logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Сәләх Кулибай

Шағир, прозаик, драматург Сәләх Ғәбит улы Кулибаев 1910 йылдың 2 июлендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Нурәли ауылында (хәҙерге Түбәнге Таһир ауылында) тыуған. Бик йәшләй етем ҡалған Сәләх байтаҡ ғүмерен төрлө байҙарҙа батраклыҡта йөрөп үткәрә. 1921—1923 йылдарҙа Темәс балалар йортонда тәрбиәләнә. 1924—1925 йылдарҙа Түбә руднигының фабзавучында уҡый, аҙаҡ приискыларҙа эшләй. 1929 йылда Баймаҡ заводының тау-техник мәктәбен тамамлап сыға. Баймаҡ баҡыр иретеү, Свердловск заводтарында практика үтә.
1930 йылда «Башҡортостан» газетаһында Сәләх Кулибайҙы промышленность бүлегенә әҙәби хеҙмәткәр итеп эшкә саҡыра. Был йылдарҙа ул «Октябрь» журналының яуаплы секретары, Башҡортостан Пролетариат яҙыусылары ассоциацияһының (БАПП) секретары, шул уҡ ваҡытта Башҡортостан китап нәшриәтендә художестволы әҙәбиәт редакторы вазифаларын башҡара.
1933 – 1937 йылдарҙа Сәләх Кулибай Алыҫ Көнсығышта әрме сафында хеҙмәт итә. Ҡайтҡас, Бөйөк Ватан һуғышына тиклем, Башҡортостан Яҙыусылар союзы аппаратында һәм «Октябрь» журналы редакцияһында эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышының тәүге айҙарынан алып фашистик Германияны еңгән көндәргә тиклем Сәләх Кулибай яу эсендә була. Башта ул хәрби училищела уҡый, аҙаҡ Көнбайыш Украина, Карпат, Польша, Чехословакия ерҙәрендә һуғыштарҙа ҡатнаша, ҡаты яраланып, байтаҡ ваҡыт госпиталдә ятып сыға. Һуғыш ҡырында күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
Кулибай 1945 – 1950 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәби консультант, «Әҙәби Башҡортостан» журналы сотруднигы, СССР Яҙыусылар союзының Литфонд вәкиле булып эшләй. Шунан һуң ун йыл Башҡортостан китап нәшриәтендә художестволы әҙәбиәт редакторы һәм шул бүлектең мөдире вазифаларын башҡара.
Сәләх Кулибайҙың әҙәбиәткә яҡынлашыуында драматург Мирхәйҙәр Фәйзи ҙур роль уйнай. Малай Түбә фабзавучына уҡыған сағында, Түбә руднигындағы китапхана менән етәкселек иткән М. Фәйзи менән яҡындан таныша, ул ойошторған драма һәм әҙәбиәт түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша. Сәләх Кулибайҙың Мирхәйҙәр Фәйзи тәҡдиме менән «Сәсән» журналына ебәргән тәүге шиғыры 1927 йылда баҫылып сыға. Ул шунан эшсе-хәбәрсе сифатында «Башҡортостан», «Башҡортостан йәштәре» гәзиттәренә, «Сәсән» журналына хәбәрҙәр һәм шиғырҙар баҫтыра башлай.
Кулибайҙың «Эш тауышында» тигән шиғырҙар йыйынтығы 1930 йылда донъяға сыға. Төрлө жанрҙарҙа яҙа һәм 30-ҙан ашыу китабы баҫылып сыға. Көлкөлө хикәйә, мәҫәл, фельетондарҙан торған «Төрлө биҙәктәр» (1958), «Күңелле хикәйәләр» (1964) йыйынтыҡтары авторы. Быуындан-быуынға рухи күсәгилешлек проблемалары «Тау йыры» (1965) повесында сағылыш таба. Драма һәм комедиялары республика театрҙары сәхнәләрендә ҡуйыла. Башҡорт әҙәбиәтендә мемуар жанрын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. «Ватан улдары» китабында (1972) әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең ижади портреттары бирелгән. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Сәләх Кулибай тәржемә эше менән дә шөғөлләнә. Башҡортсаға ул Пушкин һәм Лермонтов шиғырҙарын, Лермонтовтың «Беҙҙең заман геройы» романын, С. Щипачевтың «Павлик Морозов» исемле китабын тәржемә итте.
Сәләх Кулибай 1976 йылда яҡты донъя менән хушлаша.
Түбәнге Таһир мәктәбе янында Сәләх Кулибай менән Хөсәйен Ҡунаҡбайға барельеф ҡуйылған.

