21 март Бөтә Донъя Шиғриәт Көнө
21 март – Матурлыҡҡа, Мөхәббәткә табыныу көнө. Үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла шиғыр яҙып ҡарамаған кеше һирәктер ул! Бала ла бит хатта атлап китерҙән алда – бейей, һөйләшеүҙән алда – йырлай. Сөнки кеше тыумыштан уҡ һоҡлана белә. Тәүге шиғыр ҙа илаһи кисерештәрҙән туҡылалыр кеүек. Тормошҡа ҡараш үҙгәргән һайын был кисереш тә ғазап, һыҙланыу, нәфрәт менән алмашына бара… Шулай ҙа Шиғриәт – күңелдәге иң изге тойғоларҙы асыусы, тормошта тоғролоҡ, ғәҙеллек кеүек мәңгелек ҡиммәттәрҙе раҫлаусы ғәжәйеп донъя бит ул.
1999 йылда ЮНЕСКО генераль конференцияһының 30-сы сессияһында 21 мартта Бөтә донъя шиғриәт көнөн билдәләргә ҡарар ителә. Беренсе Бөтә донъя шиғриәт көнө Парижда үтә.
Шиғриәт илдәрҙе, халыҡтарҙы, мәҙәниәтте берләштерә, кешеләргә бер-береһен нығыраҡ аңларға ярҙам итә. Шиғри юлдарға һалынған уй-хистәр быуаттар дауамында йөрәктәребеҙгә үтеп инеп, беҙҙең ҙур бер ғаилә булыуыбыҙҙы, әммә һәммәбеҙҙең төрлө, ә шул уҡ ваҡытта бер-беребеҙгә оҡшаған булыуыбыҙҙы иҫкә төшөрә.
Байрам менән һеҙҙе, дуҫтар!
Ҡотлау менән – Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе.
ЯРАЛАМАЙЫМ
Күңелем хис-тойғоларға
Бик тулып китһә,
Һыйҙыралмай, ах(ы)ры ул да
Шартларға етһә –
Тулған күңел аҡ ҡағыҙға
Хистәрен һибә.
Түгелгән шул һүҙ-нағышҡа
Һуштарым китә.
Күңел шулай бик нескә бит
Хис- тойғоларға.
Ҡайһы саҡта бик ҡаты тип,
Уйлап ҡуйһам да
Күңел нескә. Яралана
Нахаҡ һүҙҙәргә.
Тик яраһын бер ваҡытта
Һиҙҙермәй ғәмгә.
Ҡул яраһы киткән саҡта,
Һүҙ эҙен һала.
Күңел дә бит шул яранан
Оҙаҡ һыҙлана.
Бер кемгә лә таштай ҡаты
Һүҙ ташламайым.
Хис-тойғо йәшәр урынды
Яраламайым.
Рәйсә Иҫәнбаева.
***
Ҡулдарымда ҡәләм тирбәлә
Ижад осҡондары һирпелеп.
Таралалар улар төрлө яҡҡа,
Шыталар бит бер аҙ һиҙелеп.
Шиғырҙарым бер-бер артлы,
Шытып сыға, бөрөләнә.
Мөхәббәткә, тыуған илгә,
Нәфрәткә лә, төрлөһөнә…
Үҙ итә бит минен күңел
Мөхәббәтте һәм тыныслыҡты.
Йөрәгемден шиғри ҡылы,
Тиң күрә лә хакимлыҡты.
Мәхрүм итмә мине, ижад!
Тартып алма шиғри хисемде,
Мин бит бары һиңә ғашиҡ,
Һинең менән үтәм һәр кисемде.
Үҙем теләп килдем, һиңә шиғриәтем,
Һиңә тоғро булыу – бар ниәтем.
Килә бары минең һинең генә
Һинең йомғағыңды һүтәһем…
***
Шиғриәт менән һөйөү,
Икеһе лә бер бөтөн.
