Бөгөн районыбыҙҙың иң тәүге һәм билдәле, рухлы эшҡыуарҙарының береһе булған Вилүр Рәхимғоловтың тыуыуына 75 йыл тулған булыр ине…
Вилүр Зиннәт улы 1948 йылдың 24 ноябрендә Юлыҡ ауылында тыуған. 1966 йылда Баймаҡ интернат-мәктәбен тамамлағас, ике йыл Ишей 8 йыллыҡ мәктәбендә физик тәрбиә дәрестәре алып бара. Стәрлетамаҡ педагогия институтының башҡорт-рус факультетында белем алған саҡтарында студент төҙөлөш отрядтарында командир вазифаһын үтәп, ҙур тормош һабағы ала. Дәүләкән, Ҡыйғы райондары хужалыҡтарынан, райком, обком комсомол комитеттарынан Маҡтау ҡағыҙҙары, Дағстанда үткән РСФСР педагогик вуздары көнөнә путевка менән бүләкләнә.
Дипломлы йәш белгес хеҙмәт юлын Ишбирҙе мәктәбендә башлай – рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. 1973 – 75 йылдарҙа Баймаҡ райкомында комсомол секретары, 1975 – 87 йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә директор, һөнәрселек училищеһында мөдир ярҙамсыһы вазифаларын башҡара. 1982-84 йылдарҙа мәҙәниәт бүлеге начальнигы булып эшләй. Баймаҡ сәнғәт мәктәбендә ҡурай дәрестәре алып бара. 1987 йылда Баймаҡ халыҡ һөнәрселек үҙәген асыуға ирешә. Үҙәктә милли кейемдәр тегелә, тирмәләр, милли символика әйберҙәре һәм сувенирҙар етештерелә, милли уйын ҡоралдары эшләнә. 2000 йылда “Эшҡыуар-2000” республика күргәҙмәһендә беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ була. 1999 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеме, 2002 йылда БР сәнәғәт, 2008 йылда БР мәҙәниәт министрлыҡтарының маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була.
Вилюр Зиннәт улын республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә алдынғы етәксе булараҡ беләләр. Эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә индергән өлөшө һәм социаль яуаплы эшмәкәрлек алып барғаны өсөн 2004 йылдың 15 ноябрендә уға Мәскәүҙең Кремль һарайында иң яҡшы эшҡыуарҙар менән бер рәттән Рәсәй Бизнес һәм эшҡыуарлыҡ академияһының Дипломы тапшырылыуы тотош Башҡортостан өсөн оло әһәмиәткә эйә ваҡиға булғайны. Был юғары награда менән бүләкләнеүсе иң эре бизнесмендар – миллиардлаған һум аҡса менән эш иткән “Билайн”, ”Вимм–Биль–Данн” корпорациялары, гигант алюмин заводтары, тау–металлургия комбинаты етәкселәре араһында бәләкәй генә Баймаҡ ҡалаһының “Баймаҡ” халыҡ кәсептәре үҙәге директоры ла булыуы үҙе үк күп нәмә хаҡында һөйләй.
Рухлы замандашыбыҙ милли мәҙәниәткә, сәнғәткә, шиғриәткә ғашиҡ ине, үҙе лә шиғырҙар яҙҙы. Ижад емештәре 2009 йылда Баймаҡ типографияһында донъя күргән “Ирәндек гәүһәрҙәре” китабының беренсе томына инде.
Бер туғандары Мансур Рәхимғолов һәм Таңһылыу Йәнтүрина ла ижади йәндәр. Уларҙың шиғырҙары, мөнәжәттәре 2022 йылда сыҡҡан “Ирәндек гәүһәрҙәре-2” китабында донъя күрҙе. Бынан тыш Таңһылыу Йәнтүрина, Вилүр Зиннәт улына арнап “Бәйге ғүмер” исемле биографик повесть яҙып, 2021 йылда Сибай типографияһында китап итеп сығарҙы. Һеҙгә ошо әҫәрҙән өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
ТАҢҺЫЛЫУ ЙӘНТҮРИНА
“БӘЙГЕ ҒҮМЕР” биографик повесынан өҙөк
Әҫәр башҡорт халҡының милли мәҙәниәтен үҫтереүгә бар ғүмерен биргән Рәхимғолов Вилүр Зиннәт улы рухына бағышлана. Этик талаптарға ярашлы әҫәрҙәге ҡайһы бер персонаждарҙың исемдәре үҙгәртеп бирелде.
