“Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” ҡала бәйгеһе үтте.
Бөгөн ҡаланың 1-се мәктәбендә “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” ҡала бәйгеһе үтте. Унда ҡаланың 1-се мәктәбе, 4-се лицей, Баймаҡ лицей-интернаты, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалынан биш пар ҡатнашты. Башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған һәм уның ижады буйынса үткәрелгән бәйге – йәшлек, сафлыҡ бөркөлөп торған, һылыу, сая, рухлы, дәртле ҡыҙҙарҙы һәм егеттәрҙе йыйҙы. Әҙәбиәткә, сәнғәткә ғашиҡ талантлы йәштәр булғанда киләсәгебеҙ ысын мәғәнәһендә яҡты һәм өмөтлө! Бәйгеселәр конкурстың һәр шартын теүәл үтәне. Экранда яратҡан әҫәрҙәргә буктрейлерҙар күрһәтелде, сәхнәлә сағыу мөхәббәт образдары сағылдырылды. Вальста әйләнеүсе, йырлап та ебәреүсе, бейергә лә төшөп китеүсе, әҫәрләнеп Мостай Кәримдең шиғырҙарҙын яттан һөйләүсе йәштәрбарыһының да күңелен яуланы. Беренсе урынды – УТЭК-тың Баймаҡ филиалы студенттары Гөлсөм Шахморатова һәм Радмир Ильясов яуланы. Икенсе урынға ҡаланың 1-се мәктәбе уҡыусылары – Ғәзинур Нуртдинов һәм Гөлназ Хәмитова, БЛИ уҡыусылары -Алтынай Салихова һәм Ислам Килдейәровтар сыҡты. Өсөнсө урынды ЗАПК студенттары – Ишморат Рәхмәтуллин һәм Гөлфирә Нарынбаева менән 4-се лицейҙан Алтынай Нәҙербаева һәм Юлдаш Ямантаевтар бүлеште.