Яҡташыбыҙ – ғалим-этнолог, юрист, философия фәндәре кандидаты Зәкирйән Әминев ошо көндәрҙә беҙҙең китапханаға үҙенең бик ҡәҙерле китаптарын бүләк итте. Йыйынтыҡтарҙың икеһе лә Өфө ҡалаһында “Аэтерна” фәнни-нәшер үҙәгендә баҫылған. “Эпическое наследие в современной полиэтнической среде” баҫмаһы 2024 йылда Өфө ҡалаһында сыҡҡан. Унда ғалимдың 70 йәшлек юбилейы айҡанлы ойошторолған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияла сығыш яһаусыларҙың мәҡәләләре тупланған.
Зәкирйән Ғәлимйән улы Әминев – күп ҡырлы, киң даирәле, үҙенсәлекле фәйләсүф шәхес ул. Әйткәндәй, ул 1954 йылдың 30 ғинуарында Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Ҡаланың 1-се мәктәбендә белем алған. Әрме хеҙмәтенән һуң БДУ-ның юридик факультетына уҡырға ингәс, ата-әсәһе елкәһендә ятмаҫ өсөн, ул беренсе ятаҡта электрик булып эшләй.Ошондә йәшәгән егеттәр-ҡыҙҙар менән аралашып, уларҙың китап-лекцияларын уҡып, филология фәне менән ҡыҙыҡһына башлауы, артабан тарих факультеты студенттары менән аралашып, тарихҡа ҡыҙыҡһыныуы артыуы – үҙе бер мауыҡтырғыс китап яҙырлыҡ. БДУ-ны тамамлағас, байтаҡ йылдар төрлө райондарҙа прокурор вазифаһында эшләй.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Зиннур Ураҡсиндың тәҡдиме менән, Закирйән Әминев Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор ғилеме бүлегендә студент сағынан үҙен ҡыҙыҡһындырған башҡорт халҡының мифтары менән ғилми күҙлектән әүҙем шөғөлләнә башлай. Ул башҡорт халҡының ижади һәләтенең үтә лә юғары кимәлдә булғанлығына һәм халҡыбыҙҙың бик боронғо дәүерҙә формалашыуына тос миҫал булған “Урал батыр” эпосын йыһан менән бәйләп өйрәнә. 2011 йылда “Урал батыр” эпосында боронғо башҡорттарҙың космогоник ҡараштары” тигән темаға диссертация яҡлап, «философия фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжә ала. Әлеге көндә ул Башҡортостан Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
Закирйән Әминев Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институтында ла эшләй. Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары нигеҙендә республика гәзит һәм журналдарында даими сығыш яһай, мәҡәләләрен төрлө ғилми йыйынтыҡтарҙа баҫтыра. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, шулай уҡ сит илдәрҙә йәшәгән ғалимдар менән ныҡлы бәйләнеш тота. Үҙе тикшергән мәсьәләләргә арналған ғилми конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша, төрлө экспедицияларға бик теләп сыға. Ғалим Башҡорт Википедияһының 10 йыллығына арналған Вики-Һабантуй 2015 сараларында, шул иҫәптән «Википедия һәм мәғлүмәт йәмғиәте» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнаша.
Гуманитар тикшеренеүҙәр институтында эшләүсе ғалим 2014 йылда бер төркөм хеҙмәттәштәре менән Иранға барып ҡайта. Фәнни сәфәрҙең төп маҡсаты был илдең көньяҡ-көнсығышында йәшәүсе «бәшкәрт» халҡы менән танышыу була. Белеүебеҙсә, Зәкирйән Ғәлимйән улының ҡатыны ла ғалимә – тарих фәндәре докторы Лариса Ямаева. Улар бергә монографик хеҙмәттәр ҙә яҙған. Китапханаға бүләк ителгән икенсе китап – Лариса Әсхәт ҡыҙыныҡы. “Тюрко-мусульманский мир в евразийском пространстве: история, современное состояние, перспективы” тип атала. Был йыйынтыҡта иһә ғалимәнең 70 йәшлек юбилейы айҡанлы ойошторолған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияла сығыш яһаусыларҙың мәҡәләләре тупланған.
Хеҙмәт биографияһын хоҡуҡ һаҡлау органдарында башлаһа ла, күңелендә йөрөгән йыһан серҙәре һәм ҡөҙрәтле ҡәләме ярҙамында ғилем тигән сихри донъяның бөтә өлкәләрен дә уңышлы яулаған һәм тәрән фәлсәфәүи ижады өсөн беҙ яҡташыбыҙ Закирйән Әминевҡа һәм рухташ тормош иптәше Лариса Ямаеваға ҡиммәтле китаптары өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ! Киләсәктә лә арымай-талмай эҙләнегеҙ, ижад итегеҙ! Ә беҙ һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, ғаиләгеҙгә именлек, ғилем күгендә артабан да сағыу йондоҙ булып осҡондар сәсеп балҡыуығыҙҙы теләйбеҙ!