logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

А. Ҡәҙерғоловтың юбилейына арнап

 

25 сентябрь Темәс ауыл модель китапханаһында яҡташыбыҙ яҙыусы Азамат Ҡәҙерғоловтың 80 йыллыҡ юбилейына арналған “Ҡәҙер һәм Хәтер” кисәһе үтте. Яҙыусының яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашырға мәғәриф , мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, 8-се синыф уҡыусылары, уҡытыусылар, арҙаҡлы ир уҙаманын яҡындан белгән фекерҙәштәре, дуҫтары, классташтары, туғандары һәм “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Гузәл Салауат ҡыҙы Иҫәнгилдина ҡатнашты. Өфө ҡалаһынан килгән ауылдашыбыҙ арҙаҡлы баянист Редик Әхмәт улы Фәсхетдинов, хәләл ефете Гульнур Әсәт ҡыҙы кисәбеҙгә йәм өҫтәне. Яҙыусының “Үгәй атай” хикәйәһе буйынса өҙөктән сәхнәләштереү күрһәтелде һәм уҡыусылар Азамат Ҡәҙерғоловтың хикәйәләрен уҡып килделәр, һорауҙарға яуаптар бирҙеләр.