logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

1 март- Башҡортостанда Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә.

Был көн айҡанлы Баймаҡ биләмә- ара үҙәк китапханаһында “Башҡорт ғаиләһе- халҡыбыҙ асылы” тип исемләнгән ғаилә ҡунаҡһанаһында күркәм осрашыу ойошторолдо.

Был сараның ҡунаҡтары булып Фирүзә Әнүәр ҡыҙы һәм Булат Насип улы Солтангәрәевтар, Рәйлә Шәһәғәле ҡыҙы һәм Факил Морат улы Фәйзуллиндар, Зифа Шаһап ҡыҙы һәм Вилюр Шәкирйән улы Мәүлетовтар, Гөлфиә Рәжәп ҡыҙы һәм Заһир Таһир улы Сәғәҙәтовтар ҡатнашты.

Саҡырылған ғаиләләр башҡорт ғаиләһе ниндәй булырға тейеш тигән һорауға яуап биргәндән тыш, бәхетле, татыу йәшәү серҙәре менән уртаҡлаштылар һәм үҙ фекерҙәрен еткерҙеләр. Шулай уҡ һәр ғаилә үҙҙәренең ғаилә йолалары тураһында һөйләп үттеләр, йыр моңға, бейеүгә маһирлыҡтарын ҡүрһәттеләр.

Кисәне йомғаҡлап ҡунаҡтарыбыҙ “Беҙ ғаиләлә генә ҡүңел йылыһын тоябыҙ, бергә булғанда ғына барлыҡ ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сыға алабыҙ”- тигән һүҙҙәрҙе һыҙыҡ өстөнә алдылар. Был сараға килгән башҡорт ғаиләләренә именлек- һаулыҡ, күңел күтәренкелеге теләп оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.