22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнө
80 йыл элек был көндө илебеҙ тарихында иң ҡан ҡойғос һуғыш – Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ҡәһәрле һуғыш илебеҙгә ҡара ҡайғы, аслыҡ-яланғаслыҡ килтерҙе. Мәхшәр үҙәгендә ҡайнаған йәш егеттәр, сос ҡыҙҙар – бөгөн инде сал сәсле әбей-бабайҙар. Күптәр инде арабыҙҙа юҡ та… Бөгөн уларҙың ҡаһарманлыҡтары өсөн мең-мең рәхмәтлебеҙ, яу ҡырындағы һәм тылдағы фиҙаҡәрлектәре алдында башыбыҙҙы эйәбеҙ!
Ошо уңайҙан Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы егете – БР Яҙыусылар берлеге ағзаһы, 3 китап авторы Фәнис Сирбаевтың быйыл “Ағиҙел”дең 3-сө һанында донъя күргән “Туҡ-туҡ!..” исемле поэмаһын тәҡдим итәбеҙ.
ФӘНИС СИРБАЕВ
ТУҠ-ТУҠ!..
Поэма
Ҡапыл ғына китте ярым -ярты ирҙәр —
Элекке яугирҙар,
Тауыштары ҡала: “Туҡ, туҡ, туҡ!”
Ә. Ғәҙелбаев.
Һуғыш менән мин яҡындан таныш,
Бик яҡындан.
Һуғыштан мин ҡурҡам, ҡурҡҡан кеүек
Хаҡ мосолман
Ҡиәмәттә ҡалҡыр ҙур ялҡындан…
Һуғыш менән мин яҡындан таныш —
Бала саҡтан.
Һуғыш тауыштарын тыңлай инем
Иртә таңдан, көнө буйы,
кисен ятһам.
Һуғыш тауыштары менән үтте
Бала саҡтар,
Малай саҡтар,
Үтте тыңлап һуғышты
Егет саҡтар.
“Туҡ- туҡ!” барҙы һуғыш көндәр буйы,
Йылдар буйы.
Ҡайһы ваҡыт төндәр буйы…
Ул ваҡытта ҡартатайҙың булған уйын
Аңлар өсөн етмәй ине,
Етмәй ине минең буйым.
Иҙән буйлап йөрөр ине көнө – төнө:
Туҡ- туҡ! Туҡ- туҡ!
Ике таяҡ, һыңар аяҡ,
Күңелендә тамсы тынғы
Юҡ- юҡ! Юҡ- юҡ!
Көслө йөрәк бер туҡтауһыҙ–
Һулҡ- һулҡ! Һулҡ- һулҡ!
…Туҡ -туҡ! Туҡ -туҡ!
Эшелондар ҡуҙғалдымы,
Алыҫ фронтҡа юл алдымы?
Туҡ- туҡ! Туҡ- туҡ!
Ярһыу аттар әллә саба,
Әйҙә, алға!
Юҡ- юҡ! Бесән түгел,
Башҡорт егеттәре бөгөн
Дошман саба.
Туҡ- туҡ! Туҡ- туҡ!
Әллә атыу тауыштары
Ишетелә алыҫтағы?
Туҡ- туҡ! Туҡ-туҡ!
Был ярыла йәҙрәләрме,
Үтеп инә тәҙрәләрҙе.
Юҡ- юҡ! Был бит
Ҡартатайым таяҡтары—
Яуҙан алып ҡайтҡан аяҡтары…
Ҡартатайым йөрөр ине
Иҙән буйлап, ниҙер уйлап.
Бәһлеүәнде күтәралмай
Шығыр-шығыр ыңғырашып
Илай ине ике таяҡ.
Бәһлеүәнде күтәралмай
Иңрәй ине
Яуҙан ҡайтҡан һыңар аяҡ.
Күкрәгендә яна ине көслө йөрәк:
Ҡайтмағандар өсөн
Йәшәр кәрәк! Йәшәр кәрәк!
Эшләр кәрәк!
***
…Май ине бит, май инеме,
Май ине шул.
Бөтә донъя сәскә атҡан йәй ине шул.
Һылыу егет– бөҙрә сәсле,
Киң яурынлы,
Шул уйынға ниңә барҙы, ниңә булды?
Киске уйын.
Әллә ысын, әллә уйын,
Бер һылыу ҡыҙ яуланы бит
барлыҡ уйын.
Май ине шул, Йылайырҙың
Йырлап ҡына аҡҡан мәле.
Хуш еҫ бөркөп муйылдарҙың
Шаулап сәскә атҡан мәле.
Йәштәрҙең дә йөрәктәре
Үтә ярһыу ҡаҡҡан мәле.
Эй, бейене теге һылыу
Өйөрөлөп, өйөрөлөп!
Уйламаны егет хәлен
Бейер элек, бейер элек.
Туғайҙарҙа яҙ ине бит,
Бар тирә яҡ сәскә ине.
Ҡартатай ҙа, өләсәй ҙә
Сәскә кеүек йәштә ине.
Тик шуныһы: сәскәләрҙе
Иҙеп – тапап, һындырғылап
Фашист килә ине илгә.
Кәрәк ине иңдәр иңгә,
Кәрәк ине ирҙәр илгә.
Егермеһен саҡ тултырған,
Кисә генә ғашиҡ булған
Ҡартатай ҙа ат эйәрләй.
Ҡала ине Ямаш, Сыңғыҙ,
Ҡала ине бейеүсе ҡыҙ.
Һәм ташланды ут эсенә–
Уртаһына һуғыштың,
Һуңғыһына тиклем алға–
Ҡаныңдың да, һулыштың.
Изге һуғыш, изге һуғыш.
