logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе һәм “Игебай мәктәбе” клубы ижадсылары араһында МАСУС ХӘРБИ ОПЕРАЦИЯҒА АРНАЛҒАН ШИҒЫРҘАР буйынса АСЫҠ МАРАФОН үтте.

Унда яҙыусы, махсус хәрби операцияға арналған «Геройҙар ваҡыты» китабы авторы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева төп ҡунаҡ булды.
Рәйес Түләк исемендәге «Йәнгүҙәй» әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары Зәкиә Сөләймәнова, Көнһылыу Сөләймәнова, Нәфисә Мәмбәтова, Гөлсөм Зәкирова, Зәкиә Нәҙербаева, Мәрйәм Килдейәрова, Хазина Исҡужина һәм Ирек Бикмәтов, шағир Фәнис Сирбаев, Күсей ауылынан «Игебай мәктәбе» клубы ағзалары Наҙгөл Зәйнуллина, Зөлхизә Абдуллина, Илзирә Әхмәтова, Гөлиә Сафина, Әминә Баймөхәмәтова (етәкселәре Вәсилә Зәбир ҡыҙы Зәйнуллина) ҡатнашты. Кисәне «Пушкин картаһы» буйынса Лиза Урал ҡыҙы Ниғмәтуллина етәкселегендәге 3-сө мәктәп уҡыусылары тамаша ҡылды. Район мәҙәниәт йорто йырсыһы Динә Аҡназарова шағир Фәнәүис Дәүләтбаевтың махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе яугирҙарыбыҙға арналған «Иҫән-һау ҡайтығыҙ, балалар» исемле шиғырына үҙе ижад иткән йырҙы бик матур итеп йырлап ишеттерҙе.

Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы «Геройҙар ваҡыты» китабына ингән ошо уҡ исемле повесының яҙылыу тарихы, уның прототиптары, һуғыш ҡоралдарын һәм махсус хәрби операция тураһында мәғлүмәттәрҙе нисек өйрәнеүе тураһында һөйләне. Китапҡа ингән Бөйөк Ватан һуғышына арналған «Минең яратҡан башҡортом» повесының да тарихын һөйләп ишеттерҙе. «Игебай мәктәбе» клубы һәм «Йәнгүҙәй» әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары махсус хәрби операцияға арнап үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе, ауылдарҙа МХО-ға ярҙам йөҙөнән ниндәй эштәр башҡарыуҙары хаҡында һөйләне. Зәкиә Сөләймәнованың улы икенсе йыл хәбәрһеҙ юғалыусылар иҫәбендә, сарала ҡатнашыусылар барыһы ла был һуғышҡа тиҙерәк сик ҡуйылып, улдарҙың тиҙерәк имен-һау ҡайтыуҙарын теләне.