Бөгөн Баймаҡ мәҙәниәт йортонда район башҡорттары Ҡоролтайының сираттағы ултырышы үтте.
Унда Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайының үткән осорҙағы эшенә йомғаҡ яһалды, шулай уҡ башҡа мөһим мәсьәләләр тикшерелде. Ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Урал аръяғы райондары кураторы Хәлил Рәхмәтуллин , Баймаҡ муниципаль районы башлығы Азамат Иҙрисов һәм башҡалар ҡатнашты.
Райондың Ҡоролтай эшмәкәрлегендә әүҙемлек күрһәткәндәр диплом һәм маҡтау грамоталары менән билдәләнде. Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең коллегаларҙың да булыуы һөйөнөслө. Улар- Буранбай ауылы китапханасыһы Зәкиә Ғәйетбаева һәм Ишмөхәмәт ауылы китапханасыһы Асия Үлйәбаева. Хөрмәтле коллегаларыбыҙҙы уңыштары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар һәм яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ!