logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы

– матбуғат биттәрендә
“Йәшлек” гәзитенең 22-се һанында (3 июнь, 2022 йыл) һәм “Һаҡмар” гәзитендә хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Дәүләтшинаның Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, “йәшлек” гәзитенең Урал аръяғы буйынса үҙ хәбәрсеһе Юлай Мәҡсүтовҡа арналған “Тормош дауам итә…” исемле мәҡәләһе донъя күрҙе. Унда автор Юлайҙың фиҙаҡәр хеҙмәтенең ҡаҙаныштары, уның исемен мәңгеләштереү буйынса башҡарылған эштәр һәм 8 июндә Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә үтәсәк Хәтер кисәһе, уның исемендәге премия лауреаттарын бүләкләү һәм мәҡәләләр конкурсына йомғаҡ яһалыуы, китаптың исем туйы үтәсәге тураһында хәбәр итә. Был саранан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!