logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Ағинәйҙәр һүҙе- аҡылдың үҙе”

Бөгөн Баймаҡ биләмә- ара үҙәк китапханаһында Рәсәй мәҙәниәте йылы айҡанлы “Ағинәйҙәр һүҙе- аҡылдың үҙе” исемле район ағинәйҙәренең йыйыны үтте. Был сараның төп маҡсаты быйылғы йылға алынған пландарҙың үтәлеше, эш алымдары тураһында фекер алышыу. Ағинәйҙәр ойошмаһына килгән яңы исемдәр менән танышыу йыйындың матур бер күренеше булды.
Иҫке Сибай ауылының оҫта ҡуллы ағинәйҙәре тула баҫыу серҙәренә, ҡыҙҙарға һәм малайҙарға сарыҡ тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙолар. Үҫеп килгән быуынға телһөйәрлек, рухиәт тәрбиәләү тураһында Икенсе Этҡол, Әбделкәрим, Ишмырҙа ауылы ағинәйҙәре сығыш яһаны. Милли биҙәүестәрҙәге етешһеҙлектәрҙе булдырмау буйынса Ниғәмәт, Иҫке Сибай, Төркмән ағинәйҙәре үҙ фекерҙәрен әйтеп үттеләр. Йыйындың аҙағы әүҙем эшмәкәрлек күрһәткән ағинәйҙәргә республика һәм район ағинәйҙәр етәкселегенең Маҡтау һәм Рәхмәт хаттары тапшырыу менән тамамланды.