Һөйөүҙә бар ялҡын еҫе,
Шиғриәттә юҡ та төтөн…
Илһам килһә китә һалмай,
Ҡәләм шыма, ҡәләм майҙай.
Шиғыр яйлап ипле генә,
Яҙыла инде шулай.
Юҡ төтөнө, юҡ ялҡыны –
Ләкин ул шундай көслө.
Бөтә кешелә лә юҡ шул һәләт,
Уны яҙа бары хисле…
Хистәрҙән дә, нәфрәттән дә,
Ҡоролған ошо шиғриәт.
Ҡайсаҡ күңел ҡабул итмәй,
Ләкин риза бары йөрәк.
Һине яҡын күреп ҡабул ҡылдым,
Шиғриәтем -талмаҫ ҡанатым.
Һиңә тик өмөт менән бағам,
Ышаныс менән һиңә барамын.
Зинһар өсөн, тием, Шиғриәт,
Мине тапап, фашлама!
Һиңә яңы аяҡ баҫтым,
Аяҡ сала күрмә, ташлама!
Минең ҡәләм осло бит,
Яҙғым килә һис тә туҡтамай,
Яҙғым килә барлыҡ уйҙарымды ,
Кеше һүҙенә лә ҡарамай.
Яҙмышымдыр һин, Шиғриәтем!
Бар булмышым һиңә арналған,
Мин бит һиңә шундай ғашиҡ!
Һинең тулҡыныңда ярһыған.
Гөлфиә Ҡарамырҙина.
ДОНЪЯМ
Шиғриәт донъяһы
ваҡытҡа баш бирмәй,
миҙгелгә бирешмәй,
араны ла белмәй.
Был минең донъям:
заманға ярамам,
күҙ-йәшкә юл ҡуймам,
бәндәгә баш эймәм.
Донъяма индерәм:
шиғырҙы һөйгәнде,
хискә баш эйгәнде,
һөйөүҙән көйгәнде.
Әлфиә Юлыҡ.
***
Бер әҙәмдең һөйләнгәнен
Ишеткән инем былтыр:
– Кемдең аҡыл туҡһан туғыҙ,
Тик шулар яҙа шиғыр.
,,Аҡыллылар”ға яҙмайым
Уларҙың танау күктә.
Кәпәс яңыртырға ғына
Төшәләр ергә күптәр.
Әкрәм Ҡәйепҡолов.
ҺЕҘГӘ ГЕНӘ ӘЙТЕР ҺҮҘҘӘРЕМ БАР
Һеҙгә генә әйтер һүҙҙәрем бар,
Шуға алам ҡәләм ҡулыма,
Һеҙгә генә һөйләр серҙәрем бар
Килегеҙсе, минең яныма!
Ҡай берәүҙәр кеүек ҡолас йәйеп
Халҡым, тиеп оран һалмайым,
Ә шулай ҙа һеҙҙең менән йәшәп,
Һеҙҙең арағыҙҙан ҡалмайым.
Отоп алам һеҙҙән изгелекте,
Отоп алам ҡайҙан этлекте?
Шуға тулай минең ярһыу йөрәк,
Емерерҙәй булып ситлекте.
Хазина Исҡужина.
ТӨНГӨ ШИҒЫР
Ете төндөң ҡосағында
Утым яна усағымда,
Йоҡо осҡан был сағымда,
Һин генә юҡһың
янымда.
Ҡайын утын ҡыҙыуында
Өҫтәлемә төшә яҡты,
Аҡ ҡанатлы ҡағыҙым да,
Талпынғандай, эҙләп сатҡы.
Ҡәләмемде улай алып,
Былай алып ҡарағанса,
Ҡолағымда тауыш сыңлап:
Булманы, ти, уйлағанса…
Ҡара төндө ҡыҫып ҡосоп,
Тәҙерәмдә таң һыҙыла,
Усағымда янған осҡон,
Төтөн булып сыға юлға.
Хазина Исҡужина.
