logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

К

(1990)
1990 йылдың 20 сентябрендә Ишей ауылында тыуған. Атаһы – Ҡарасурин Заһир Ҡәһәрмән улы, әсәһе – Ғәйетбаева Рәхимә Вәкил ҡыҙы. Ғаиләлә 3 бала. 1-3 кластарҙы – Ишей, 4-9 кластарҙы Буранбай мәктәптәрендә уҡый.
2009 – 2012 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегендә белем ала. Әрме хеҙмәтенән һуң 2013 йылда Баймаҡ мәҙәниәт йортонда вокалист булып хеҙмәт юлын башлай. 2013 – 2023 йылдарҙа Нефтекама дәүләт филармонияһында вокалист була. 2020 – 2023 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия университетында музыка буйынса педагог факультетын тамамлай. 2024 йылдан алып Нефтекама дәүләт филармонияһында ҡурайсы, йырсы, Ағиҙел ҡалаһының мәҙәниәт һарайында художество етәксеһе булып эшләй. Башҡорт халыҡ көйҙәрен, марштарҙы, ҡыҫҡа көйҙәрҙе башҡара.

(1958)

Кейекбирҙин Нурғәле Мирғәле улы (8 ноябрь 1958)  – уҡытыусы-ҡурайсы. Профессор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1991).

Нурғәле Мирғәле улы Кейекбирҙин 1958 йылдың 8 ноябрендә Баймаҡ районы Йылым ауылында тыуған. Башланғыс белемде  Йылым мәктәбендә, урта белемде Йылайыр районы Матрай ауылы мәктәбендә ала. 1978 йылда Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегенә уҡырға инә. Йылайыр балалар музыка мәктәбенең Матрай филиалында баян һәм ҡурай кластарында уҡытыу эшен башлай (1996 йылға тиклем), бер үк ваҡытта ситтән тороп Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында башҡорт музыкаһы факультетында белемен камиллаштыра.

1996 йылдан алып Башҡорт дәүләт педагогия университетының Сибай филиалында педагогика һәм психология кафедраһында ассистент, артабан уҡытыусы, тәрбиә эше буйынса декандың урынбаҫары булып эшләй. 2008 йылдан – Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында музыка кафедраһы профессоры. 2013 йылдан – Сибай сәнғәт колледжында халыҡ инструменттары бүлеге мөдире.

Эшләү дәүерендә күп һанлы юғары квалификациялы ҡурайсы-уҡытыусылар һәм башҡарыусылар әҙерләп сығара (И. Cолтангәрәев — бик күп республика конкурстары лауреаты, Мәләүез ҡалаһының мәҙәниәт бүлеге начальнигы; В. Йылҡыбаев — күп республика конкурстары лауреаты, ӨДСИ-ның башҡорт музыкаһы кафедраһында эшләй; М.Сәйетов — Өфө дәүләт филармонияһы солисы; А.Асаинов — Стәрлетамаҡ дәүләт драмтеатры солисы; Р.Туйсин — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре; Р.Ниязғолов — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы; күп конкурс-фестивалдәр лауреаттары – Р.Ҡотдосов, Ю.Һағынбаев һәм башҡалар).

Институттың «Байыҡ» ҡурайсылар ансамбле етәксеһе.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре:

  • «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме — үҫеп килгән быуындың эстетик тәрбиләүҙә ҡаҙаныштары өсөн (1991),
  • Башҡорт халҡын туплау буйынса күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәте, милли мәҙәниәтте, телде, рухты һаҡлау һәм үҫтереү өсөн Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының миҙалы менән бүләкләнгән (2011),
  • X Республика Ҡурай байрамында – Гран-при, төп приз —автомобиль (Октябрьский ҡалаһы, 2010 йыл),
  • Йомабай Иҫәнбаев исемендәге XII Республика ҡурайсылар конкурсы, Гран-при (Хәйбулла районы, Аҡьяр ауылы, 201 йыл),
  • Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсы, Гран-при (Йылайыр районы, Йылайыр ауылы, 2013 йыл),
  • Әҙеһәм Исҡужин исемендәге конкурс, I дәрәжә лауреат (2008 йыл),
  • «Мәңгелек көйө» I Халыҡ-ара фольклор фестивалендә Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһай (Ҡаҙағстан, Алматы ҡалаһы, октябрь 2007 йыл),
  • «Бөйөк ебәк юлы» I Халыҡ-ара фольклор фестивалендә Рәсәй Федерацияһын һәм Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһай (Ҡаҙағстан, Тараз ҡалаһы, май 2008),
  • «Бөйөк дала моңо» Халыҡ-ара фольклор фестивалендә Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһай (Ҡаҙағстан, Астана ҡалаһы, август 2008 йыл).