logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, Ш.Хоҙайбирҙин, Й.Кейекбаев һәм М.Буранғолов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, 12 китап авторы, үҙенең әҫәрҙәре менән китап уҡыусыларҙың һөйөүен яулаған,бай тормош тәжрибәһе туплаған, оло һәм изге йөрәкле ағинәй Лира Әхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева менән осрашыу уҙҙы. Сарала әҙибәнең ижады һәм тормош юлына байҡау яһалды. “Бөтәбеҙгә бер ер шары” исемле китабына ингән “Бәхетең үҙең менән ” әҫәре буйынса фекер алышыу бик ҡыҙыу булды. Әҙәбиәт һөйөүселәр үҙҙәренең фекерҙәре менән бүлештеләр, яҙыусыға бик күп һорауҙар бирҙеләр. Автор үҙ сиратында тулы яуап биреп кенә ҡалманы, Баймаҡлылар хаҡлы рәүештә бөйөк дин әһеле Мөжәүир хәҙрәт менән ғорурланырға, уның исемен мәңгеләштереү маҡсатында эҙләнеүҙәр алып барырға өндәне. Ваҡытын тоғро файҙаланған, һәр мәлдең ҡәҙерен белгән, уны юҡҡа сарыф итмәгән Лира Әхмәт ҡыҙының шундай аҡыллы, зыялы шәхес икәненә тағы бер тапҡыр инандыҡ.