logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Баймаҡ ҡалаһының үҙәк китапханаһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының билдәле кавалерист-яҡташтарыбыҙҙың яҡындары менән осрашыу үтте.

Ҡунаҡтар араһында Миңдеғол Арыҫлановтың улы Рәсүл Арыҫланов, Ғәлиәхмәт Сәйфуллиндың ейәндәре Ринат Фазылйән улы һәм Земфира Фазылйән ҡыҙы Ильясовтар, Фәхрислам Үҙәнбаевтың улы Мансур Үҙәнбаев һәм Йыһаннур Баййегетовтың улы Ғәзиз Баййегетовтар ҡатнашты.
Улар аталарының һәм олатайҙарының батырлыҡтары тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты, геройҙарҙың һуғыштан һуңғы тормошо тураһында һөйләне, ҡәҙерләп һаҡлаған иҫтәлекле фотоһүрәттәр һәм һуғыш йылдары тураһында яҙылған яҙмаларын һәм көндәлектәрен ҡәҙерләп һаҡлауҙары тураһында әйтеп үттеләр. Ҡунаҡтар тыуған ил өсөн ғүмерҙәрен биргән яҡындары өсөн ғорурлыҡ белдерҙе һәм илебеҙҙең азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкәндәрҙең хәтерен һаҡлауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Китапханасылар яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтары тураһында яҙылып үткән документаль китаптарҙан өҙөктәр уҡыны. Улар араһында Р.Үтәғоловтың «Батырлыҡ» һәм А. Ихсандың «Саҡма тояҡ аттарҙа» әҫәрҙәре булды. Китаптар беҙҙең ата бабаларыбыҙҙың батырлығы һәм фиҙакәрлеге тураһында иҫкәртеү булып тора икәнлеген әйтеп киттеләр.
Китапханала үткән ошондай осрашыуҙар геройҙарыбыҙҙың батырлыҡтарын, Ватаныбыҙҙың азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн ғүмерҙәрен биргәндәрҙе онотмаҫҡа ярҙам итә. Улар Беҙгә Бөйөк Ватан һуғышы тураһында хәтерҙе һаҡлауҙың мөһимлеге һәм был хәтерҙе киләһе быуындарға тапшырыу кәрәклеге хаҡында иҫкәртә. Сөнки Бөйөк Еңеү ваҡиғалары үткәнгә табан барған һайын, уларҙың бөйөклөгө һәм әһәмиәте асыҡлана бара.

В Баймакской межпоселенческой центральной библиотеке в преддверии 80-летия Великой Победы состоялась встреча с близкими наших известных кавалеристов-земляков из 112-й башкирской кавалерийской дивизии.
Среди гостей были сын Миндигула Арсланова Расуль Миндигулович, внуки Галиахмеда Сайфуллина Ринат Фазыльянович и Земфира Фазыльяновна Ильясовы, сын Фахрислама Узянбаева Мансур Фахрисламмович и сын Зиганнура Байзигитова Газиз Зиганнурович.
Они поделились воспоминаниями о подвигах своих отцов и дедушек, рассказали о жизни героев после войны, показали памятные фотографии и дневники с записями о военных годах. Гости выразили гордость за своих близких, которые