logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
"Баймакская межпоселенческая центральная библиотека"
муниципального района Баймакский район
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 19.00, сб 08:30–15:30
Воскресенье - выходной

Е-mail: mukcbs06@mail.ru
Тел: (34751) 3-15-82, 3-16-74

Башҡорт байрамы

29 июнь көнө ҡаланың 5-се һанлы мәктәбе уҡыусылары өсөн, Баймаҡ балалар модель китапханаһы хеҙмәткәрҙәре “Башҡорт байрамы” ойошторҙо.
1-4 класс уҡыусыларынан торған 80 бала, “Башҡорт теле” һәм “Бөркөттәр” командаларына бүленеп төрлө ҡыҙыҡлы ярыштарҙа ҡатнашты. Балаларға “Йәшәгән,ти, батырҙар” китабындағы батырҙарҙың һынауҙарын үтергә тура килде. Малайҙар Таубатыр һымаҡ тиҙлеккә тау күсереп ярышһа, ҡыҙҙар Һыууртлар батыр кеүек ҡалаҡлап һыу ташыуҙа ярыштылар. Ә Уғатар батыр кеүек мәргән ҡыҙҙар һәм малайҙар командаларына өҫтәлмә мәрәй йыйҙылар. Шулай ҙа, иң ҡыҙыҡлы ярыш Йүгерек батыр кеүек йүгереп ярышыу булғандыр. Бының өсөн ике уйынсының аяҡтарын бергә бәйләп, балалар тәәғәйен араны ваҡытҡа йүгереп үттеләр.
Сәмле лә, күңелле барған был байрам балаларға, уларҙы ҡарап ултырған ата-әсәләргә, командаларын дәртләндереп йөрөүсе уҡытыусыларға ла хуш килде. Байрам аҙағында һәр бала тәмлекәс алып ҡыуанды. Сараны ойоштороуҙа ярҙам иткән мәктәп директоры һәм уҡытыусыларына рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!