logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы

– матбуғат биттәрендә
“Һаҡмар” гәзитенең 22-се һанында (3 июнь, 2022 йыл) тәүге биттә “Яңылыҡтар”ҙа “Журналист иҫтәлегенә” хәбәрендә һәм 7-се биттә китапхана ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Дәүләтшинаның “Тормош дауам итә…” исемле мәҡәләһендә билдәле журналист Юлай Мәҡсүтов тураһында уйланыуҙары, уның тыуыуына 60 йыл тулыу айҡанлы 8 июндә халыҡ ижадында үтәсәк Хәтер кисәһе, уның исемендәге мәҡәләләр конкурсының йомғаҡлау тантанаһы һәм “Юлай аманаты” китабының исем туйы тураһында яҙылған.
Ошо уҡ һандың 9-сы битендә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы иғлан иткән сатира, юмор һәм лаҡаптар конкурсында еңеүселәрҙең ижади эштәре лә урын алған.
“Һаҡмар” гәзите хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткереп, етеп килгән Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!!!