logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

“Ҡайҙа ла бер ҡояш”

Бөгөн биләмә-ара район үҙәк китапханаһында үҙенсәлекле көндәрҙең береһе булды – Гөлдәр Әҙеһәм ҡыҙы Кәримованың “Ҡайҙа ла бер ҡояш” тип исемләнгән беренсе китабына презентация үтте. Әлбиттә яңы китаптың баҫтырылыуы ул һәр ваҡыт ҙур ваҡиға, китапхана өсөн ысын байрам, китап уҡыусылар өсөн ҙур ҡыуаныс. Ә инде автор беҙҙең яҡташыбыҙ булғанға күрә, яңы әҫәргә ҡыҙыҡһыныу икеләтә артты һәм үҙенә әүҙем китап уҡыусыларҙы, авторҙың яҡындарын, «Йәнгүҙәй» әҙәби-ижад берекмәһе ағзаларын, күп йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, әлеге көндә лә дуҫлыҡ ептәрен өҙмәй, яҡын аралашҡан авторҙың синыфташтарын да йыйҙы китап презентацияһы.
Сара барышында китапҡа ингән һәр хикәйәнең йоҡмәткеһе тураһында матур фекерҙәр яңғыраны. Һәр сығыш яһаусы Гөлдәр Әҙеһәм ҡыҙының был хикәйәләрендә мөхәббәт, тарих сағылдырылып, халыҡсан һүҙҙәр ҡулланылып барыуын, ысын тормоштан алынған ваҡиғаларҙы бик оҫта итеп бәйән итеүенә һоҡланды. Китаптағы хикәйәләр – уҡыусыны йәлеп итеүсе магнит һәм беренсе биттәрҙән үк үҙенә мауыҡтыра ала. Ә ундағы барған тарих шундай серле һәм көсөргәнешле итеп сағылдырылыуын, ваҡиғаларҙың нисек тамамланғанын белмәйенсә китапты ҡулдан төшөрөп булмауын һәм ирекһеҙҙән, был әҫәрҙәрҙәге тормош боролоштары уйға һалыуы тураһында әйтеп үттеләр. Һәм әлбиттә, Гөлдәр Әҙеһәм ҡыҙының беренсе китабы сығыу айҡанлы матур ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны. Синыфташы Хөрмәт Ураҙбаев, ҡыуаныслы ваҡиғаны уртаҡлашып матур йыр башҡарып үтте.
Гөлдар Әҙеһәм ҡыҙына ижади уңыштар, сикһеҙ илһам һәм ҡәләменең көндән – көн ослораҡ була барыуын теләйбеҙ. Китабығыҙ беҙҙең уҡыусыларҙың күңеленә ятыр, күп уҡылған һәм талап ителгән әҫәрҙәрҙән һаналыр тип ышанабыҙ.