Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаеваның “Сейәле мәлем” китабының исем туйы
Кисә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаеваның “Сейәле мәлем” китабының исем туйы үтте. Унда Рәйес Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Дәүләтшина ҡатнашты. Кисәлә шағирәнең шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраны, ул үҙе шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе, үҙе яҙған йырҙарын йырланы, ижад емештәренә эшләнгән видеояҙмалар, “Дәрүишхан” төркөмөндә төшкән “Эх, Зөлфиә!”, Артур Туҡтағолов көйөн яҙған “Һәр саҡ балҡы, Өфө!” һәм башҡа клиптары күрһәтелде.
“Сейәле мәлем” – шағирәнең З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан дүртенсе китабы. Тәүгеләре – “Балҡыштар”, “Йырлы йортом”, “Биҙәктәр” йыйынтыҡтары булды. Шулай уҡ Бәләбәй, Сибай ҡалаларында “Йәйғор”, “Мөғжизәләр көтәм” исемле альманахтар, үҙнәшер менән Сибай типографияһында “Ҡарағай менән аҡ бейеү”, “Йөрәгемдәге йырым” исемле китаптары сыҡты. Бынан тыш Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың 7-се томлығына, яҙыусы Рәсүл Сәғитовтың “Уйлағандың һүҙе уйнаған”, журналист Юлай Мәҡсүтовтың мәҡәләләренән тупланған “Күптәргә мин үҙем усаҡ инем” китаптарына ла ижад емештәре ингән.
Ә “Сейәле мәлем” тип аталған китабына шағирәнең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас күңел кисерештәренән туҡылған илһөйәр һәм телһөйәр, рухлы һәм хисле, сая һәм һағышлы шиғырҙары инде. Араһында үҙе ижад иткән йырҙарҙың һүҙҙәре лә бар.
Йыр тигәндәй, БДУ-ның 5-се курсында уҡыған сағында “Илһам шишмәләре” төбәк-ара Шиғриәт конкурсында ҡатнашыуы шағирәгә беренсе дәрәжәле диплом бүләк итеп кенә ҡалманы, әхирәтле лә итте. Тап Бәләбәйҙә ул ғүмерлек рухташын таба. Һәүәҫкәр композитор, шағирә Гөлүзә Буранбаева-Арыҫланова менән шағирәне хәҙер 25 йылдан ашыу инде айырып та алалмаҫлыҡ дуҫлыҡ ҡына түгел, сихри ижад ептәре лә бәйләй. Гөлүзә Айгөл Ишемғужинаның шиғырына йыр яҙһа, шағирә уның хаҡында повесть ижад итте. Әйткәндәй, Айгөл Ишемғужинаның шиғырына Илдус Дәүләнов яҙған “Мөғжизәм” йырын Башҡортостандың халыҡ, Башҡортостан һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Әнүәр Нурғәлиев башҡара. Ә бына әхирәте Гөлүзә Арыҫланова-Буранбаева яҙған “Мәңгелек мөхәббәт” йыры хәҙер Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, төрлө ижади конкурстар лауреаты Резидә Әминева һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин репертуарын биҙәй. Был йыр өсөн шағирә әхирәтенә һәм артистарҙың икеһенә лә сикһеҙ рәхмәтле.
Шағирә балалар өсөн дә яратып ижад итә. “Алтынгөл” исемле повесы “Аманат” журналының өс һанында баҫылды. Был повесть өсөн журнал уны Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияның лауреаты итте. Быға тиклем ул шиғриәттә Рәмил Ҡол-Дәүләт исемендәге республика әҙәби һәм Юлай Мәҡсүтов исемендәге район журналистар премиялары лауреаты булғайны. Кисәлә Басир Сәфәрғәлиндың 3 йәшендә саҡтағы һөйләгән “Сәләмәт булайыҡ!” шиғыры һәм Наилә Байегетованың “Сулпылар” тапшырыуындағы “Йәмле йәйге каникул” йырының видеояҙмалары күрһәтелде.
