2 июль Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҡташ әҙибебеҙ, тәбиғәт йырсыһы Абдулхаҡ Игебаевтың тыуған көнө. Уның тыуыуына – 92 йыл.
Башҡортостандың Ғәлимов Сәләм һәм Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премиялары лауреаты,Салауат Юлаев ордены кавалеры, Баймаҡ районында булдырылған әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Батыр Вәлид исемендәге премияһының тәүге лауреаты, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаев 1930 йылдың 2 июлендә Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған. Ул йәшләй етем ҡала, Темәс балалар йортонда тәрбиәләнә. 1946 йылда Темәс педагогия училищеһын тамамлай. 1946-1950 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, “Ҡыҙыл таң”, “Совет Башҡортостаны” гәзиттәре һәм “Ағиҙел” журналы редакцияларында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.
1969-1971 йылдарҙа Мәскәүҙә М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институты янындағы Юғары әҙәби курстарҙы тамамлап ҡайта. 1971 йылдан 1990 йылға ҡәҙәр “Ағиҙел” журналы редакцияһының поэзия бүлеге мөхәррире вазифаһын башҡара.
Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙары – республика матбуғатында 1948-1949 йылдарҙа уҡ күренә башлай. Беренсе китабы – “Йәшлек йыры” тигән шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда баҫылып сыға. Унан һуң авторҙың Өфө, Ҡазан, Мәскәү ҡалалары нәшриәттәрендә башҡорт, татар, рус телдәрендә 50-нән ашыу китабы донъя күрә.
Абдулхаҡ Игебаев – нигеҙҙә лирик шағир. Ул халыҡ яҙмышы хаҡында тәрән уйлана, ил хәстәре, ил ғәмдәре менән янып йәшәй, үҙ заманы менән бергә һулыш ала. Абдулхаҡ Игебаевтың шиғриәтендә ер моңдары, тыуған яҡ моңдары айырыуса асыҡ тасуирлана.
Күк Урал йырсыһы Абдулхаҡ Игебаев шиғырҙарына йәшлек дәрте менән һуғарылған лиризм, еңелсә юмор хас. Ошо сифат шағирҙың йырҙарында ла асыҡ сағыла. Шуға күрә лә уның “Тәүге һөйөү”, “Йәшермәсе, иркәм”, “Тыуған яҡтарым”, “Арыштарым”, “Ләйсән”, “Йәнгүзәлем”, “Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәләр”, “Гармунсы мөхәббәте”, “Әсә һағышы”, “Ғүмерҙәр уҙа икән”, “Әлдә дуҫтар бар әле” кеүек йырҙары халыҡ араһында киң таралған. Абдулхаҡ Игебаевтың шиғриәтенә Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Рафиҡ Сәлмәнов, Рим Хәсәнов, Артур Туҡтағолов кеүек композиторҙар мөрәжәғәт итеп, йыр сәнғәтенең алтын фондына ингән әҫәрҙәр ижад ителгән. Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Нәркәс Сиражетдинова, Светлана Хәкимова, Юнир Һағынбаев кеүек билдәле эстрада йырсылары Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙарына ижад ителгән йырҙарҙы башҡара.
Яҡташыбыҙ Абдулхаҡ Игебаев – бихисап шиғри циклдарҙың, ҙур күләмле лиро-эпик, патетик, лирик поэмаларҙың, шулай уҡ уйланыуҙар, борсолоуҙар, хәүеф-хафалар менән һуғарылған ҡобайырҙарҙың авторы.
Күп йылдар дауамында Абдулхаҡ Игебаев балалар әҙәбиәте өлкәһендә уңышлы эшләй. Әҙиптең кесе йәштәге балалар, мәктәп уҡыусылары өсөн яҙған йыйынтыҡтары бәләкәс дуҫтарыбыҙға яҡшы таныш.
Авторҙың күп шиғырҙары һәм “Оран һала Ер-әсә” исемле поэмаһы рус, татар, украин, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, үзбәк, яҡут һәм башҡа телдәргә тәржемә ителде.