Хөсәйен Ҡунаҡбай
Шағир, журналист һәм тәржемәсе, 1940 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы Хөсәйен Әхмәтйән улы Ҡунаҡбаев (Хөсәйен Ҡунаҡбай) 1912 йылдың 12 февралендә Әбйәлил районы Таһир ауылында тыуған (хәҙерге Баймаҡ районы Таһир ауылы). Бик йәшләй етем ҡалыуы сәбәпле, ауыл кулактарында көтөүсе булып йөрөй. Унан һуң Билал ауылында балалар йортонда тәрбиәләнә. 1925 – 1929 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Бөрйән улусы башҡарма комитеты секретары, Иҫке Монасип 1-се баҫҡыс мәктәбе мөдире, «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре, БАССР ХКС эргәһендәге Республикаһы радиолаштырыу комитетында бүлек мөдире була.
1932 – 1936 йылдарҙа К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында белем ала һәм «Коммуна» гәзитендә бүлек мөдире булып эшләүе менән бер үк ваҡытта башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеген уңышлы тамамлап сыға. 1936 йылда ул Дәүләкән педучилищеһына рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә, ә бер йылдан һуң Мәғариф министрлығы уны Стәрлетамаҡ педучилищеһына рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп тәғәйенләй. 1942 йылдан Стәрлебаш районы Табылды тулы булмаған урта мәктәбе директоры вазифаһын башҡара.
Шағир 30-сы йылдарҙа шиғырҙар яҙа һәм матбуғатта баҫыла башлай. «Дуҫлыҡ тураһында йырҙар» исемле тәүге шиғри йыйынтығы 1935 йылда донъя күрә. Хөсәйен Ҡунаҡбайҙың әҫәрҙәрендә тыуған ергә һөйөү, халыҡтар дуҫлығы данлана. «Хәтимә» (1956) поэмаһы башҡорт ҡатын‑ҡыҙы яҙмышына арналған. И.В. Гёте, Дж. Лондон, А.С.Пушкин һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итә. Үҙе иҫән сағында шиғыр һәм поэмаларҙан, урыҫ, Европа һәм көнсығыш әҙиптәренең Хөсәйен Ҡунаҡбай тарафынан тылмасланған тәржемәләренән торған өс китабы баҫылып сыға. Ул башҡорт һәм урыҫ телдәрен камил белеүе өҫтөнә немец, инглиз һәм француз яҙыусыларының әҫәрҙәрен төп нөсхәһендә уҡый. Башҡорт радиоһында беренсе һәм алмаштырғыһыҙ алып барыусы була.
Хөсәйен Әхмәтйән улы 1937 йылда репрессиялана, 1939 йылда азат ителә.
1941 йылдың 29 декабрендә әрме сафына алына, дивизия мәктәбендә уҡый. Кесе лейтенант званиеһында 1942 йылдың март айында ул үҙе теләп һуғышҡа китә, ысын патриот, коммунист, рота политругы, батальон замполиты, кесе лейтенант Хөсәйен Ҡунаҡбаев ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша, гел алғы һыҙыҡта була, һалдаттар менән бөтә ауырлыҡтарҙы бүлешә, окоптарҙа йәшәй. 1943 йылдың 15 февралендә Курск өлкәһендәге Н. Оскол районы Ольхватка ауылы өсөн барған һуғышта ул батырҙарса һәләк була. Ошо ауыл эргәһендәге туғандар ҡәберлегендә ерләнгән.
31 йәшендә – ижады сәскә атҡан мәлендә генә – яҡташыбыҙ Хөсәйен Ҡунаҡбаевтың ғүмере ваҡытһыҙ өҙөлә. Тормош юлы ҡыҫҡа булһа ла, уның тураһында хәтер шиғырҙарында йәшәй.
Исемен мәңгеләштереү йәһәтенән Түбәнге Таһир ауылында бер урам Х.Ҡунаҡбай исемен йөрөтә, мәктәп янында стела ҡуйылған.
Китаптары:
- “Дуҫлыҡ тураһында йыр” — “Песни о дружбе” — Өфө, 1935.
2.”Хәтимә” — “Хатима” — Өфө, 1936.
3. “Минең антым” — “Моя клятва” — Өфө, 1940. - Шиғырҙар. Өфө, 1957.
- Хөсәйен Ҡунаҡбай. //Утлы йылдар ауазы. Өфө, 1985.
Хөсәйен Ҡунаҡбай шиғырҙары
ХАТ
Хатым һиңә һағыныу йырҙарымды
Һаҡлап алып барһын…
Йөрәгемдә һиҙәмен мин
Таныш түгел ярһыу.
Алыҫ, ят ҡырҙарҙың тупраҡтарын,
Һағыш ҡырҙарының шау-шыуын
Кисеп үткәс, бәлки, тынысланыр,
Бәлки, баҫылыр йөрәк ярһыуы…
Мин ҡайтырмын өйгә, уйнағанда
Тауҙар түбәһендә таң еле,
Яҙҙар еткәс, үҙе тыуған күлде
Һағынып ҡайтҡан аҡҡош шикелле.
ЙӘШЛЕК ДУҪЫМА
Йылдар үткәс, тағы осраштыҡ беҙ.
Тағы күрҙем һине
Һәм эҙләнем һиндә, ашҡынып,
Үҙ йәшлегемде мин.
Һәр бер бите, хатта бер юлы,
Уйҙарымдай, таныш китаптың
Эстәлеге кеүек, күҙҙәреңдә…
Ҡайтмаҫ йәшлегемде мин таптым.
Алыҫ йылдар, алһыу йәшлек таңым,
Һағынһаң да инде ул ҡайтмаҫ.
Ә беҙ —
Күп нәмәнең тиңһеҙ ҡиммәтен
Төшөнәбеҙ, уны юғалтҡас.
Дөрөҫ,
ҡыҫҡа ғүмер эсендә
Мин аҙ күрҙем һөйөнөс,
Һәм дә ике бөйөк нәмәне
Сиктән тыш һөйҙөм:
Уның береһе, —
ғүмерем кеүек, йәп-йәш
Тыуған илем минең,
Икенсеһе — йөрәгемдәй яҡын
Йәшлек дуҫым ине.