logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Бәхетле мөхәббәт тарихы

Был һоҡланғыс романдың башы 1956 йылда илдең киң экрандарына “Колдунья” фильмының сығыуына бәйле. Унда төп ролде башҡарыусы 16 йәшлек француз актрисаһы Марина Влади үҙенең сибәрлеге, нәзәкәтлеге менән ысын мәғәнәһендә барыһын да сихырлай. Советтар Союзының барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙары тиерлек уның атлап йөрөшөн ҡабатларға тырыша, сәстәрен уның кеүек таратып төшөрә. Ә ир-егеттәр аҡылдарын юйып ғашиҡ була, шул иҫәптән совет шағиры, театр һәм кино актеры, автор башҡарыусы, прозаик һәм сценарист, СССР Дәүләт премияһы лауреаты Владимир Высоцкий ҙа.
Әммә улар 1967 йылда ғына – Маринаны Таганкалағы Театрға саҡырғас ҡына – осраша. Был ваҡытта Владимир театрҙың өмөтлө актеры, ә Марина – донъя кимәлендәге билдәле актриса.
Кистәрҙең береһендә Мәскәү кинофестивале ҡунаҡтарын Таганка Театрына алып киләләр. Унда “Пугачев” спектакле бара. Хлопуша ролендә – мөһабәт Владимир Высоцкий. Марина уның уйнауынан тәрән тетрәнә. Спектаклдән һуң уларҙың барыһын да ресторанға саҡыралар. Иҫ киткес талантлы ижад кешеләре йыйылған ғәжәйеп кистә хатта һулар һауа ла мөғжизә һәм илһам нурҙары менән туҡылған кеүек. Марина ошо кистә яҙмышының хәл ителеүен һиҙмәй ҙә. Владимир иһә үҙенең хыял ҡошо янында ғына икәнен аңлай һәм уның өсөн көрәшергә кәрәклеген йөрәге менән асыҡ тоя.
Ошо уҡ кистә, танышыр-танышмаҫ элек, улар шау-шыулы ресторандан сығып ҡаса һәм Владимирҙың дуҫтарына юллана. Ул кис буйы Марина өсөн генә йырлай. Йырының һәр һүҙе, гитараның ҡылдарына уралып, йөрәк ярһыуы булып атыла, бүлмә ҡыҫаларына һыймай, тәҙрәнән ҡала өҫтөнә тарала. Был осрашыуҙан һуң Владимир һөйгәненә бихисап йырҙар арнаясаҡ әле.
Маринаның хәтирәләренән. “Һинең көсөргәнешле ҡараш… Мине үтә ҡарағандан һуң яныма киләһең һәм: “Ниһайәт, мин Һеҙҙе осраттым”, – тиәһең… Аяҡ осомда ултырып миңә генә йырҙар арнайһың… Шунан ҡапыл уйнауыңдан туҡтап: “Мин һине күптән яратам!” – тиһең. Мин: “Мин бит бер нисә генә көнгә килдем. Мәскәү менән Париж араһы яҡын түгел бит… Минең унда өс балам бар…” Һин: “Минең үҙемдең дә ғаиләм һәм балаларым, яратҡан эшем һәм даным бар, әммә былар береһе лә һиңә минең кәләшем булыуына ҡамасаулай алмай…” Мин бындай аңһыҙ тәүәккәллектән иҫемде юғалтып, иртәгәһенә осрашырға риза булам…”

Яратҡан эш, төрлө ҡалаларҙа йәшәү, сикһеҙ популярлыҡ, осрашыуҙар һәм хушлашыуҙар, меңәрләгән хаттар, телеграммалар, төнгө шылтыратыуҙар… Высоцкий йыш ҡына Уға арналған йырҙарын телефон аша йырлап ишеттерә.

Улар бергә саҡта ғашиҡтарҙан сағыу нурҙар ағылғандай тойола. Тәүге осрашыуҙа уҡ Высоцкий Юрий Любимовҡа бергә буласаҡтары хаҡында белдерә. Бер нисә йылдан улар, ниһайәт, ҡауыша, әммә шау-шыулы оло мәркәздә үҙҙәренә тыныс мөйөш таба алмай йонсой. Бының өсөн Владимир көнөн дә, төнөн дә үҙен аямай: театрҙа эшләй, киноға төшә, кистәрен яҙыша. Еңел булмаһа ла, был уларҙың иң бәхетле осорҙарының береһе була.
Владимирҙың шиғырҙарын баҫмаһалар ҙа, уның йырын бөтә ил ярата, концерттары аншлаг менән үтә. Ул иң яҡшы театрҙа тик төп ролдәрҙе башҡара – һәр спектакль премьераға әүерелә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уның үҙе ижад иткән постановкаларҙың ҡуйылмауы, быны етди ҡабул итмәүҙәренән ул йыш ҡына күңел көрсөгө кисерә. Маринаның йыш ҡына улдары янына Парижға осоуы ла уның йөрәк көсөн ала. Ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа айырылыу ҙа уның өсөн үлемгә тиң… Шулай уҡ алкоголле эсемлектәргә булған бәйлелеге йыш ҡына йәшәү ритмынан яҙҙыра, бер нисә тапҡыр үлемдән ҡала.
Үлеменән 1 аҙна алда – 1980 йылдың 18 июлендә – Высоцкий Гамлетты уйнай. Спектакль ваҡытында ул үҙен бик насар тоя һәм сәхнә артына сыҡҡан һайын врач уға укол ҡаҙап ебәрә. Аҡтыҡ хәлендә лә ул Гамлетты уйнап бөтә. 27 июлдә лә Гамлетты уйнарға, 29-ы – Парижға – Маринаһы янына осорға тейеш була…
Маринаның хәтирәләренән. “23 июлдә телефондан һинең менән һуңғы ауыр һөйләшеү. Мин төн уртаһында шыбыр тиргә батып һаташып уяндым. Утты яндырып ҡараһам, яҫтығымда – ҡан. Мин ҙур серәкәйҙе һытҡанмын. Сихырланған кеүек ҡанға ҡарап ҡатҡанмын. Шул саҡ телефон шылтырай һәм унда… Һинең тауыш түгел… Ят өн: “Владимир үлде”… Ике ҡыҫҡа ғына һүҙ…
Мәскәүҙә һинән бер ай элек яҙылған хат ҡаршы алды: “Мариночка, һөйөклөм минең, мин хәл итеү юлын табырмын. Иң мөһиме – һинең миңә өмөт биреүең. Тик һин – берҙән-берем ярҙамында ғына мин ҡабаттан аяҡҡа баҫырға көс таба аласаҡмын. Мин һине бик ныҡ яратам һәм һиңә ҡыйын булыуын теләмәйем… Барыһы ла үҙ урынына ултырасаҡ һәм беҙ бәхетле буласаҡбыҙ…””
Айгөл Иҙелбаева тәржемәһе.
Н.Правдина китабынан һәм Интернет селтәренән.