Сәләх Кулибай шиғырҙары

ХАЛҠЫМА
Һөйгән йырҙай, бәлки, көтәһеңдер
Ишетергә минең һүҙҙе лә,
Әгәр үтәмәһәм теләгеңде,
Ҡарармын һуң ниндәй йөҙ менән!
Ошо шиғырҙы ла һиңә яҙам:
Йәштәшемме, йәшме, ҡартмы һин,
Тормошоңдо үтә күреп торам –
Күңелһеҙме йәки шатмы һин.
Һинһеҙ һандуғас та, сәскәләр ҙә,
Яҙғы йәшеллек тә йәм бирмәй;
Һинһеҙ яланымдың икмәге лә,
Урал һауаһы ла тәм бирмәй.
Ижад эшем һинән ситтә булһа,
Мин һүҙ тапмаҫ инем яҙырға;
Ғүмер ете тапҡыр ҡыҫҡарыр ҙа
Һүрелеп һүнер ине ахырҙа.
Хуплаһаң да, ҡағып-һуҡһаң да һин,
Утҡа, һыуға инер улың мин;
Һине рәнйеткәнем бер саҡ булмаҫ,
-Рәхмәт! – тиһәң, мин шат булырмын.
Үҙ баһаңды биреп хеҙмәтемә
Йылы тойғо миңә йөрөтһәң,
Яҙыусы йә шағир тигән һүҙҙе
Үҙем түгел, әгәр һин әйтһәң, –
Оло һүҙең өсөн һауаланмам,
Тик әйтермен: һинең хәстәрең!
Йәп-йәш булыр һиңә хистәрем,
Ап-аҡ булғанда ла сәстәрем.
Яҙмышыңды керһеҙ уртаҡлашып,
Һинең өсөн инһәм үлемгә,
Һиңә арнап әйткән йөрәк һүҙем
Ҡалһын ине йөрәк түрендә!
1955.

ТЫУҒАН ЕРҘӘ

Егерме яҙ һары талдар
Ҡыйғас япраҡ ярған,
Аҡ уҡа ҡар муйылдарға
Егерме ҡат уралған.

Туғайҙарҙа сәскә еҫ бөрккән
Йөҙ төрлө: көрән йә күк,
Ҡоштары дәртле һайраған,
Йәмле ҡысҡырған кәкүк.

Көйәнтәләп пар силәкте
Һылыуҙар һыуға барған,
Шул мәлде ниндәй егеттең
Саф хисе йырланмаған!

Уҡыу һәм хеҙмәттә булдым,
Сиктә… Һуғыш кисерҙем,
Күпме, аҙмы был аралыҡ,
Илгә бирҙем хисемде.

Егерме яҙ, егерме ҡыш
Күрмәнем ошо ерҙе…
Бары яҡын, бары таныш,
Шунда асылды телем.

Шунда биләүгә биләндем,
Сәңгелдәктә бәүелдем,
Ҡояш йылыһын, әсәйемдең
Сикһеҙ һөйөүен белдем.

Ошо йылдарҙың араһын
Әллә гел йүгереп үттем?!
Һаман туймайынса ҡарайым
Был ер, был туғай күркен.

Был ер хеҙмәттә һыналды,
Еңел булманы һынау,
Һәм төп хужаһы атланы
Тормоштоң яҡтыһына.

Әле көҙ. Хеҙмәт көнөнә,
Уңышҡа йомғаҡ мәле,
Колхозға бәхет бөркөлә,
Уңыштың туйы ғәҙел.

Фермаһында һөтлө һыйыр,
Туғайында туҡ йылҡы,
Клубында тантана,йыр,
Өйҙәрендә нур балҡый.

Был болон һәм был йылғаға
Һаман йырлана йырҙар,
Егеттәр бәйет яҙалар,
Көй уйлап таба ҡыҙҙар.

Был ерҙе – әсәй ҡулынан
Бәүелгән бишек тоям,
Ике тиҫтә йыл һуңынан
Һоҡланып ҡарап торам.
1947.