ЯҘ ҺӘМ ШИҒРИӘТ
Яҙ шундай мәл:
Күктә –ҡояш, ерҙә – һыу тамсылары.
Шаян нурҙар бейеп китә,
Уйнай ел-ҡамсылары…
Күңелде йә һағыш баҫа,
Шатлыҡ эркелә ташып.
Иләҫ-миләҫ ғашиҡ ҡыҙҙай
Илайһы килә шашып…
Шиғриәт иле лә шулай:
Берсә наҙ ул, берсә – ҡуҙ!
Ә ҡоралы… берәгәйле –
Кешеләргә әйтер һүҙ.
Юлдарың уң булһын, шағир,
Яҙғаның – аҡтан ғына.
Наҙлы гөлдәй телебеҙҙе
Бик уяу һаҡла ғына.
Хискә-моңға, заңға-сәмгә
Тулһын шағир йөрәге.
Һәр һүҙе йөрәктән сыҡһа,
Булыр илгә кәрәге!
Булыр илдең терәге!
Лилиә Ғәниева.
ИЛҺАМЫМ, КИТМӘ
(шаярыулы, ысынлы)
Күңел тулып, моңһоуланып,
Эсем бошоп тик ултырғас,
Итәгемдән төшөп кенә
Илһамым булды ҡасырға.
“Китмә инде, илһам, тием,
Һинһеҙ нисек мин йәшәрмен?
Һинең менән бар булмышым,
Һинһеҙ нисек йәшәрермен?
Һайрап күңелде йыуатҡан
Һин бит минең һандуғасым.
Бейектәргә гел әйҙәгән
Ҡыйғас ҡойроҡ ҡарлуғасым.
Һулап та туя алмаған
Һин бит урман һауаһылай,
Һулыш туҡталып барғанда
Һин бит йөрәк дауаһылай.
Һинең менән илһамланам,
Китмә инде, илһамҡайым.
Тормошомдо биҙәйһең һин,
Һинһеҙ бигерәк булыр ҡыйын!”
Илһам яуап бирҙе шул мәл:
“Ярай инде, мин ҡалырмын…
Тик һин ебеп төшмә үҙең,
Шунда тик илһам алырһың”.
Әлфиә БИКТАШЕВА.
ЯҘАМ ӘЛЕ…
Ҡәләмемде мансып, күңелемдең
Нескә ҡылдарынан нур алып
Яҙам әле йөрәгемдән урғып
Ҡайнап сыҡҡан моңдан юл алып!..
Тулҡынында йөҙәм шиғриәттең,
Илһам корабында тирбәлеп.
Моң- ауаздар тынғы бирмәһә,
Ҡалам ярҙа, яҙмай тилмереп…
Хистәр… Хистәр… Алып китә мине,
Алыҫтарға, донъя гиҙҙереп.
Ғашиҡ йөрәгемде услап тотоп,
Сихри мөғжизәгә иҫереп…
Елдәр һыйпай бөҙрә сәстәремдән,
Ҡояш миңә ҡарай йылмайып.
Ә япраҡтар шыбырлайҙар миңә:
– Һүнмә, әле, һүнмә, һин ҡабын!..
Шиғриәттән алып көс- ялҡын!..
Рәсимә Ишемова.
ТАҢДАҒЫ ШИҒЫР
Иртән торһам донъя миңә
Шыбыр – шыбыр
Ҡолағыма көн дә һөйләй
Яңы шиғыр.
Япраҡ, гөлдәр хәбәр һала
Шыпырт ҡына:
“Күрә белһәң был донъя шау
Шиғыр ғына!”
Йылғаларҙың ағышы ла
Тик йыр ғына.
Үҙ яҙмышын көйләп һөйләй
Сабыр ғына.
Аяҡ аҫтында ла ҡарҙар
Шығыр – шығыр…
Ер өҫтөнә ҡарҙар яҙған
Моңло шиғыр.
