1 март –Башҡорт ғаиләһе көнө
1 март –Башҡорт ғаиләһе көнө айҡанлы Баймаҡ биләмә- ара үҙәк китапханаһында ҡаланың 3- сө һанлы мәктәбенең 8- се синыф уҡыусылары ҡатнашлығында «Башҡорт ғаиләһе тарихы» исемле мәғлүмәт сәғәте үтте. Уҡыусылар башҡорт ғаиләһе тарихы , уның йолалары, көн- күрешен сағылдырған китап күргәҙмәһе менән таныштылар. Шулай уҡ башҡорт ғаиләһенә арналған мауыҡтырғыс викторина ла балалар әүҙем ҡатнашып файҙалы мәғлүмәт алдылар.