Бар ине шул барыһы:
Тыуған яҡтың яҙғы еҫен
Алыштырҙы дарыһы,
Арыҫландай башҡорттар бар,
Бар төлкөһө, һарығы.
Изге һуғыш, изге һуғыш…
Аҙ ине тик изгелек,
Кемдер илем, тиеп ауҙы,
Ҡай берәүҙәр иң элек
Үҙ тиреһен ҡайғыртыуҙан,
Әллә инде ныҡ ҡурҡыуҙан,
Әллә аҡыл күп булыуҙан
Имен ҡала килде һаман.
Яманмы был, бәлки, яҙған
Иҫән ҡалыу ҡай берәүгә…
Ҡартатайға яҙған ине:
Ғүмерлеккә һыңар аяҡ,
Һәм тағы ла “туҡ-туҡ” иткән,
Ыңғырашҡан ике таяҡ.
Ә шулай ҙа шөкөр ине:
Ул яҙмышты ул ваҡытта
Биргән ине Аллаһ аяп…
Апрель ине, утлы ҡырҡ өс:
Аяҡ ҡына түгел, эйе,
Йәнһеҙ ҡалыр мәлдәр ине,
Әллә инде май инеме,
Әллә күптән июнь ине.
Берсә һалҡын, ап – аҡ ҡышта
Ятҡан кеүек яңғыҙ, тышта.
Берсә ялҡын бар тирә яҡ,
Был донъяла ҡалыр өсөн
Түләй торған бар ине хаҡ.
Ул да булһа – уң яҡ аяҡ.
Өс ай буйы алыш бара:
Палатанан палатаға
Күсерәләр:” Кеше булмаҫ,
Үлеп бара.
Юҡсы, ҡара!
Тере бит был “.
Ахыр сиктә нөктә ҡуя
Өс ай барған был көрәшкә
Кировтағы дауахана.
Янындағы әжәл сигә,
Ҡуйған хаҡын – аванс ала.
Уң яҡ аяҡ шул ҡалала
Аванс булып ятып ҡала.
Изге һуғыш, изге һуғыш…
Түңкәрҙе донъяларҙы.
Яҙлыҡтырҙы яҙмыштарҙы,
Көндәрҙе төн яһаны.
Егерме өс йәштән таяҡ,
Ике таяҡ, һыңар аяҡ…
Ярай әле бейеүсе ҡыҙ –
Теге яҙ кисендәге,
Онотманы, көтөп алды.
Шул мәлдәр иҫендә гел.
Күрмәне ҡыҙ аяҡты ла,
Күрмәне таяҡты ла.
Күрешеп күҙҙәр туйманы,
Күптәнән таң яҡтыра.
Шуны ғына һиҙҙе егет:
Еңеү килгән яҙ булһа ла,
Йөрәктәргә еңеү менән
Һайрап торған яҙ тулһа ла,
Бейемәне бейеүсе ҡыҙ.
Усаҡтан да ҡалды тик ҡуҙ.
Тынды гармун,
Тынды йыр – моң.
Аянымы егет хәлен –
Яуҙа ҡалған аяғын,
Һағындымы ҡайталмаған
Ике һылыу ағаһын.
Бейемәне,
Бейер мәлме.
Шашып шатлыҡ килгәндә лә,
Шаулап илай шул күңел.
Бейер кистәр барҙыр, әммә,
Ул кис бөгөнгө түгел…
***
Хәтеремдә:
Һуғыш бөткән, йылдар уҙған–
Ҡырҡ йылмы, илле йылмы.
Ә өләсәй көттө һаман
Ҡайтмаған ағаларын.
“Үлем хәбәрҙәре юҡ бит,
Ағайҙарым минең ныҡ бит.
Һеҙ тере бит, мин бит һиҙәм,
Ялал ағам, ағам Низам!”…
Тик ҡайтманы мин күрмәгән
Ике һылыу олатайҙар…
Ҡайтты бары медальондар
Етмеш йылдан, ер аҫтынан.
Тик өләсәй киткәненә
Ике тиҫтә ғүмер уҙған.
Күрмәй китте, белмәй китте,
Был яҡшымы әллә яман.
Ағалары ҡайтмаһа ла, яндарына
Өләсәйгә ҡайтыу яҙған.
Ҡартатай ҙа көтә ине
Һөйгән ҡыҙын теге яҡта.
Олпат егет, бейеүсе ҡыҙ,
Мин беләмен: Һеҙ ожмахта!
Ете бала үҫтерҙеләр
Кәрәк тиеп тыуған илгә,
Рухлы улдар, һылыу ҡыҙҙар
Терәк тиеп тыуған илгә.
Киләсәккә урман тиеп
Ете бала — ете ағас.
Яндарында беҙ ҙә ҡалҡтыҡ,
Олпатландыҡ, сәскә аттыҡ.
Йәнәшә лә йәш ҡыуаҡлыҡ…
***
Туҡ- туҡ! Туҡ- туҡ!
Шул эшелон ҡуҙғалғандан
Бала саҡта гел тыңлаған,
Шомло тауыш һис тынмаған.
Туҡ- туҡ! Туҡ- туҡ!
Был һуғышмы алыҫтағы,
Әллә инде ҡартатайҙы
Йоҡо алмай бөгөн тағы!?
Туҡ- туҡ! Туҡ- туҡ!
Алыҫта ла, яҡында ла
Ишетелә янда ғына,
Әллә инде ҡанда ҡаға…
Ҡартатайҙан ҡалған ҡаным,
Һуғыштарҙан ҡайтҡан ҡаным
Тынғы тапмай йүгерәлер
Туҡылдатып йөрәгемде,
Айырмайса көндө-төндө:
Туҡ- туҡ! Туҡ- туҡ!
Туҡ- туҡ! Туҡ- туҡ!..