Хәйерле иртәләр теләп
Яңы көн тыуыр.
Нурҙарында алып килде
Өр – яңы шиғыр.
Һайыҫҡандың бар хәбәре
Шыҡыр-р – шыҡыр-р-р!!!
Һөйөнсөләй: “Бөгөн таңда
Тыуҙы шиғыр!”
Гөлзифа Исрафилова.
МИН ҮҘЕМДЕ ҺУҢЛАП ҠЫНА ТАПТЫМ
Мин үҙемде һуңлап ҡына таптым –
Йөрөгәнмен оҙаҡ аҙашып.
Үҙ юлыма төштөм, ғали йәнәп
Яҙмыш менән һуңлап аңлашып.
Күңелемдә тамырланған орлоҡ
Шытып сыҡты оҙаҡ көттөрөп.
Көҙгө ҡырау һуғып ҡуймаҫ элек
Сәскә атһа ине өлгөрөп.
Шиғриәттең серле донъяһы
Булған да бит минең асылым,
Көҙгө һуҡмаҡтарға баҫҡас ҡына
Күңел – һандыҡ китте асылып…
ШИҒЫРҘАР НИСЕК ТЫУА
…Шишмә һыуы ер аҫтынан
Урғылып ағып сыға.
Шиғырҙарым булмышымдан
Шишмәләй урғып сыға.
Күргәндәрем, кисергәнем
Һыймай күңелгә генә.
Әйтер һүҙем даръя кеүек –
Ташып түгелә генә.
***
Дәфтәр битен асып һалып
Мәрйен кеүек һүҙҙәр теҙәм.
Әйтерһең дә, мин баҡсала
Күптән бешкән емеш тирәм.
… Йөрәк түремдә һаҡланған
Хис – тойғомдо әйтеп бирәм.
Гөлзифа Исрафилова.
ТЫЛСЫМЛЫ ҠӘЛӘМДӘР
(йыр)
Әлнисә Алдырханова һүҙҙәре Гүзәл Баянова көйө
Ҡулында аҡ ҡаурый,
Яҙыусы изге йән.
Йәшәргә өйрәтә,
Күңелгә өҫтәй йәм.
Әҙәбиәт иле-
Әҙәп ул, тиелгән.
Фәһемле фекерҙәр,
Мәрйендәй теҙелгән.
Ҡушымта:
Хистәр ташһын әйҙә,
Уй-хыялдар тыуһын.
Шиғри күңелдәргә
Илһам ҡошо ҡунһын.
Йөрәктән бал тама
Эй, илаһи мәлдәр.
Баллы һүҙҙәр теҙә
Тылсымлы ҡәләмдәр.
Яҙа ла әй яҙа
Тылсымлы ҡәләмдәр.
Ынйылай аҡ ҡарҙар
Һибелә юлымда.
Аҡ ҡына ҡаурыйым
Тирбәлә ҡулымда.
Яҡты уй, татлы хис
Күңелдә уяна.
Ҡанатлы хыялдан
Осҡон балҡый яна.
Мөғжизәле ҡәләм
Изгелеккә тарта.
Ҡәләм белгәндәрҙең
Бәхеткәйе арта.
Халҡым ынйылары
Ижадтың серҙәре.
Уйландыра беҙҙе
Ҡиммәтле һүҙҙәре.
Ҡушымта:
Хистәр ташһын әйҙә,
Уй-хыялдар тыуһын.
Шиғри күңелдәргә
Илһам ҡошо ҡунһын.
Йөрәктән бал тама
Эй, илаһи мәлдәр.
Баллы һүҙҙәр теҙә
Тылсымлы ҡәләмдәр.
Яҙа ла әй яҙа
Тылсымлы ҡәләмдәр.
ШИҒЫРҘАРЫМ, ТАШЛАП КИТМӘГЕҘ!
Бер илайһым килә, бер көләһем,
Шиғырҙарым ҡайҙа киттегеҙ?
