logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Й

Йырсы, ҡурайсы Рифат Йәмлихин 1988 йылдың 26 июнендә Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылында донъяға килгән. Яйыҡбай мәктәбендә белем ала, 7-се синыфтан һуң уҡыуын Сибай гимназия-интернатында дауам итә. Сибай сәнғәт колледжының ҡурай бүлеген, Өфө дәүләт сәнғәт академияһының халыҡ йырҙары бүлеген тамамлай.

“3-сө синыфта уҡығанда ҡурай түңәрәге етәксеһе, минең остазым Рәил Хәсәнов ҡурайҙа уйнау серҙәренә төшөндөрҙө. Ә гитарала уйнарға Сибай ҡалаһының гимназия-интернатында уҡыған саҡта, 7-се синыфта өйрәндем. Минән ике синыфҡа өлкәнерәк Тимур Вәлитов (Zindan) өйрәтте миңә. Ул ваҡытта ни, танауға яңы еҫ инә башлаған ваҡыт, беҙ – Тимур, Илгиз Абдрахманов һәм мин – гитара ҡылдарын сиртеп, мөхәббәт тураһында йырҙар уйлап сығарып, йырлай торғайныҡ.

Бәләкәй саҡтан уҡ шиғырҙар ҙа яҙа торғайным. Тора-бара көйҙәр ижад итә башланым. Йырҙарым күбеһенсә мөхәббәт тураһында, ретро стилендә. Был стиль күңелемә яҡын, сөнки ундай йырҙарҙа мәғәнә бар, һәр һүҙенә тәрән фекер һалына. Заманса стилдәрҙе өнәмәйем. Уларҙа 75 һүҙҙә бер фекер”, – ти ул.

Рифат Ямлихин бик күп Халыҡ – ара һәм Республика конкурстары Лауреаты:

1999 йыл – “Сулпылар” Конкурсында – Гран – При,

2000 йыл – “Ирәндек моңдары” – 1 се урын,

2002 йыл – “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү бәйгеһе 1- се урын,

2005 йыл – “Ҡурай байрамы” бәйгеһе – 1 се урын,

2010 йыл – “Ҡайтауаз” йыр бәйгеһендә Гран – При,

2015 йыл – “Юлдаш йыры” – 1 се урын,

2018 йыл – Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар бәйгеһе – 1 се урын,

2021 йыл – Ришат Рәхимов  исемендәге Ҡурайсылар бәйгеһе – Гран При,

2024 йыл – “Оҙон көй” фестивале лауреаты.