logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Баймакская детская модельная библиотека

Баймаҡ балалар модель китапханаһында, 2 класс уҡыусылары өсөн (етәкселәре Салихова А.А.) яҡташ әҙибә, БР Халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың тормош юлы һәм ижады буйынса китапхана дәресе үтте. Китапханасылар уҡыусыларға аҙналыҡ тураһында мәғлүмәт биреп, яҡташ яҙыусыларҙың балалар өсөн яҙылған китаптар күргәҙмәһе менән таныштырып үтте. Айырым Таңсулпан Ғарипованың ижадына туҡталып, уның “Сысҡансыҡ менән Сысҡансуҡ мажаралары” әкиәте менән, яңыраҡ донъя күргән, кесе һәм мәктәп йәшендәге балаларға тәғәйенләнгән “Ҡарлуғастар” китабы менән таныштыҡ. Сара аҙағында, икенселәр яҡташ яҙыусыларҙың бай йөкмәткеле, сағыу китаптарын алып таралыштылар.