34. ЭҘӘРЛӘҮ – ҠОМАР УЯНЫУ
Йылға буйындағы шырлыҡта ҡорған тоҙаҡтарын ҡараны. Икәүһенә бер нәмә лә эләкмәгән. Ә бына өсөнсөһөнә эләккән ҡуяндың йөндәре генә борҡолдап ята. Йыртҡыстың эҙен шунда уҡ таныны: бүре… Бөгөн иртә менән эште бөтөргән. Яңы ҡарҙа эҙе ярылып ята ине. Өлкән бүрегә оҡшай: эҙҙәре бик эре…
Вилүрҙә һунарсы ҡомары уянды. Күптән һунарға һыуһаған һунарсыға хас тойғо ине был… Эҙ бит бөгөнгө. Бик үк алыҫта түгелдер… Эҙҙе ҡыуып, бер шырлыҡҡа инде, бер асыҡлыҡҡа килеп сыҡты. Тағы тау артылды, тауҙан төштө. Тимерсе йылғаһына ҡойған бәләкәйерәк йылғаның шырлығын үтеп, йәйрәп ятҡан Тимерсе яланына килеп сыҡты. Йылға ярынан тигеҙлеккә күтәрелде лә яландың арғы осона күҙ ташланы, уның үткер күҙҙәренә ҡара нөктә күренде: бүре…
Яланда ҡар ҡатып өлгөргән. Барыуы еңелләште.
Бүренең инстинкты көслө: кеше еҫен әллә нисәмә саҡрымдарҙан уҡ һиҙә. Һунарсы, уның эҙенә төшөү менән, бүре эште һиҙҙе. Ябай кеше түгел, һунарсы еҫе уға килеп бәрелде. Шуға, ул, ялан тартып, юл яҙлыҡтырырға уйланы. Урманда ҡар бата. Яланда ҡатҡан ҡар өҫтөнән ҡасыуы еңелерәк. Әммә уның артынан һунарсы ғына түгел, республиканың биатлон буйынса чемпионы ҡыуып килә ине шул. Анһат ҡына ҡотолормон, тимә…
Яландың уртаһына етмәҫ элек, һепертмә буран сыҡты. Ел Вилүргә арттан ине. Шунлыҡтан, уға ҡыуыу еңелләште.Ел кеше еҫен бүрегә еткерә ине. Шуға бүре барлыҡ көсөн һалып, унан айырылырға, эҙ яҙлыҡтырырға тырышты. Тик кеше унан һис тә тороп ҡалмай, киреһенсә, уларҙың араһы ҡыҫҡара барғанын һиҙә йыртҡыс…
…Ап-аҡ ҡар ҡаплаған киң яланды үтеп, тағы урманға инделәр. Һөҙәк тауға күтәрелделәр. Тау һөҙәк булһа ла, төшөү артыҡ еңелдән түгел, сөнки ҡуйы урман ҡаплап үҫкән. Эре – эре уҫаҡтар, йыуан ҡайындар, һомғол буйлы ҡарағайҙар үҫкән ҡатнаш урман аша үттеләр. Бына гел ҡайындарҙан ғына торған урманға килеп инделәр. ”Ҡар ғына яуа күрмәһен инде, ул саҡта бүре эҙен ҡаплаясаҡ”,- тигән уй килде башына. Ә былай кисә яуған ҡарҙа эҙе ярылып ятып ҡала.
Әкиәттәгеләй, ап-аҡ ҡар донъяһында Вилүрҙән башҡа , бер йән эйәһе лә юҡ. Бүре урманда күренмәй. Тик ҡарҙа ярылып ятҡан эҙе генә уның барлығын раҫлай һунарсыға. Ҡар баҫҡан урман аша үткәндә, ағас ботаҡтарына эленеп торған ҡарҙы ауыҙы менән эләктерергә тырышты. Сарсаған тамағына яҙа – йоҙа ғына эләккән ҡарҙан артыҡ файҙа булманы, әлбиттә.
