«Ҡатын–ҡыҙ ул йәмле яҙ кеүек»
Баймаҡ биләмә – ара үҙәк китапханаһында «Ҡатын–ҡыҙ ул йәмле яҙ кеүек» тип аталған осрашыуға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградаһы «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнгән, күп йылдар Сибай дәүләт филармонияһында нәфис һүҙ оҫтаһы һәм художество етәксеһе булып эшләгән, бөгөнгө көндә Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы Нәсимә Әхмәтхәлим ҡыҙы Ғиззәтуллина саҡырылды. Сараға яҡташыбыҙҙың ижадын үҙ иткән һәм китапхана дуҫтары йыйылды. Ҡунағыбыҙ үҙе менән яҡындан таныштырып, “Ҡырҡ сырағым” моноспектакленең ҡатын-ҡыҙ яҙмышын сағылдырған тулҡынландырғыс өҙөгө менән сығыш яһаны. Был сығышта һәр тамашасы ҡатын – ҡыҙҙың күңел тәрәнлеген, нескәлеген, йомартлығын, эмоцияларын, кисерештәрен тапты. Һәм Нәсимә Әхмәтхәлим ҡыҙына “Ҡырҡ сырағым” моноспектаклен тулыһынса ҡарау теләген белдерҙеләр.