4 февраль көнө Урғаҙа ауылында Республика башлығы Р.Ф. Хәбиров ҡатнашлығында яңы социаль-мәҙәни үҙәк үҙ ишектәрен асты.
Был ҙур, яҡты, йылы үҙәк эсендә ауыл китапханаһы ла урынлашҡан. 9 меңдән ашыу китап фонды, балалар өсөн ял итеү зонаһы булдырылған китапхана әүҙем китап уҡыусыларҙың күптәнге хыялы ине. Мәҙәниәт министры Ә. И. Шафикова ла мәҙәни үҙәктең, китапхананың эшен баһалап, артабан да тырышып эшләргә, халыҡ менән тығыҙ бәйләнеш булдырырға, китап уҡыуға йәлеп итергә тигән маҡсат ҡуйҙы.