Башҡорт аты – халҡыбыҙ ҡото
Башҡортостанда июлдең өсөнсө шәмбеһе Башҡорт аты көнө тип иғлан ителде һәм йыл һайын йәйгеһен беҙҙең Баймаҡ районында “Башҡорт аты” башҡорт тоҡомло аттар фестивале уҙғарыу матур йолаға әйләнеп бара. Башҡорт аты көнөн булдырыу инициативаһы менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сығыш яһаны. 2021 йылдың 24 майында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡта указға ҡул ҡуйҙы. Фестиваль йылҡысылыҡ, ҡымыҙ һәм халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла.
Ат – башҡорт халҡының тоғро дуҫы, көрәштәше, уң ҡанаты. Башҡорт аты Рәсәйҙә элек-электән сыҙамлылығы менән дан тота. Борон-борондан халҡыбыҙҙың йәшәү рәүеше был серле затҡа бәйле булған. Ата-бабаларыбыҙ ат өҫтөндә ниндәй хәрби юл үтмәгән! Яралыларҙы традицион эсемлек – ҡымыҙ менән дауалағандар.
Көндәлек тормошта ғына түгел, башҡорт халыҡ ижадында ла, әҙәбиәттә лә ат образы төп урындарҙың береһен биләй. Башҡорт атлы кавалеристарҙың яу юлын аттарһыҙ бөтөнләй күҙ алдына килтереп булмай.
Башҡорт аты көнө уңайынан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында “Башҡорт аты – халҡыбыҙ ҡото” исемле күргәҙмә эшләй. Унда халҡыбыҙҙың “Аҡбуҙат” эпосынан, ат менән бәйле атҡарылған йолаларҙан алып Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” драмаһы, Мәрйәм Бураҡаеваның “Арғымаҡ”, Аҫылғужа Баһумановтың башҡорт атлы кавалерия дивизияһына реквием булып яңғыраған “Бирешмә, Бәҙри!”, Мөнир Ҡунафиндың “Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә”, Әхиәр Хәкимовтың “Бәйге” һәм башҡа ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныслы ла китаптарҙы уҡырға була. Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!