“Дуҫлыҡ гөлләмәһе” телекүпере
Туғандаш Илеш-Баймаҡ райондарында йәшәп ижад итеүсе ижадсылар араһында дуҫлыҡ ептәре һуҙылды – был ике райондың әҙәби берекмәләре ағзалары онлайн рәүештә осрашты. Баймаҡ биләмә-ара китапханаһы директоры Зилә Вәкил ҡыҙы Мортазина Баймаҡтан сыҡҡан юбиляр яҙыусыларҙың ижадын пропагандалау буйынса китапхананың эшмәкәрлеге тураһында һөйләп үтте.
“Дуҫлыҡ гөлләмәһе” телекүперендә Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары Рәйсә Иҫәнбаева, Борис Хәйретдинов, Айгөл Аҡҡужина, Айгөл Ишемғужина (Иҙелбаева) “Илһам” әҙәби-музыкаль берекмәһе етәксеһе Клара Хәлиуллина һәм ағзалары – Гөлсинә Сәлимова (ул шулай уҡ “Балҡыш” әҙәби берекмә етәксеһе лә), Рәлиф Шәғәлиев, Фәнә Минһажева, Әлфирә Сәйетгәрәева, Гөлсөм Хәфизова һәм 90 йәшлек булыуына ҡарамаҫтан йәштәреңә алмаштырғыһыҙ Сәриә Сафиуллина, үҙ-ара танышып, ижад емештәренән ауыҙ иттерҙе, дәртле йырҙар ҙа яңғыраны. Йәнле осрашыу киләсәктә тағы ла яңы авторҙар менән танышыу, рухи дуҫлыҡты дауам итеү ниәте менән тамамланды.