Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән!
Һәр кешенең бәхете уның ғаиләһе, яҡындары, тормош иптәше, балаларына бәйле. Сәстәрен сәскә бәйләгән көндән алып матур донъя көтөп, ғүмер буйы ҡулға-ҡул тотоношоп, берҙәмлектә, татыулыҡта бәхетле ғүмер кисереүселәр күберәк булғанда, донъя күпкә яҡшырыр.