Ниңә мине ташлап киттегеҙ ҙә,
Шатлыҡтарҙан мәхрүм иттегеҙ?
Һеҙҙән башҡа нисек йәшәрмен һуң,
Нисек итеп тындар алырмын?
Ҡулдарымда ҡәләм тибрәтмәһәм,
Йәшәүгә көс ҡайҙан табырмын?
Һеҙ бит минең йөрәк серҙәштәрем,
Шиғырҙарым, ташлап китмәгеҙ!
Һеҙ бит минең йәшәү сығанағым,
Йәшәүемдән мәхрүм итмәгеҙ!
Шатлыҡтарым ерҙә булған кеүек
Ҡайғылар ҙа йөрөй йәнәшә.
Шиғырҙарым йәшәр минһеҙ ҙә,
Мин уларһыҙ нисек йәшәрмен?
Йорт-илемә теләп тыныс тормош
Бар ғәләмгә оран һалайым.
Илһам ҡошом, осоп китә күрмә,
Мин шиғырһыҙ йәшәй алмайым!
Фәнилә Йәндәүләтова.
ҺИН, ШИҒРИӘТ, МИНЕ ТАШЛАМА!..
Аҡ донъяла илһам ҡанатҡайым
Эсер һыуҙай, мине ташлама.
Тоймам, һиҙмәм, һуҡыр итмә, зинһар,
Тере йәнем ташлап, фашлама!?.
Һағ(ы)на алмам килер яҙҙарымды,
Һайрамаһа күңел ҡошҡайы.
Йөрәккәйем боҙға әйләнерҙәй
Моң-шишмәмде баҫһа юшҡыны.
Әйтер һүҙем ярып, телһен әле,
Яҙыр һүҙем булһын йөрәктән.
Дошман асһа күҙҙе – һис үпкәм юҡ,
Шик-шөбһәне хатта өркөткән,
Яҡшы дуҫтай юлды өйрәткән.
Рәйлә Хисмәтуллина-Хоҙайбирҙина.
ЙЫР АРНАР ИНЕМ!..
Ҡулыма ҡәләм алам да
Мин һәр саҡ уйға ҡалам.
Нимә тураһында бөгөн
Һыҙланыр минең ҡәләм?
Әйҙә, мин ошо ҡәләмгә
Бөгөн уҡыйым мәдхиә!
Ул бит илһам нуры сәсә
Һәр көндә һиңә, миңә.
Арымай, талмай хеҙмәт итә
Һәр беребеҙ ҡулында.
Ул һәр саҡ тоғоро юлдаш
Шиғриәттең юлында.
Кемгә нисек хеҙмәт итә,
Уҡыусым, һиңә мәғлүм.
Шул турала уйлаһаңсы,
Ҡәләм тотоусы, мәлғүн!
Һиңә Хоҙай тарафынан
Бирелгән илаһи көс.
Халыҡҡа хеҙмәт итергә
Йәлләмә көсөңдө һис!
Әгәр бер генә кешегә
Йәшәүгә һин дәрт өрһәң,
Әгәр, бер генә йөрәккә
Һөйөүгә өмөт бирһәң,
Бушҡа түгел ҡәләм тотоп
Уйға ҡалған ваҡытың.
Ошо ҡәләм менән генә
Өҫтәйһең йәшәү ҡотон!
Ошо ябай ҡәләмгә мин
Уҡыйымсы мәдхиә,
Арымай, талмай ябай ҡәләм
Хеҙмәт итә бит беҙгә.
Мөмкин булһа мин ҡәләмгә
Арнап йыр яҙыр инем.
Әллә нигә йыр яҙырға
Һәләтем юҡ шул минең…
Мансур Рәхимғолов.
ШИҒРИӘТ
Шиғриәт – ул моң шишмәһе,
Күңелдән сыҡҡан ауаз.
Барлыҡ донъя йөҙлөгөнән
Һиңә килгән ҡайтауаз.