 

КӨНДӘГЕ ЙЫР
Шатлыҡ миңә ғәҙәт булып ингән,
Унан башҡа иртәм, кисем юҡ;
Эшем көйһөҙ саҡта көйөнһәм дә,
Күмер булып һүнер хисем юҡ.
Хуш күңелле булып йәшәү йәмһеҙ,
Ул ғәмһеҙлек – рухи дошманым;
Дошман уты йәнем телеп үтте,
Ә йөрәкте бойоҡ тотманым.
Үлем менән йәнәш төндәр үттем,
Быны иҫтә тотһам, хаҡлымын,
Йәшәүемә ҡорос ҡанат иттем
Бәхет ҡояшының яҡтыһын.
Ни ҡалды һуң мираҫ булып,
Шатлыҡ өсөн әсә-атанан?
Тик шул ғына: тыуҙым, тәпәй баҫтым…
Һәм башламам уны ҡайтанан.
Яҙ ҙа, сәскәләр ҙә, көҙ ҙә, көй ҙә,
Ил-еремә керһеҙ һөйөү ҙә –
Бары-бары сыуаҡ көндә аҡҡан
Шатлыҡ шишмәләре ғүмергә.
Томанлы һәм тынсыу көндәрем юҡ,
Данлы йылдар тейҙе өлөшкә.
Зәррә ҡәҙәр нур юҡ дошманыма,
Дуҫҡа – һалҡын таш юҡ йөрәктә.
Шуға бар бүләктән аҫыл күреп,
Дуҫтарым һәм ғаилә янында,
Арзан табылмаған шатлығымды
Мең йөрәккә бүләм табында.
1954.

 

ӘЛЕ КӨҘ

Һуңғы нөктә тип билгеләп,
Сауҡа янына күстем,
(Дошманды ҡырып, эҙәрләп
Әҙме ер шулай үттем!)
Ерҙәге бысраҡ эҙҙәрҙе
Һепереп барған кеүек,
Күкрәгем менән шыуамын
Таҙарһын өсөн ерем.
Ҡалҡыулыҡты алыр өсөн
Һуңғы рубежгә күстем,
Үҙем яңы азат иткән
Ерем тупрағын үптем.
Ә сауҡаның япраҡтарын
Тәҡәтһеҙ һелкә ҡойон,
Ҡойон түгел, ә пулялар
Өҙәләр уның суғын.
Хәҙергә көҙ. Ошо ерҙә
Шундай сыуаҡ яҙ булыр,
Дошман уты яумаҫ унда,
Сауҡа үҫтерер суғын.
1944.

 

Кулибаев Сәләх Ғәбит улы сығышы менән Баймаҡ районы Таһир ауылынан. Тәүге шиғыры 1927 йылда драматург Мирхәйҙәр Фәйзи тәҡдиме менән “Сәсән” журналында донъя күрә, “Эш тауында” исемле тәүге китабы 1930 йылда баҫыла. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Сәләх Кулибай – шағир, прозаик, сатирик, драматург һәм башҡорт әҙәбиәтендә мемуаристика жанрын башлап ебәреүсе. Шулай уҡ күренекле әҙип тәржемә эше менән дә шөғөлләнә. Башҡортсаға ул А.С. Пушкин, М.Ю. Лермонтов шиғырҙарын, И.А. Крыловтың әҫәрҙәрен тәржемә итә. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Яҙыусылар Союзы ағзаһы, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры Сәләх Кулибайҙың исемен тыуған ауылындағы урам йөрөтә. Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ, Таһир ауыл мәктәбе янында С.Кулибайға һәм Х.Ҡунаҡбайға арнап стела ҡуйылған.

 

