logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Изгелек акциялары

“Йәншишмә гәзитенә яҙыл да бүләк ит” эстафета-акцияһын  Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Вәкил ҡыҙы Мортазина.

Иҙелбаева Сәрүәр Мөҙәрис ҡыҙы , үҙәк китапхана методисы, ҡала һәм район “Ағинәйҙәр” ҡоро  кураторы  акцияға ҡушылып,  ҡалала йәшәгән өлгөлө 11 балалы Зөлфиә һәм Вәкил Боҫҡоновтар  һәм  3 балалы Гөлназ һәм Гәзиз Ғүмәровтар ғаиләһенә Яңы йыл алдынан  “Йәншишмә”   гәзитенә  яҙылып бүләк итте.

“Айыҡ  ауыл” сиктәрендә Түбәнге Яйыҡбай ауылында үткән “Аҡбуҙат” балалар журналы мөхәррире Лариса Абдуллина менән  осрашыу барышында район ағинәйҙәре араһында “Балаларға, ейәндәргә-Аҡбуҙат” акцияһы иғлан итеп, 4 йәшлек Баязит Хәсәновҡа 6 айға “Аҡбуҙат” журналына яҙылып бүләк итте.

Иҙелбаева Айгөл Рамаҙан ҡыҙы үҙәк китапхана методисы, “Игебай” һәм “Йәнгүҙәй” ижад берекмәһе етәксеһе “Йәншишмә” һәм Аҡбуҙат“ гәзит –журналына яҙылып балаларын ҡыуандырҙы һәм  эстафетаны “Ынйы” ательеһы хужабикәһе Әлфирә  Нәҙербаеваға тапшырҙы.