Тәүге игеҙәк бәпестәрен юғалтырға тура килһә лә, Хоҙай Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаеваға ике ҡыҙы тыуыу шатлығын китаптары сығыу һөйөнөсө менән бергә насип итте. “Балҡыштар” китабы 2004 йылдың февралендә сыҡһа, мартта өлкән ҡыҙы Яҙгөл тыуҙы. Ә инде: “Һөйөнсө, үҙеңдең генә шиғырҙарың ингән икенсе китабың сыҡты!” – тип “Китап” нәшриәтенән һөйөнсөләгәндәрендә уның икенсегә бала табыу йортонда ятҡан сағы була – уртансы ҡыҙы Айгизәнең бер көн алда ғына донъяға килгән сағына тура килә. “Йырлы йортом” исемле китабы була ул. 2010 йылда уның презентацияһында Өфөлә – М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ҡатнашырға насип була. Әйткәндәй, 2024 йылда “Сейәле мәлем”дең дә презентацияһы Өфөлә – Китап байрамында уҙа. Ә иртәгәһенә шағирә ошо уҡ байрамда “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” маҡтаулы исеме менән бүләкләнә.
Айгөл үҙен тәржемә өлкәһендә лә һынап ҡарарға йөръәт ҡыла. А.Пушкин, А.Ахматова, М.Цветаева, С.Есенин кеүек рус классиктарының шағирә тарафынан тылмасланған шиғырҙары “Йөрәгемдәге йырым” исемле китабына ингән. Шулай уҡ уның шиғырҙары ла рус теленә ауҙарылған: Любовь Колоколова тәржемәһендәге шиғырҙары “Ватандаш” журналында, ә Булат Усманов тәржемәһендәгеләре “Баймакский вестник” гәзитендә баҫылды.
Айгөл Ишемғужинаны “Сәләм” тапшырыуына саҡыралар, “Бәхетнамә”лә ҡатнашырға тура килә, БСТ каналы Баймаҡҡа килеп “Замандаштар” тапшырыуына ла төшөрә. Китаптары ҡыҙҙары менән бергә тыуһа, 2012 йылда Яҙыусылар Союзына ҡабул иткәндәрендә, улы яңы ғына тыуғанға күрә, ағзалыҡ танытмаһын алыу тантанаһында ҡатнаша алмай. Ә шулай ҙа ул бәхетле була: сөнки янында ҡолонсаҡтары – ике ҡыҙы һәм улы, шулай уҡ тормош иптәше һәм дә Ижады була!
“Нисек кенә булмаһын, кеше үҙенең тормошонда ниндәй бейеклеккә күтәрелә ала – шулар өсөн ул уҡытыусыларына рәхмәтле. Минең тормошомдағы остаздарым – Сибай педколледжында Фәниә Сарбулатова һәм редакцияла Тәфтизан Ушанов булды. Ауыр тупраҡтары еңел булһын. Әле минең остаздарым – Мирас Иҙелбаев, Таңсулпан Ғарипова һәм Луиза Дәүләтшина – дөрөҫ юл күрһәтеүсе маяҡ ролен үтәйҙәр. Уларҙың барыһына ла ихлас рәхмәтлемен!” – ти шағирә.
Кисәнең икенсе өлөшөндә шағирәнең тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшө булған тағы бер донъяһы – 24 йыл етәкселек иткән һәм 3 китабын сығарған “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары – барыһы ла уға рәхмәт әйтеп сығыш яһаны. Айгөл Иҙелбаева “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе менән етәкселек итеү вазифаһын ошо уҡ берекмә ағзаһы Нәфисә Мәмбәтоваға, ә “Игебай мәктәбе” менән етәкселек итеү вазифаһын Ләйлә Мырҙағәлина-Иҫәнбаеваға тапшырҙы. Әйткәндәй, шағирә “Игебай мәктәбе” ағзаларының да бер китабын сығарҙы – Юлай Мәҡсүтов исемендәге мәҡәләләр конкурсына килгән 42 эштән торған “Юлай аманаты” исемле йыйынтыҡ 2022 йылда Сибай типографияһында донъя күрҙе.
“Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенә нигеҙ һалыусы Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина шағирәгә һәм яңы етәкселәргә уңыштар теләне. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Гөлназ Сабирова “Йәнгүҙәй” һәм “Игебай мәктәбе” менән эшләйәсәк кураторҙы иғлан итте. Үҙ эшенә талапсан, яуаплы Зәйтүнә Ҡолһарина был эште ихлас ҡабул итеп алды. Кисә сәй табыны артында йылы һәм ихлас шарттарҙа үтте.
Фотолар: vk.com/album-36585846_31245…