Сәләх Кулибай (Сәләх Ғәбит улы Кулибаев) 1910 йылдың 2 июлендә Әбйәлил районы Таһир ауылында (хәҙерге Баймаҡ районы Таһир ауылы) тыуған. Бик йәшләй етем ҡалып, 1924-1925 йылдарҙа Темәс балалар йортонда тәрбиәләнә. Шул йылдарҙа Түбә руднигының фабзавучында уҡый, аҙаҡ приискыларҙа эшләй. Был осорҙа ул ижад эше менән актив шөғөлләнә, өлкә гәзит-журналдарҙа шиғырҙары күренә башлай.
С. Кулибайҙың әҙәбиәткә яҡынлашыуында ул ваҡытта Түбә руднигы китапханаһында эшләүсе Мирхәйҙәр Фәйзи ҙур роль уйнай. Әҙәбиәт түңәрәгендә актив ҡатнаша, М. Фәйзи тәҡдиме менән”Сәсән” журналында тәүге шиғыры 1927 йылда баҫыла. “Башҡортостан”, “Башҡортостан йәштәре” гәзиттәрендә яҙыша башлай. 1930 йылда” Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитенә эшкә саҡыралар. Һуңынан ул “Октябрь” журналының яуаплы сәркәтибе, Башҡортостан пролетариат яҙыусыһы ассоциацияһының(БАПП) секретары, Башҡортостан китап нәшриәтендә нәфис әҙәбиәт мөхәррире кеүек вазифаларҙы башҡара, йыл һайын теҙмә, сәсмә китаптар баҫтыра, пьесалар яҙа, ваҡытлы матбуғат биттәрендә төрлө хәбәрҙәр, очерк, ренцензия жанрҙары менән сығыш яһай.
1930 йылда шағирҙың “Эш тауында” тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы сыға. 1931 йылда Мәскәүҙә “Суйындар һулышы”, 1932 йылда Ҡазанда татар телендә баҫтыралған”Цехларда” китаптары донъя күрә. Эшсе, совет халҡы тураһында байтаҡ шиғырҙар яҙа. “Луитун”,, “Наборщик”, “Көс” поэмаларын ижад итә.
1933-1937 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Ҡайтҡас”Октябрь” журналанда эшләй. “Баймаҡ”, “Зовод”, “Үрнәк” песьаларын яҙа.” Һалдаттар” романының беренсе вариантын яҙа.
Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәрендә үк хәрби хеҙмәткә алына, офицер Сәләх Кулибай Бөйөк Еңеүгәсә яу эсендә була. Көнбайыш Украина, Карпат тауҙарында, Польшала, Чехославакияла рота командиры була, ҡаты яраланып, оҙаҡ айҙар госпиталдә ята. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн || дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән наградлана. Шағир яу осоронда ла ижад итә. “Йондоҙ”(1942) песьаһын яҙа. Ҡылыс образы аша халыҡтың һуғышсан образын сағылдырған “Ҡылыс һәм Аҡназар” шиғырын яҙа.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Башҡортостан яҙыусылар союзында әҙәби консултант, СССР Яҙыусылары союзының Литфонд вәкиле була. Аҙаҡ тиҫтәләгән йылдар китап нәшриәтендә художестволы әҙәбиәт редакторы һәм шул бүлектең мөдире вазифаларын башҡара.
Уның илһам сығанағының, иң яҡшы әҫәрҙәренең темаһы һәм сәйәси йүнәлеше тыуған яҡтары, күк Ирәндек буйҙары, үҙе эшләгән Түбә руднигы, тау эшселәренең тормошо һәм уйҙары менән айрылғыһыҙ бәйләнеүен күрһәтергә мөмкин. Унан һуңыраҡ осор 50-60-сы йылдарҙа яҙылған “Аҫылташ”, “Юлдағы уйҙар”, “Һинең менән”, шиғырҙары,” Тауҙар йыры”-эшселәр срныфына арналған поэзияның матур үрнәктәре. Эшселәрҙең яҡты образдарын ул”Яуҙарҙан һуң”, “Оҫталар” кеүек поэмаларында киң планда күрһәтелә.
С. Кулибай -әҙәбиәттең төрлө жанрҙарында уңышлы эшләгән әҙип. Уның лирик поэзия, поэма, мәҫәл, юмористик хикәйәләре, породиялары, повестары, песьалар өлкәһендә лә бынамын тигән ҡаҙаныштары бар. Песьалары “Ергә хөкөм”(1931), “Йәшел Яҡуп”(1932),” Теләк”(1940),” Йондоҙ” (1942),” Ҡашҡарҙың үлеме”(1958) һ. б
Тәржемә менән дә шөғөлләнә. Башҡорт теленә Пушкиндың байтаҡ әҫәрҙәрен, Лермонтовтың”Беҙҙең заман геройы” романын, С. Щипачевтың” Павлик Морозов”китабын тәржимә итте.
Башҡортостан атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәләх Кулибай-үҙенең бына шундай бай ижады менән рухи тормошобоҙға, әҙәбиәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, журналистика үҫешенә ҙур өлөш индергән оло әҙип ул.
Тыуған ауылында иң ҙур урам Сәләх Кулибай исемен йөрөтә. Мәктәп алдында стелла ҡуйылған Сәләх Кулибайға һәм Хөсәйен Ҡунаҡбайға арналған.