“Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” бәйгеһендә ҡатнашығыҙ!
Башҡортостандың халыҡ шағиры, рухи мәҙәниәтебеҙ үҫешенә тос өлөш индергән бөйөк шәхес Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы сая рухлы, дәртле һәм ижади йәштәр араһында “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” бәйгеһе иғлан итә.
Бәйгенең маҡсаты:
– йәштәр араһында әҙиптең ижади мираҫын популярлаштырыу;
– йәштәрҙе күберәк китап уҡыуға йәлеп итеү;
– алдынғы ҡарашлы, тәрбиәле, рухлы йәштәрҙе асыҡлау;
– Мостай Кәримдең ижады аша йәш быуында патриотик ҡараш тәрбиәләү.
Бәйге 2 турҙан тора: 1-се тур – ауылдарҙа, 2-се тур – еңеүселәр төбәк бәйгеһендә ҡатнаша, төбәк бәйгеһендә еңеүселәр Халыҡ ижады үҙәгендә үтәсәк Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған тантаналы кисәлә бүләкләнә.
Бәйгенең шарттары:
1.Үҙең менән таныштырыу. Слайд әҙерләү (2 мин);
2.Мостай Кәримгә 100 йыл тулыу айҡанлы әҙиптең бер китабына (әҫәренә) буктрейлер әҙерләү (бер парҙан 3 минутлыҡ);
3.Мостай Кәримдең әҫәрҙәрендәге мөхәббәт геройҙары образында сығыш яһау;
4.Шағирҙың шиғырҙарын яттан һөйләү;
5.Вальс бейеү.
Бәйгелә 16-22 йәштәге ҡыҙҙар һәм егеттәр ҡатнаша.
Белешмәләр өсөн телефон: 3-16-74