Эре-эре ҡайынлыҡтарҙы үткәс, Вилүрҙең тыуған ауылы – Юлыҡҡа сығасаҡтар. Әлбиттә, бүре ауылды урап үтәсәк.
…Шулай булды ла. Бүре эҙе көньяҡ – көнсығышҡа ҡарай тартты. ”Ун ике саҡрымдан ашыу юл үтелде”, – тип, уйланы эстән Вилүр. Арыуын артыҡ арыманы, ә бына һыуһатты, тамағы кипте. Әммә, ул аңлай, саҡ ҡына туҡтаһа ла, ара алыҫаясаҡ.
…Шәп алыш булды был. Кем еңер: йыртҡысмы, Кешеме… Кеше бирешергә уйламаны… Юҡ, алдына алғанды үтәмәйсә ҡалғаны булманы уның, булмаясаҡ та. Арыуын һиҙгән һайын, ҡомары көсәйҙе генә: бирешмәҫкә…
Һиҙә: бүре үҙе күренмәһә лә, уларҙың араһы ҡыҫҡара бара. Бүренең аҙымының араһы йышайҙы, башта эре-эре аҙымдар менән саба ине, хәҙер аҙымдары вағайҙы. Урыны-урыны менән, ятып, ял иткәне беленә: шулай булғас, хәле хөртәйә.
Эҙ буйлап, баҫтырып килә торғас, алда ниндәйҙер ҡара тап күренде. Килеп еткәс, ҡараһа: бүре барлыҡ эсендәге ашаған нәмәләрен ҡоҫоп киткән. Уның ишеткәне бар ине: бүренең хәле мөшкөлләнеп, ауырлыҡ һиҙә башлаһа, шул рәүешле еңеләйеп ала, тип. Ысынлап та, шулай, күрәһең…
Ауылды урап, өс-дүрт саҡрым тирәһе үткәс, киң аҡланға килеп сыҡтылар. Эйе, алда һунарсының үткер күҙҙәренә аҡ ҡарҙа ҡара нөктә салынды…Шул…Шул…Күп тә ҡалманы…Тағы үҙәк, тағы үр, тағы тигеҙлек, тағы үҙәк…
Алдағы үр алдынан бәләкәй генә Күрек исемле йылғаның күпере аша үтәсәктәр. Элек бында утар ине. Хәҙер тау битләүендә бер генә ташландыҡ өй ултыра.
Вилүр күҙен яҙлыҡтырмай, ҡарап бара: бүре үргә менһә – күренәсәк. Тик ул күҙ уңынан юғалды. Уның йөрәге йыш-йыш тибә башланы. Һуңғы көсөн туплап, алға ынтылды. Шырлыҡҡа инеп китеп, йылға буйлап үргә йә түбәнгә китһә, күҙ алдынан юғаласаҡ. Эҙҙе юллап, барыуын дауам итте. Бүренең үргә менгәне күренмәне. Эҙ ҡапыл уңға, тура оло юлға тартты.
35. ҠОМАР ҠАЙТЫРМЫ?..
”Юлды киҫеп, йылға түбәненә – шырлыҡҡа ҡасырға уйланы, ахыры!”- тип, уйланы Вилүр. Бүре эҙе йылғаға төштө, күпер аҫтына йүнәлде. Һунарсы һөҙәк йылға ярында ҡапыл туҡтап ҡалды.
Был шул тиклем көтмәгәндә булды… Ни күҙе менән күрһен: күпер аҫтында бүре уға ҡарап ята… Күҙҙәре тулы ҡаты асыу, нәфрәт… Хәҙер, һунарсы өҫтөнә ырғып, өҙгөсләп ташлар ине, хәле генә юҡ… Вилүр, уның артынан күпме ҡыуып килде, тик осрашыу ошолай ҡапыл ғына булыр, тип, һис тә көтмәгәйне. Ул албырғап ҡалды. Ныҡ ҡына арыған, шулай ҙа мылтығын алып, атырлыҡ ҡына хәле бар әле уның.
