Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллина Лариса Абдуллина менән осрашыу һәм уның «Позывной«Башкир» исемле китабының презентацияһы үтте.
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллина Лариса Абдуллина менән осрашыу һәм уның «Позывной«Башкир» исемле китабының презентацияһы үтте. Был китап быйыл Мәскәү ҡалаһының «АСТ» нәшриәтендә 1500 дана булып баҫылып сыҡты һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Ватан һаҡсыларының яҙмышына, батырлығына, уларҙың ғаиләләренең рух ныҡлығына бағышланған. Әҙибәне район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов Азамат Идрисов сәләмләп, уға ижади уңыштар теләне.
Шағирә Луганск, Донецк халыҡ республикаларына, Запорожье өлкәһенә барып ҡайта. Унда күргәндәре «Позывной «Башкир» китабына документаль материалдар булып туплана, баҫма нигеҙендә реаль интервьюлар һәм осрашыуҙар, фронт хәтирәләре, очерктар һәм документаль һүрәттәр ята. Автор шулай уҡ яугирҙәр менән осрашыу мөхитен, улар менән аралашыу интонацияларын һәм геройҙарҙың эске рухи көсөн дә тасуирлай. Китап бөгөнгө Ватан һаҡсыларының батырлығы тураһындағы хәтерҙе һаҡлауға ҙур өлөш индерә һәм киләсәк быуындар өсөн мөһим дәлил булып тора.
Осрашыуҙа МХО яугире – «Маджахет» позывнойлы яугир, «Ватан һаҡсылары» дәүләт фонды филиалы координаторҙары, «Һаҡсы фәрештә» ирекмәндәр ойошмаһы ағзалары, «Һаҡмар» гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Сәлихова, китапханасылар ҡатнашты. Әйткәндәй, Гүзәл Салауат ҡыҙы китапты башҡорт теленән рус теленә тәржемә итеүселәрҙең береһе. Халыҡ шағирәһе менән осрашыу түңәрәк өҫтәл артында йәнле аралашыу формаһында барҙы. Сара барышында Лариса Хашим ҡыҙы үҙенең сәфәрҙән алған тәъҫораттары менән уртаҡлашты, яңы китабының яҙылыу тарихын бәйән итте, һорауҙарға яуап бирҙе.