Шиғриәт – ул наҙ шишмәһе,
Мөхәббәткә сорналған.
Ләйлә менән Мәжнүндәрҙең
Йырҙарында йырланған.
Шиғриәт – ул илаһи көс,
Бирелгән ҡатын – ҡыҙҙан.
Бөйөк Һөйөү өсөн янған
Һәр йөрәктәге ҡуҙҙан.
Шиғриәт – ул, илһам ҡошо,
Беҙҙе бергә бәйләгән.
Һөйөү, дуҫлыҡ, тыуғанлыҡҡа
Саҡырып алға әйҙәгән.
Шиғриәт – ул беҙҙең ғүмер,
Аяҙ булһын күгебеҙ!
Киләсәктә сәскә атһын
Башҡортостан Илебеҙ!
Мансур Рәхимғолов.
ЙӘН СЕРҘӘШЕМ – ШИҒРИӘТЕМ
Бал саҡтан шиғриәткә ғашиҡ булдым,
Ниндәй көсө тартты икән? Аңламайым.
Һағышланһам, ҡулдарыма ҡәләм алдым,
Һағыштарым бер-бер артлы яҙып барҙым.
Шиғриәтте шунда ғына аңлай төштөм,
Ул бит булған яҡын дуҫым – йән серҙәшем.
Ҡайғыларҙа – күҙем баҫһа әсе йәшем,
Яндарымда һәр саҡ булды шул серҙәшем.
Шул ваҡытта баҫылғандай минең йәнем,
“Шиғриәтем! Ташлама”, – тип мин өндәштем.
Һин ташлаһаң, шартлап яныр был йөрәгем,
Бала саҡтан һин бит минең йән серҙәшем.
Ғүмеремдең һүтер ебе кәмегәндә,
Ары үтер юлдарымды һиҙмәгәндә,
Йән серҙәшем, тауышымды ишеткәндә,
Ташлап китмә, етем итмә мәңгелеккә.
Ташлама һин, йән серҙәшем – шиғриәтем…
Рәйсә Иҫәнбаева.
ҺУҢЛАП КИЛДЕМ…
Мин бик һуңлап килдем шиғриәткә,
Шулай кәрәк булды, моғайын.
Күрер күрәсәкте күреп бөткәс,
Рөхсәт итте, буғай, Хоҙайым.
Йәшлек дәрте менән тормош үҙе
Минең өсөн шиғыр булғандыр,
Йәшәйешем матур бер йыр булып
Ығы-зығы менән тулғандыр…
Шиғыр тыуһын өсөн йөрәгемдә
Юғалтыуҙар кәрәк булғандыр…
Булған түҙем минең күңелемдә
Ҡайғы-хәсрәт менән тулғандыр…
Тулғандыр ҙа ярҙарынан ташып
Шишмә булып шиғыр тыуғандыр,
Ғүмеремдең ҡалған осоронда
Ташламаһын ине Илһамым,
Шиғри шишмәм һыуын тәмләр инек
Йөрәгемдән урғып торғанын.
Тәмләй алһам ине шул шәрбәтте
Ҡалған ғүмеремдә туйғансы,
Алла Тәғәләм үҙе килеп миңә:
– Инде булды һиңә! – тигәнсе.
Ташламасы, Илһам, ташламасы,
Мине шиғри күктә тотоусым!
Дәртләндереп торһаң яндарымда
Һис ташламаҫ мине уҡыусым!
Мансур Рәхимғолов.
СЕРҘӘШТӘРЕМ
Бәғерһеҙлектәрҙән,
Хыянаттан
Йөрәккәйем шартлар сиктәрҙә
Әл дә һеҙ бар,
Серҙәштәрем,
Әрнеүемде һеҙгә бикләргә…
Бәргеләнеүҙәрҙән
Юғалтыуҙан
Бик күптәнән яҡын исемде
Тағын һеҙгә ҡайтам урап –
Хаталарҙы ҡайҙа киселде?..
