Баймаҡ районына халыҡ фольклоры ынйыларын йыйыу һәм өйрәнеү маҡсатында килгән Өфө фән һәм технология университеты студенттары кисә районыбыҙҙың Таулыҡай, Сыңғыҙ, Буранбай һәм Ярат ауылдарында булды.
Тарихҡа һәм халыҡ ижадына бай төбәк булараҡ Баймаҡта әле өйрәнерлек өлгөләр бихисап. Студенттар өсөн был экспидиция ысын мәғәнәһендә халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, традицияларын, нәҫел, ырыу, ауылдар тарихын урындарҙа өйрәнеү майҙансығына әүерелде. Тәүге көн сәйәхәте быны тулыһынса иҫбатланы.
Һәр ауылда беҙҙе йылмайып, йылы аш, тәмле сәй, асыҡ йөҙ менән ихлас ҡаршы алдылар, ҡыҙыҡлы факттар менән таныштырҙылар, материалдар туплауға бик күп мәғлүмәттәр бирҙеләр. Был йәһәттән ағинәйҙәр, мәғариф ветерандары, уҡытыусылар ҙур әүҙемлек күрһәтте, ауыл халҡы ла ситтә ҡалманы.
Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу һәм ойоштороуҙа китапханасылар, клуб мөдирҙәре, ауыл хакимиәте башлыҡтары булышлыҡ итте. Ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп һәр йортта тиерлек аш-һыуын тәҡдим иткән ауыл халҡына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.