h

(1781 – 1868)
Буранбай Йәркәй сәсән (ысын исеме Ҡотошов/Ҡотдосов Буранбай Һөйөндөк улы; Һөйөндөков Буранбай Ҡотдос улы) – йырсы, ҡурайсы һәм сәсән.
БУРАНБАЙ СӘСӘН исеме менән танылған Буранбай Ҡотдос улы Һөйөндөков 1765 йылда тыуған. 1798 йылдан башлап тәүҙә 6 -сы башҡорт кантонлығында, үҙәге Иҫке Сибай ауылында булған резерв дистанция начальнигы – хеҙмәткә китеүсе команданы Ырымбур, Арал хәрби сик буйы линияларына оҙатып йөрөүсе хеҙмәткәр булып эшләй. 1812 йылда ул ете ауылға йорт старшинаһы итеп һайланып ҡуйыла. Хәҙерге Баймаҡ районы Буранбай ауылына нигеҙ һалыусыларҙың береһе лә ул. 1812- 1815 йылғы Ватан һуғышының геройы, иленә, халҡына тоғро хеҙмәт иткән ир азаматы булған. Ләкин уның тормошо кирегә табан боролош ала. Уны һөргөнгә оҙаталар. Ул тотҡонлоҡтан ҡаса. Ошонан алып Буранбай сәсәндең ҡасҡынлыҡта, билдәһеҙлектә үткән көнитмеше башлана. Уның артабанғы тормошон, әсе яҙмышын, халыҡ араһында һаҡланған төрлө риүәйәттәр һәм моңло йырҙары аша ғына төҫмөрләй алабыҙ. Ул шул исем менән йырҙың авторы түгел, ә “Ялан- Йәркәй”, ” Һыр”, ” Тәфтиләү”, ” Иркутский”, ” Бөҙрә тал” ,” Сәлимәкәй”, ” Аҡ яурын сал бөркөт” йырҙарын һәм көйҙәрен сығарыусы ла. Ул халыҡ хәтерендә сәсән, оҫта йырсы, ҡурайсы булараҡ урын алған. Уның тыуған ауылы Буранбай исемен йөрөтә. Баймаҡ ҡалаһында уның исемен йөрөткән урам бар. Тыуған ерендә уға стела асылған.