М
Моратов Данияр Латип улы 1931 йылдың 10 ғинуарында Әлимсат ауылында донъяға килә. 1969 йылда Өфөлә республиканың 50 йыллығына арналған смотрҙа ҡатнаша, һуңынан шул уҡ коллектив менән Мәскәү, Ленинградта сығыш яһайҙар. Шулай уҡ Баймаҡ халыҡ театры составында баш ҡала сәхнәһендә “Нәркәс” пьесаһында ҡурайсы ролен башҡара. Икенсе йылына ҡурайсыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, лауреат исеменә лайыҡ була.1993 йылда Ғата Сөләймәнов призына үткәрелгән “Ирәндек ынйылары” конкурсында 2-се урын яулай. 1994 йылда Кәрим Дияров исемендәге ҡурайсылар бәйгеһендә Гран-при яулай. 1995 йылда район ҡурайсылары менән Өфөлә үткәрелгән Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнаша. Уның үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә ҡатнашҡан өсөн алған бүләктәре, маҡтау ҡағыҙҙары, лауреат билдәләре бихисап. Оҙаҡ йылдар урман ҡарауылсыһы булып эшләне, эшендә лә гел маҡтауға лайыҡ булды. “Буҙат” тигән һирәк башҡарылған көйҙө яратып уйнаған.