Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы
– матбуғат биттәрендә
“Һаҡмар” гәзитенең 9-сы һанында (4 март, 2022 йыл) 1-се биттә журналист Азамат Мөхәмәтшиндың “Ҡаҙаныштар ҙа, атҡараһы эштәр ҙә етерлек” исемле мәҡәләһе муниципаль район Советының бишенсе саҡырылыш ун туғыҙынсы йыйылышында йыл йомғаҡтарына арналды. Мәҡәләгә биҙәк өҫтәгән һүрәттә район Советы рәйесе Илдар Бәхтийәров Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Вәкил ҡыҙы Мортазинаны Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидараны үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм актив ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге өсөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһы менән бүләкләй.
📜 Ошо уҡ һанда “Һаҡмар” гәзите мөхәррире Гүзәл Иҫәнгилдинаның “Дан ғаиләләр гөлләмәһе” исемле мәҡәләһе Баймаҡ-биләмә-ара үҙәк китапханаһында Башҡорт ғаиләһе көнөнә арналған сағыу һәм тантаналы сараға бағышланған.
📜 Шулай уҡ “Баймакский вестник” гәзитендә мөхәррир Дмитрий Фадеевтың “Мы любим вас и в праздники, и в будни!” мәҡәләһендә Өфө ҡалаһында үткән “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” VI Бөтә Рәсәй конкурсында тәбрикләнгән китапхана ветераны Луиза Дәүләтшинаның Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙал менән бүләкләнеүе, хеҙмәттәшебеҙ Ғәлиә Мәһәҙиеваның “Ҡатын-ҡыҙ – әсә” номинацияһында еңеү яулауы хаҡында яҙылған.
Китапхана тураһында үҙҙәренең биттәрендә даими яҡтыртып торған район гәзиттәренә рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткереп, етеп килгән күркәм байрам менән ҡотлайбыҙ! Эштәрегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ!