logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Баймаҡ балалар китапханаһында Таңсулпан Ғарипова менән осрашыу үтте.

Йәйҙең бер матур көнөндә, Баймаҡ балалар китапханаһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, драматург, прозаик, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булып торған Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова менән осрашыу үтте.
Осрашыуҙа “Аманат” клубы ағзалары, “Игебай мәктәбе”ндә яҙышҡан , Таңсулпан Ғарипованың ижадын яратып уҡыған китап уҡыусыларыбыҙ ҡатнашты. Сарала яҙыусының тормош юлы һәм ижады буйынса күңелле әңгәмә булды.