Тик ул атырға ынтылманы, билендәге туйырын ысҡындырып алды ла, шыуып, күпер аҫтына төштө. Бар хәленсә ынтылып, бүренең башына һуҡты. Хәлһеҙ бүрегә уның шул бер һуғыуы еткәйне…
…Шул ерҙә генә ул үҙенең сикһеҙ арыуын һиҙҙе. Торған еренә ултыра төштө лә, ниңәлер, ҡапыл, эсендә бушлыҡ тойҙо. Эйе, һәр еңеүҙән һуң, уны шулай бушлыҡ солғап ала… Әйтерһең, ошо ерҙә бөтәһе лә тамам, тормош һүнеп ҡалғандай тойола уға. Әлегә, алдында яңы ут тоҡанмайса, шул бушлыҡ үтмәй. Тик яңы маҡсат, шуға ынтылыш ҡына уны ошо бушлыҡтан сығара ала ине.
…Әле ул йылға буйында, үҙе ҡыуып һуҡҡан тәүге бүреһе алдында ултыра…
Урынынан торҙо ла, яйлап, ярға күтәрелде. Саңғыларын ысҡындырҙы. Арҡаһына ҡолап китеп, ҡарҙа һуҙылып, бер – нисә минут, күҙҙәрен йомоп, ятып торҙо. Аңлай – тирләгән килеш, һалҡын ҡарҙа, оҙаҡ ятырға ярамай. Ынтылып, саңғыһын алды ла, шуға ултырған килеш, арҡаһындағы моҡсайын ысҡындырҙы. Ярай, башы етеп, ҡапҡылап алырға, тип, икмәк менән йылҡы ҡаҙыһы һалып алған ине. Икмәк туңһа ла, ҡаҙы туңмай. Ҡаҙыны ауыҙына ҡапты ла, ауыҙында тотоп йылытты. Ҡаҙының үҙенә генә хас тәме бөтә тәне буйлап таралды: тәмле. Икмәкте лә ауыҙында йылыта – йылыта, ҡаҙыға ҡушып ашап алды. Шундай тәмле ризыҡты ул үҙ ғүмерендә бер ҡасан да ашағаны булмағандай тойолдо. Тамаҡ ялғанды.
…Йыртҡыс еңелде, ана ята… Ул, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмағандай, тағы бер ҡат бүрегә күҙ ташланы: ҙур, хайуан… Ауырҙыр инде. Тәрән йылға йырыны ҡар менән тулған. Яры менән тигеҙләшә яҙған. Батмаҫ өсөн, аяҡтарына саңғыларын эләктереп, күпер төбөнә төштө. Көс – хәл менән бүрене күпер аҫтынан ярға һөйрәп сығарҙы. Арытҡан,нисек алып ҡайтырға?!
Нисек итһә – итте, бүрене елкәһенә күтәреп һалып, алған бауҙары ярҙамында артмаҡлап, нығытып алды. Бына йөк!.. Һығылып төшә яҙҙы уның ауырлығынан… Саҡ – саҡ күтәрелеп, юлға сыҡты. Трактор эткесе юлды асҡан. Таҡыр юлдан барыу еңелләште. Ярай, юл түбәнгә табан. Йөгө ауыр булыуға ҡарамаҫтан, тау түбәнгә эйеп төшөп китте…
Ярай, артабан юлдан ғына барһа, артыҡ үрҙәр юҡ. Юлыҡҡа тиклем биш саҡрым тирәһе үтергә кәрәк. Юлдағы бейек ҡарға арҡаһы менән терәлеп тороп, бер нисә тапҡыр ял итеп алды. Йөгөн төшөрһә, кире күтәреп һала алмаҫтай тойҙо үҙен…
Ваҡыт тураһында бөтөнләй уйламаны. Бүре ҡыуғанда уның ҡайғыһы булманы. Ҡояш түбәнләй. Кискә һарҡа ине инде. Ялан буйлап китеп барғанда, әйтерһең, бөтә ғаләмдә яңғыҙ үҙе генә ҡалған… Тирә-йүндә лә, юлда ла берәй ниндәй йән ишараты күренһәсе… Хатта, ҡаршыһына ла бер нәмә лә осраманы…