Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында «Йәшлек” гәзитенең Урал аръяғы райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе Юлай Мәҡсүтовтың тыуыуына 63 йыл тулыу уңайынан Хәтер кисәһе һәм мәҡәләләр конкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте.
Унда Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе Юлай Мәҡсүтовтың бер туған һеңлеһе, уның исемендәге конкурстың инициаторы һәм бағымсыһы Альмира һәм тормош иптәше Флорид Акамбатовтар, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Дәүләтшина, Сибай ҡалаһында йәшәгән, оҙаҡ йылдар радиожурналист булып эшләгән Юлай Мәҡсүтовтың яҡын дуҫы Гөлсәриә Әбилева, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре Лилиә Ғәниева, Юлай Мәҡсүтов исемендәге мәҡәләләр конкурсының жюри рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре, Юлай Мәҡсүтов исемендәге премия лауреаты һәм “Һаҡмар” гәзите мөхәррире Гүзәл Иҫәнгилдина-Салихова, шулай уҡ конкурсанттар, уларҙың етәкселәре, китапханасылар ҡатнашты.
Сарала сығыш яһаусылар Юлай-Юламан исеме менән танылған журналистың мәҡәләләре һәр заманда ла актуаль, кеше күңеленең иң тәрән һәм иң саф тойғоларын уятырға һәләтле булыуын, ә үҙенең һәр саҡ юлда, кешеләр араһында булыуын, ил ғәме менән янып йәшәүен юҡһыныу менән телгә алды. Йәш конкурсанттарға күберәк яҙышырға, башҡорт телендә китаптар уҡырға, киләсәктә хыялдарҙан ҡурҡмаҫҡа кәрәк, тигән матур теләктәр әйтелде.
Кисәлә конкурстың еңеүселәре билдәләнде, уларҙың етәкселәре Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Ҡалған уҡыусылар “Әүҙем ҡатнашыусы” сертификаттарына лайыҡ булды. Бөтәһенә лә Альмира Хөрмәт ҡыҙы әҙерләгән бүләктәр тапшырылды. Үрге Яйыҡбай ауылынан 2-се класс уҡыусыһы Эмилия Әхмәтова “Һаҡмар” гәзитенең махсус призы менән бүләкләнде.