logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Бөгөн Башҡортостандың бөйөк улы – МОСТАЙ КӘРИМдең тыуған көнө!

Башҡорт халҡының данлы улы Мостай Кәрим — донъя әҙәбиәте хазинаһына сикһеҙ ҙур өлөш индерҙе, башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәрҙе. Үҙенең бар көсөн һәм талантын ул бөгөнгө Башҡортостандың ҡабатланмаҫ образын һүрәтләүгә бағышланы. Уның китаптары тиҫтәләрсә телдәргә тәржемә ителгән. Ил өсөн ауыр һынылыш мәлдәрендә лә ул өндәшмәй ҡала алманы. Аҡыллы һүҙе халыҡ араһында ҡайтауаз булып яңғыраны. Һәр кем өсөн туғанындай яҡын кеше булды. Халыҡ уны юғары әҙәби маһирлығы, таланты һәм кешелек сифаттары өсөн яратты.

ОРАН
Хыял булып тыуҙым. Заман үткәс,
Әйләнермен бары хәтергә.
Тик өлгөрһәм ине шул арала
“Айны!” – тигән бер һүҙ әйтергә.
Айны, кеше, ғәмһеҙ йоҡоңдан!
Көн яҡтырыр һин күҙ асыуҙан.
Һәм өнөңдә һаташыуҙан айны,
Аҙашыуҙан айны – шашыуҙан.
Мин үтермен. Исемем телдән төшөр.
Бәлки, ҡалыр ошо ораным.
Үҙ-үҙемдән һораманым “Һин кем?”
“Һин ни өсөнһөң?” – тип һораным.