logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

И

Ишморатов Салауат Юлай улы 1989 йылда Икенсе Этҡол ауылында тыуа. 1996-2007 йылдарҙа туған Икенсе Этҡол урта мәктәбендә укый. Баҫалҡы, тыныс була, мәктәп һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. 6-сы класта уҡығанда ҡурай түңәрәгенә йөрөй башлай. Тырыш булыуы менән айырылып тора, үҙ аллы төрлө көйҙәр өйрәнә. Өлкән класс уҡыусылары менән бергә һәм яңғыҙ сығыш яһай.

2001 йылда Баймак калаһында Йомабай Исәнбаев иҫтәлегенә уҡыусылар араһында үткәрелгән ҡурайсылар бәйгеһендә ІІ-се урын яулай. Республика күләмендә үткәрелгән бәйгеләрҙә ҡатнаша. 9-сы синыфта Күгизел ауылында арҙаҡлы курайсы Кәрим Дияров иҫтәлегенә үткәрелгән ҡурайсылар бәйгеһендә Башҡорт халыҡ көйө «Ҡарт Урал»ды уйнап Гран-при яулай.

Еңеүсегә оло бүләк ҡамсат бүрек һәм елән бирәләр.

Мәктәпте тамамлағас, СиБДУ-ның тарих факультетына уҡырға инә. Талип тормошонда ла ҡурайҙан айырылмай. Төрлө концерттарҙа, йыйындарҙа ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһай, призлы урындарға лайыҡ була. Ҡайҙа ғына барһа ла курай этәргес көс биреп тора.

2011-2012 йылдарҙа хәрби сафтарҙа һалдат бурысын алыҫ Хабаровск өлкәһендә утәй.

Яратҡан һөнәре буйынса тарих уҡытыусыһы булып эшләй.

Фотола һулдан уңға: Кейекбирҙин Мирхәйҙәр Мазһар улы, Юнысова Нәҡиә, Ғайсин Вафа (Ишбирҙе ауылынан), ҡурайсы Ишдәүләтов Әбделхаҡ. Ошо уҡ осорҙа үткән район смотрында Ишдәүләтов Абдулхаҡ Ниғмәтулла улы иң оҫта ҡурайсы, тип билдәләнә һәм Почет грамотаһына лайыҡ була.



“Музыкаға әүәҫлек ҙур ине. Беҙҙә урманлы ер. Ҡурай күп үҫә. 7-8 йәштәрҙә Әбделхаҡ Ишдәүләтов тигән иптәш малай менән икәүләп ҡурайҙа уйнарға өйрәнә башланыҡ. Башта ике тишеклеһе менән генә тыжылдатып, үҙемсә тауыш сығарырға башланым. Шунан өс, дүрт, аҙаҡ килеп, биш тишекле ҡурай яһап, көйҙәрҙе айышына килтерә башланым. 8-9 йәштән үк яҙғыһын һабанға йөрөргә тура килде. Шунда ла ат башында уйнап китеп бара торғайныҡ. Аттар өйрәнеп бөткән, Әбделхаҡ менән икәү булһаҡ, ул һабан тотһа, мин ат башында ҡурай уйнап барам, мин һабан тотһам, ул уйнай. Бер ҡулда теҙген, бер ҡулда ҡурай…”
Был юлдар йырсы, ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вәлиев Фәйзулла Абдрахман улы хәтирәләренән. Йылым ауылында үҫкән билдәле ҡурайсы Ишембай ҡалаһында йәшәне (1931-2010). Һүҙем әле Рәшит Шәкүрҙең ”Сыңрау торналар иле” исемле китабында телгә алынған ҡурайсының дуҫы Әбделхаҡ Ишдәүләтов хаҡында булыр.
Әбделхаҡ Ниғәмәт улы 1930 йылдың 15 мартында Баймаҡ районының Йылым ауылында тыуған. Замандаштары, тиҫтерҙәре иңенә төшкән һуғыш алды, һуғыш осоро ауырлыҡтарын да үҙ башынан үткәрергә тура килә уға. Ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү теләге ҙур була. Ныҡышмалылыҡ емештәрен бирмәй ҡалмай. Тиҙҙән Әбделхаҡтың ауылда оҫта ҡурайсы тигән даны тарала.

Төбәк, район күләмендә үткәрелгән үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙарында яңғыҙ ҙа, ҡурайсылар ансамбле менән дә уңышлы сығыш яһай башлай ул. Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә, дипломант, лауреат исемдәренә лайыҡ була.
Бына минең алдымда 1960 йылдар уртаһында төшөрөлгән фотоһүрәт. Ул һарғайып, ситтәре лә туҙған. Баймаҡ районы ҡурайсылары Өфөгә Республика фестиваленә барған саҡта төшкәндәр. Үкенескә ҡаршы, йылы күрһәтелгән урыны йыртылған. Был оло байрамда Йылым ауылынан ғына ла 3 ҡурайсы ҡатнашҡан. Улар: Ишдәүләтов Әбделхаҡ, Вәлиев Фәйзулла, Кейекбирҙин Миңлеғәле. Әбделхаҡтың ҡурайсы тигән исеме эргә-тирәләге ауылдарҙа ғына түгел, районда ла киң тарала.

Таулыҡайҙан Хәлиҙә Фәхретдинова хәтерләй: ”1983 йылдың йәйендә беҙгә йомош менән Әбделхаҡ ҡоҙа килде. Гөрләтеп уртансы ҡыҙыбыҙ Гөлниәне кейәүгә биреп ятҡан сағыбыҙ ине. Әйҙүкләп ҡурайсыға түрҙән урын күрһәттек. Бер аҙҙан ул ҡулына ҡурай алып уйнай башланы. Уйнағанын тәүләп ишетһәм дә оҫталығына таң ҡалдым. Еңгәм мәрхүмә Мөхтәрәмә Имелбаева ҡурайсыға ҡушылып эй йырланы шул туйҙа, эй йырланы. Уның да тауышы бик моңло ине. Аҙаҡ еңгәм “Ҡоҙа ҡурайҙа ғәләмәт итеп уйнай, түҙмәйенсә йырлайым да ебәрәм, йырлайым да ебәрәм, тип һөйләне”. Ҡурайсыға бирелгән оло баһа ине был.
Әбделхаҡ ҡурайсы ниндәй көйҙәрҙе яратып башҡарған һуң? Был һорауыма уның ҡорҙашы Рамаҙан Рәхмәтуллин: ”Барлыҡ халыҡ көйҙәрен дә яратты ул, барыһын да оҫта итеп башҡарҙы, бигерәк тә ”Уйыл”, Азамат”, ”Сибай”, ”Сәлимәкәй” көйҙәрен ҙур телк менән башҡарыр ине, тип хәтерләне.

1969 йылда БАССР-ҙың 50 йыллығы айҡанлы, ғинуар айында Өфөлә Баймаҡ көндәре байрамында, ә яҙғыһын Мәскәүҙә 50 кешенән торған Баймаҡ ҡурайсылары ансамбле составында баш ҡалабыҙ тамашасылары алдында ла сығыш яһау бәхете йылмая ауылдашыбыҙға. Иң оҫта ҡурайсылар араһында Ярат ауылынан Ильяс Дәүләтбаев та була, ул 1967-68 йылдарҙа Йылым мәктәбендә балалар уҡыта.
1984 йылда Баймаҡ районының бер төркөм ҡурайсылары Өфөгә телевиденияға төшөргә бара. Улар араһында Йылымдан Әбделхаҡ Ишдәүләтов, Рәүеф Абдуллин, Ишбирҙе ауылынан Мансур, Вилюр Рәхимғоловтар һәм башҡалар була.
Әбделхаҡ Ниғәмәт улы Ишдәүләтов беҙҙең аранан 1998 йылда китеп барҙы. Уның ҡурай моңо ғына ҡолаҡтарҙа сыңлай кеүек.