ШИҒЫРҘАРЫМ – КҮҢЕЛ ҺАНДЫҒЫ
Гөлзифа апай Исрафилованы “Шиғырҙарым – күңел һандығы” исемле яңы китабының исем туйы менән ысын күңелдән “Йәнгүҙәй”ҙәр исеменән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә иңегеҙҙә илһам ҡошоғоҙ ҡанат ҡағып ҡына торһон, ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, һүрелмәһен! Уңыштар һеҙгә! Китабығыҙ ҡотло булһын!!!!
Бөгөн Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылында йәшәүсе Гөлзифа Исрафилованың “Шиғырҙарым – күңел һандығы” исемле китабының исем туйы үткәрелде.
Гөлзифа Зекерйә ҡыҙы һөнәре буйынса туҡыусы, оҙаҡ йылдар һатыусы булып эшләгән. Шиғриәткә булған һөйөүе мәктәп йылдарында уҡ яралған. Аҙаҡ ғаиләле булғас, донъя мәшәҡәте менән шиғыр яҙыуын ситкә ҡуйып торорға мәжбүр була. Бер-бер артлы ике ҡәҙерле кешеһен – ирен һәм улын юғалтҡас, бар ҡайғыһын аҡ ҡағыҙға баҫа, йәғни кисерештәрен шиғыр юлдары итеп теҙә. Шул мәлдән арыу ғына ваҡыт үткән, күңелендәге бар хис-тойғоно асып һалған шиғырҙар ҙа күбәйгән. Шуға ла уның йыйынтығы “Шиғырҙарым – күңел һандығы” тип аталған.
Ябай, халыҡсан телле шағирәне ауылдаштары ихлас тәбрик итте. Был хаҡта гәзит биттәрендә мәҡәлә булыр.