logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

✍ 21 Март- Бөтә донъя шиғриәт көнө

✍ 21 Март- Бөтә донъя шиғриәт көнөндә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында билдәле шағирә Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Абдуллинаның “Әсәйем һабаҡтары” тип аталған китабының исем туйы үтте. Был сарала талантлы яҡташтарыбыҙ Йәлил Һөйөндөков, Рауил Харрасов, Хәлил Биктимеровтар ҡатнашты. Шулай уҡ шағирәнең ижадын яҡын күргән әҙәбиәт һөйөүселәр, район китапханаһының әүҙем китап уҡыусылары Клара Урыҫбаева, Зәлиә Солтанова, Гөлнара Ишбулатова авторҙың күңелдәренә хуш килгән шиғырҙарын уҡынылар.

🎶 Сарала һәүәҫкәр композиторҙар Йәлил Төхвәт улы һәм Хәлил Рәфил улы үҙҙәре ижад иткән йырҙарҙы башҡарҙы. Бәрхәт тауышлы яҡташыбыҙ Рауил Ғүмәр улы башҡарыуындағы моңло йырҙар тамашасылар күңелен хисләндерҙе. Йәш үҫмерҙәр – Регина Мәжитова, Нурислам Тайбугин, Юлиә Ҡотлоғужина, Арслан Рәхимов, Алсын Байсуриндарҙың китап биттәренән Фирүзә Абдуллинаның тормошсан шиғырҙарын уҡып ишеттереүе сараның сағыу биҙәге булды.

✍Сарала ҡатнашыусылар шағирәнең ижадына ҡарата үҙ фекерҙәрен еткереп, “Әсәйем һабаҡтары” исемле китапҡа һәм уның авторына изге теләктәрен еткерҙеләр. Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арнап үткәрелгән сарабыҙҙы йәмләп, мәртәбәһен арттырып килгән барлыҡ ҡунаҡтарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!