logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Баймаҡ районының Билал ауылына “Йәшлек” гәзите хәбәрселәре килде.

Айбулат Ишназаров , Гөлнур Ҡыуатова “Ауыл, аҫаба халыҡ, бөгөнгө йәшәйеш” рубрикаһына мәҡәлә геройҙары менән осрашыу ойошторҙо. Хәбәрселәр мәктәптә, дауаханала, мәсеттә, китапханала, төрлө хужалыҡтарҙа булды.
Кис, барлыҡ әҙәбиәт, шиғриәт һөйөүселәр Билал мәҙәниәт йортонда шағирә Гөлнур Ҡыуатованың ижадына арналған “Мөғжизә көтә күңел” исемле кисәгә йыйылды. Унда яҡташыбыҙ, Йомаш ҡыҙы Дилә Мөхәмәтйәрова, Темәс егеттәре, йырсылар, ағалы – ҡустылы Ирек һәм Динар Санъяровтар, Мәғнит ҡалаһында йәшәүсе, “Гәлсәр һандуғас – 2015” телефестиваль лауреаты Айнур Хәлилов матур йырҙары менән һөйөндөрҙө. Шулай уҡ “Байыҡ” бейеү бәйгеһендә еңеү яулаған уҡытыусылар, уҡыусылар, ауылдаштар тарафынан әҙерләнгән йыр – бейеүҙәр тамашасылар күңеленә хуш килде. Кисәне алып барыусы, сценарий авторы, китапханасы Райхана Булатова ике китап авторы, шағирә, талантлы журналист Гөлнур Ҡыуатоваға һорауҙар бирҙе. Шиғриәт һөйөүсе ҡатын – ҡыҙҙар менән берлектә үҙенең шиғри шәлкемдәрен дә уҡыны. “Йәшлек” хәбәрсеһе Айбулат Ишназаров редакцияның бүләктәрен дә тапшырҙы. Ишей ауылынан интернет дуҫым Хәлиҙә апай Абдуллина “Йәшлек” тәргә матур шиғыр яҙып ҡыуандырҙы.

“Йәшлек” килә беҙгә, “Йәшлек” килә,
Дәртле осрашыуҙар көтөлә.
Араларҙа ятҡан оҙон юлдың
Әйтерһеңдә ебе һүтелә.

Йыраҡ араларҙы яҡынайтып,
Йән-дуҫтар Билалда йыйыла.
Шиғыр, йыр-моң булған ерҙә,
Күңелдәге һөрөм юйыла.

“Йәшлек” менән бергә килә икән,
Гөлнур тигән һылыу шағирә.
Ишетһәгеҙ уның шиғырҙарын
Оҙаҡ һаҡланырҙар хәтерҙә.

Йомаш ҡыҙы, Дилә һылыуҡайҙың,
Тыңларһығыҙ дәртле йырҙарын.
Берсә моңланып, берсә уйланып,
Иҫләрһегеҙ йәшлек йылдарын.

Ришат ағай Санъяровтың улы
Ирек килә икән тағы ла.
Үҙәк өҙгөс моңло тауышында,
Йәшәү көсө, дәрте сағыла.

Осрашыуҙа була икән йәнә
Беҙҙең яҡташ, һомғол Айбулат.
Балдай татлы икән телмәре лә,
Күңелдәре биг(е)рәк бай-сумарт.

Күңелле осрашыу теләп ҡалам,
Дуҫтарыма, Билал халҡына.
Һеҙгә арнап шиғыр яҙған саҡта,
Күңелкәйем елпеп, талпына.

Кисәлә “Йәшлек” гәзитенә яҙылыу ҙа ойошторолдо.
Райхана Булатова
Баймаҡ районы
Билал ауылы
китапханасы