logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Ҡот ҡойоу

✅Башҡорт халҡы элек-электән имләү, ҡот ҡойоу йолаларына ышанған һәм был ғөрөф-ғәҙәттәрҙе быуындан-быуынға тапшыра килгән, им-томға барым-ҡөҙрәте булған вариҫтарына өйрәтеп ҡалдырған. Был йолалар шулай итеп бөгөнгө көнгә лә килеп еткән.
?Ҡот — ул йәндең тыныслығы, йөрәктең һау-сәләмәт булыуы. Ныҡ итеп ҡурҡҡан кешенең ҡото, ҡобараһы осҡан тиҙәр. Ҡот йөрәк кәртәһен йыртып сығып осоп китә. Бала булһынмы, оломо — ҡото осҡан кеше тыныслығын юғалта, юҡтан ғына тертләй, ҡурҡа, шөбһәләнә башлай. Ҡотто киренән саҡырып ҡайтармаһаң, ул кеше ауырыуға һабышасаҡ.
Ниғәмәт ауылынан Әсмә апай Мырҙағалина әсәһенән өйрәнеп, оҙаҡ йылдар дауамында халыҡ медицинаһы алымдары менән балаларға ла, ололарға ла үҙенең ярҙамын күрһәтә. Ул ҡот ҡоя, мейе ҡаға, йөрәк ултырта, көслө мулланан яҙҙыртып алған үткәрмәһе аша үткәрә.