡомартҡылар» тигән темаға фәнни-эҙләнеү эшен яҙҙы һәм был тема буйынса районда 1-се, республикала 2-се урын яуланы.

2011 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсы, ҡумыҙ эшләү оҫтаһы Зыя Ишбулды улы Хәлиловтың исемен мәңгелләштереү маҡсатында Хәтер кисәһе үткәреп тыуған йортонда таҡтаташ асты, ҡурай һәм ҡумыҙға стела ултыртылды. З.И.Хәлиловтың иҫтәлегенә арнап ауылда ҡурайсылар бәйгеһе үткәреүҙе туғандары менән бергә маҡсат итеп алдылар. Башкортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, тарихсы Д.С Ибраһимовтың, академик М.Н. Иҫәнбаевтың, сәсән Ш.Ш.Ғәбдиевтың тыуған йортона тактаташ асыуҙа өлөшө бик ҙур.

Хәлилов Риза Ишбулды улы 1949 йылдың 10 июлендә Икенсе Этҡол ауылында ғаиләлә тәүге бала булып донъяға килә. Тырыш һәм яҡшы уҡығаны өсөн Баймаҡ районы етәкселәре 1963 йылда уны Ҡырымда урынлашҡан «Артек» лагерына Бөтә Союз пионерҙар слетына ебәрәләр. Бында ул пионерҙар менән осрашыуҡа килгән йыһанға тәүге булып осоусы Юрий Гагарин янында иҫтәлеккә фото төшөү бәхетенә ирешә.

Риза Ишбулды улы 9-10 класты Өфө ҡалаһында хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге интернат-мәктәбендә уҡып «көмөш» миҙалға тамамлай. Артабан Өфө нефть институтында белем ала. Уңышлы тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһына эшкә килә. Эштәге ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Федерацияһы Президентынан маҡтау ҡағыҙы ала.

 Ҡурайға булған һөйөүе атаһы Ишбулды Кәлимулла улынан килә. Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә ҡатнаша. Ҡатыны Тәнзилә менән 2 бала тәрбиәләп үҫтерәләр.

Хәлилов Ишбулды Кәлимулла улы 1914 йылдың 1 мартында Байым ауылында тыуған. 7 йәшендә атаһы үлеп кала. 1921 йылда Темәс балалар йортона урынлаштыралар. Ағаһы уны үҙенең ҡарамағына ала, йәй көндәрендә Ҡана ауылында мал көтә. Йәмле Урал тауында үҫкән ҡыу ҡурайҙы ҡулына алып, үҙ алдына уйнарға өйрәнә. 13 йәшендә Байым ауылына ҡайта. Мал хужаһы 1 ат, 2 һыйыр менән эш хаҡы түләй. Колхозлашыу осоро башланғас ағаһы менән колхозға ағза булып инәләр. Ҡана ауылынан алып ҡайтҡан малдарын колхозға бирәләр. Егерме йәшендә өйләнә. Ҡыҙы тыуып өс көн үткәс әрме сафына алына. 1938 йылда хәрби бурысын үтәп ҡайта. 1940 йылда партия сафына алына.

1941 йылдың июль айында фронтҡа китә. Тәүге һуғышҡа Сталинградта инә. 64-ce полк 315-се уҡсылар дивизияһы составында Ҡырым, Украина, Белоруссия ерҙәрен дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша. Өс тапҡыр яралана. Еңеү көнөн Мелитополь ҡалаһында ҡаршы ала. Яуҙарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн бихисап наградаларға лайыҡ була. 1945 йылдың сентябрь айында һуғыштан ҡайта.

Колхозда склад мөдире, бригадир һәм башҡа вазифаларҙы башҡара. Баҫыусылыҡта бригадир булараҡ юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. 1955 йылда Мәскәүҙә Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнаша. Бөтә Союз халыҡ хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнашыусы миҙалы һәм таныҡлығы менән бүләкләнә.

Ҡатыны менән 4 ул, 3 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, бөтәһен дә оло тормошҡа аяҡ баҫтыралар. Улдарына ҡурайға һәм халыҡ йырҙарына булған һөйөүен мираҫ итеп ҡалдыра.

Хәсәнов Мирғәли Ибраһим улы 1969 йылдың 19 ғинуарында Ишбирҙе ауылында  донъяға килә. Ишбирҙе һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, Сибай интернат мәктәбендә урта белем ала. Венгрияла артиллерия ғәсҡәрендә хеҙмәт итә. Михайловка һөнәрселек училищеһында умартасы һөнәренә уҡый. Баймаҡ урмансылығында умартасы-урмансы булып эш башлай. 2002 йылда үҙенең умарталығын булдыра һәм әлегә көнгәсә бал ҡорттарын көтә. Мәктәпкә уҡырға барғансы баянда уйнарға өйрәнә һәм, ағаларына эйәреп, ҡурайҙа ла уйнарға өйрәнә. 

 1995 йылда Ниғәмәт  ауылында Юлай Моратов ойошторған Урал аръяғы ҡурайсылар конкурсында беренсе урын алған. Йомабай Иҫәнбаев исемендәге конкурста ла 1-се урын яуланы.

