Н
(1942)
Нурдәүләтов Муса Солтанморат улы 1942 йылдың 1 майында Баймаҡ районы Алғаҙы ауылында тыуған. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тап килеп, бик күп ыҙалыҡтар кисерергә тура килә. Бер ус бойҙай алған өсөн әсәһен төрмәгә ебәрәләр. Шул сәбәптән улар бер йыл балалар йортонда булалар.
Тормоштоң ауырлыҡтарына бирешмәй Муса Солтанморат улы Алғаҙы, Әбделкәрим, Юлдыбай мәктәптәрендә белем ала. 1962 йылда Баймаҡ тау-механика техникумын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Йошкар-Ола ҡалаһына автотранспорт предприятиеһына механик булып ебәрелә. Оҙаҡ йылдар шунда эшләй. Әлеге көндә ике ҡыҙы үҙ аллы тормош көтәләр. Өлкән ҡыҙы Америкала йәшәһә, кеселәре Йошкар-Олала донъя көтә.
Бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ булып үҫкән Муса оҫта ҡурайсы булып таныла. Хаҡлы ялда булһа ла өйҙә генә тик ултырмай – 1992 йылдан алып бөгөнгө көнгәсә Эрвел Мари ансамблендә солист булып йөрөй. Мариэль республикаһы Йошкар-Олала йәшәгән башҡорттарҙы берләштереп, ҡурай ансамблен етәкләй.
Ситтә йәшәһә лә, Муса Солтанморат улын Башҡортостанға йыш саҡырып торалар. I, II, III, IV, V Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайында делегат була. Баймаҡ ҡалаһының 1-се һанлы мәктәбенең музейында танылған ҡурайсылар рәтендә тора. Яҡташыбыҙ бер нисә тапҡыр Әбделкәрим мәктәбендә һәм ауылда үткән сарала ҡатнашып, мәктәбебеҙгә ҡурай бүләк итте, киләсәктә ҡурайсылар күберәк булыуын теләне.