Әл дә һеҙ бар, тимен,
Шиғырҙарым,
Һағыштарым күмеп киткәндә
Терәкһегеҙ,
Әхирәт тә,
Шаһитһығыҙ минең үткәнгә…
Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева.
ЫНЙЫ СИГӘМ
Күңелем һандығына һыя
Минең бөтә серҙәрем,
Һин минең тоғро дусҡайым,
Һин минең әхирәтем.
Күңелемә илһам килһә
Тәүҙә һиңә өндәшәм.
Ап-аҡ матур йөзкәйеңә
Һүҙҙәрҙән ынйы сигәм.
Зәкиә Юнысбаева.
ТИК ШИҒЫРҘАН ҒЫНА ТОРА ДОНЪЯМ
Тик шиғырҙан ғына тора донъям –
Һәр биҙәге уның шиғырҙан.
Шиғырҙан туҡылған яҙмышым,
Шиғырға уйылған уйҙарым,
Тормошом шиғырҙан ҡайылған.
Шиғырҙан тыуғанмын үҙем дә,
Шиғырға ҡайтырмын үлемдән.
Әлфиә Юлыҡ.
***
Күңҽлҽмдә һәр саҡ
Шиғыр тыуа.
Һәр бҽр матур
Һүҙҙәр ишҽткәс.
Ҡайһы шиғыр
Илһам көсө
Мҽнән тыуа
Ҡайһы шиғыр
Ауыр тыуа алмай.
Шиғыр яҙам.
Шиғыр яҙған
Һайын.
Яҙғы килә!
Үҫкҽ килә!
Бҽйҽк үрҙәргә!
Шиғыр яҙам.
Яҙған һайын.
Арта тҽләгҽм.
Үҫһә инҽ
Минҽң ижадым!
Риана Вәлиева.
***
Шиғриәткә миндә
Һуңлап килдҽм.
Сөнки һәр саҡ үҙҽмдҽ,
Хыялымды тыя килдҽм.
Эсҽмдәгҽ хистәрҽмдҽ.
Йәшҽрә килдҽм.
Үҙҽмә лә бҽлдҽрҽргә
Ояла бҽлдҽм.
Ләкин улай һис тә.
Йәшәп булмай икән?
Урғылып та сыға икән.
Оҙаҡ уны тотоп булмай икән.
Шиғриәт – ул илаһи бҽр көс икән.
Ул да бҽр хоҙайҙың ҡөҙрәтҽ икән.
Шиғриәт кҽшҽлҽккә бҽр көс икән.
Шиғриәтһҽҙ ҽрҙә йәшәп булмай икән.
Риана Вәлиева.
***
Күңҽлҽмә ниҙәр ҽтмәй
Икән тиһәм – шиғыр яҙыу
Икән ҽтмәгән.
Шуны бары шиғыр яҙғас ҡына.
Шиғыр яҙғас ҡына аңланым.
Шиғри күңҽл – сихри күңҽл
Икән ул бөтә булмышыңды тирбәтә.
Доньялағы һәр бҽр күрҽнҽшкә
Шиғри күҙлҽгҽнән ҡарата.
Риана Вәлиева.
***
Һуңлап ҡына булһа ла
Шиғриәткә килгәнҽмә.
Сикһҽҙ ҡыуанам!
Хоҙайыма рәхмәтҽм дҽ.
Әйтҽп йыуанам.
Шиғриәт миңә.
Ҡанат ҡуйҙы .
Талған йәнҽмә!
Бирҽшмәҫкә миңә
Көс һәм дәрт бирҙҽ.
Шиғриәт мәңгҽ йәшәһҽн!
Шиғриәт мәңгҽ үҫһҽн!
Туған тҽлҽм бөтмәһҽн!
Күңҽлҽбҽҙ бай булһын!
Һәр ваҡыт Илһам уянһын.
Тәүлҽк әйләнәһҽнә.
Ҡәләмдә