Хәсәнов Миңлеғәле Ибраһим улы 1963 йылдың 3 февралендә Хәсәнов Ибраһим Юныс улы менән Хәбибъямал Таһир ҡыҙының ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. 1978 йылда Ишбирҙе һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Рәми Ғәрипов исемендәге 1-се интернат-мәктәпкә уҡырға инә. Әрме сафтарына тиклем Башҡорт дәүләт педагогия  институтында 2 йыл белем ала, әрме сафтарынан ҡайтҡас,  Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын Салауат драма театрында башлай. 1991 йылда Стәрлетамаҡ филармонияһын асыуҙа күп өлөш индерә һәм  Стәрлетамаҡ филармонияһының “Ашҡаҙар” төркөмөндә ҡурайсы булып 33 йыл эшләп, 2024 йылда хаҡлы ялға сыға. 1997 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” исеме бирелә. 2014 йылда “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнә. “Урал”, “Шафиҡ”, “Сибай”, “Хисам”, “Шарлы урман”, “Йәмәлекәй тауы”, “Ирәмәл”де яратып башҡара.

Уҡытыусы, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны , Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры , ҡурайсы Хәйбуллин Әхтәм Мәғәсүм улы. Тормош юлы.

   Хәйбуллин Әхтәм Мәғәсүм улы 1919 йылдың 25 авгусында Таһир ауылында тыуа. Таһир, Билал мәктәптәрендә белем алғандан һуң Темәс педагогия училищеһына уҡырға инеп, уны 1939 йылда тамамлай. Шул уҡ йылда Әбйәлил районының Шаҙығай ауылында уҡытыусы булып эш башлай. Эшләп йөрөгәндә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 1941 йылдың октябрь айында һуғышҡа китә. Курстар үткәс, элемтәселәр отделениеһы командиры вазифаһында һуғышҡа инә. Сталинград янындағы ҡаты яуҙа ҡатнаша һәм апрель айында һул аяғынан ҡаты яраланып, яу яланында иҫһеҙ ята. Буранда уны ҡар күмеп китә. Санитарҙар ҡар аҫтынан шинель осон күреп ҡалып, ҡаҙып алалар һәм тере икәнен белгәс, госпиталгә оҙаталар.Шулай итеп, ул иҫән ҡала. Ә ауылдағы туғандарына ауыр ҡайғы- уның хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат килеп төшә. Ноябрь айында яңынан фронтҡа китә һәм 230- сы Уҡсылар дивизияһы сафында Северский Донецк йылғаһы буйындағы һуғышҡа инәләр.Әхтәм был ваҡытта өлкән сержант, начальник направления связи вазифаһында була. Макеевка,Сталино ( хәҙерге Донецк) ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Командованиены өҙлөкһөҙ элемтә менән тәьмин иткән өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана, взвод командиры ярҙамсыһы вазифаһында Украинаны азат итеүҙә ҡатнаша. 1943 йылда йәш егетте партия сафына алалар. Уң аяғынан да ҡаты яраланып, Саратов, Пугачев госпиталдәрендә дауалана. 1944 йылдың февраль айында тыуған яғына ҡайтаралар. Уҡытыусы эшен дауам итә. Өмөтбай ауылында, 1945- 46 йылдарҙа Таһир, Шаҙығай, 1947- 51 йылдарҙа ҙур мәктәптәргә- Әбйәлил районы Әбдрәш,1951-58 йылдарҙа Булат ауылына күсерелә. 1958 йылда ғаиләһе менән тыуған Таһир ауылына ҡайталар. Башланғыс мәктәптең мөдире, 1970 йылда Таһир мәктәбе 8 йыллыҡҡа әйләнгәс, директор итеп тәғәйенләнә. Уның тырышлығы менән мәктәп бинаһы ҙурайтыла, ауылға йәм биреп торған йәшеллек булдырыла. Мәктәп торбалар менән йылытыла. 1979 йылда, 40 йыллыҡ уҡытыусы стажы менән, хөрмәтле ялға сыға. Улар хәләл ефете Аусаф Ғәлимйән ҡыҙы менән 5 бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Балалары атайҙарының юлын дауам итеп, тыуған мәктәптә эшләнеләр. Улы Батыр физика, черчениенан балаларға белем бирҙе, ҡыҙы Таңһылыу уҡытыусы, олоғайғас- китапханасы, ҡыҙы Көнһылыу тормош иптәшенең тыуған яғына күскәнсе ошо мәктәптә завуч, һуңынан директор булып эшләне.

  Әхтәм Мәғәсүм улы һәр ваҡыт актив йәмғиәтсе, оҫта ҡурайсы ине. Совхоздың үҙешмәкәр коллективы ағзаһы була, инструменталь ансамбле менән һәр ваҡыт район үҙәгендә сығыш яһайҙар. Райондың ҡурайсылар коллективы составында бер нисә тапҡыр Өфөлә, Санкт- Петербург ҡалаларында сығыш яһайҙар. Ул ваҡытта ҡурайсылар коллективын Ғата Сөләймәнов, һуңынан Әҙеһәм Исҡужин етәкләй. Уларҙы бик ихтирам менән иҫкә ала ине ҡурайсылар.